Ҡыйғы районы үҙәгендә балалар сәнғәт мәктәбе өсөн яңы бина төҙөлә башлаясаҡ.
Төбәккә эш сәфәре барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай йөкләмә бирҙе. Әле сәнғәт мәктәбенекеләр Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шөғөлләнә.
Ә бындағы 17 түңәрәккә, биш йүнәлештәге секцияларға 755-тән ашыу бала йөрөй. Өҫтәүенә сәнғәт мәктәбенә – 300-ҙән ашыу уҡыусы. Һөҙөмтәлә иң ҙур проблема – урын етмәү, тығыҙлыҡ.
Радий Хәбиров бер нисә музыка класында булып, педагогтар, балалар менән аралашты. Сәнғәт мәктәбендә фортепианола, ҡурайҙа, баянда, аккордеонда, скрипкала, гитарала уйнарға өйрәтәләр. Балалар шулай уҡ хореография, һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнә, хор класы бар.
Уҡытыусыларҙың “Фантазия” вокал ансамбле – республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, дипломанты.
Үрге Ҡыйғы үҙәгендә сәнғәт мәктәбе төҙөү өсөн барлыҡ инженер селтәрҙәре менән тәьмин ителгән ер участкаһы бар. Район хакимиәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан берлектә төҙөлөш проектының эскиз варианты әҙерләнгән. Проект эштәре – өс, төҙөлөш-монтажлау 89 миллион һумға баһалана.