Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Апрель 2019, 19:17

Бөгөнгөһө тотороҡло, киләсәге өмөтлө

Сибай институты иң яҡшылар рәтендә.

Сибай институты иң яҡшылар рәтендә.


Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш райондарҙың йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге булараҡ, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә бирелә. Бында бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләнә. Уларҙы һәр иртән халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғарипов, Мөхәмәтша Буранғолов, Сибай Шәйәхмәтов, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың һыны сәләмләй, институт бинаһында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡаларҙың мөһабәт барельефтары ҡаршылай.


Студенттарға белем алыу өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған: улар заман талаптарына ярашлы кабинеттарҙа шөғөлләнә, бар уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәй, төрлө конференцияларҙа, форумдарҙа ҡатнаша, Рәсәй, хатта сит илдәрҙә конкурстарҙа, белемдәрен камиллаштырыу буйынса курстарҙа сығыш яһай, төрлө мәҙәни һәм спорт бәйгеләрендә призлы урындар яулай.


Сибай институтының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары, юғары белем тармағындағы үҙгәрештәр, уларҙың үтәлеше, абитуриенттарҙы ҡабул итеүгә бәйле яңылыҡтар менән яҡындан танышыу маҡсатында Сибай инс­титуты директоры вазифаһын башҡарыусы, техник фәндәр кандидаты, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы ВӘЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Азат Сәлимйән улы, белеүебеҙсә, күптән түгел Сибай институты ҡыуаныс­лы ваҡиға кисерҙе. Үткән йылдың һөҙөм­тәләре буйынса Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй­ҙең юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың һөҙөмтәлелек мониторингы éîìғàҡòàðûí иғлан итте. Ғөмүмән, һеҙҙең уҡыу йорто яҡшылар рәтендә. Ошо хаҡта ҡыҫҡаса ìәғëүìәò бирһәгеҙ ине.

– БДУ-ның Сибай институты, Рәсәй вуздарының һөҙөмтәлелек мониторингы рейтингында ҡатнашып, Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡта­рының береһе булараҡ билдәләнде. Рәсәйҙең 1314 юғары уҡыу йорто, ун федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университеты араһында беҙҙең уҡыу йортоноң шулай юғары баһа алыуы – ҙур ҡаҙаныш. LiftUp программа-методик комплексы үткәргән мониторингта белем биреү, фәнни-тикшеренеү, халыҡ-ара, ғилми-иҡтисади эшмәкәрлек, сығарылыш курс студенттарының эшкә урынлашыу кимәле етди тикшерелә.

Һәр белем усағының төп хеҙмәт күрһәткесе – сығарылыш студенттарының квалификацияһына ярашлы эш урыны табыуы. Шуныһы ҡыуаныслы: был йәһәттән ғорурланырлыҡ нигеҙебеҙ бар: беҙҙең институтты тамамлаған белгестәргә ихтыяж ҙур, улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә иҡтисад, сәнәғәт, мәғариф тармаҡтарында, дәүләт органдарында уңышлы хеҙмәт итә.


Рейтингта Башҡорт дәүләт универси­те­тының бөтә филиалдары ла мөмкинлектәрен һынап ҡараны, һәм Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң уңышлы эшләүсе йөҙ юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде. Ошоларҙан сығып, ҙур ышаныс менән әйтә алабыҙ: Сибай институтының киләсәге өмөтлө. Беҙҙең төп маҡсат: республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген юғары квалификациялы, конкурентлыҡҡа һәләтле белгестәр менән тәьмин итеү.


– Әйҙәгеҙ әле, гәзит уҡыусыларға белем усағы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирәйек.

– Урал аръяғының мәғариф мәккәһенә әүерелгән уҡыу йортонда республиканың төрлө райондарынан килгән егет һәм ҡыҙҙар белем ала. Йәштәрҙең күбеһе – көньяҡ-көнсығыш төбәктән. Был аңлашыла ла, сөнки бында йәшәгән халыҡ өсөн Өфөлә йәки башҡа ҡалала белем алыу мәшә­ҡәтлерәк. Беренсенән, юл ауыр, йыраҡ. Икенсенән, үҙебеҙҙә бынамын тигән белем усағы була тороп, йәштәр ниңә башҡа ерҙе һайлаһын?!


Сибай институтында белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, үҙеңдең һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙы­рылған. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә ғилем туплаған, тәрбиәләнгән белгестәр республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәрендә лә уңышлы хеҙмәт итә, уларға ихтыяж ҙур. Сибай институтын тамамлаған белгестәр төплө белеме, күркәм тәртибе, коллективҡа яраҡлаша, кешеләр менән аралаша белеүе менән айырылып тора. Уларҙың эшкә урынлашыу күрһәткесе – 98 процент.


Уҡыу йортоноң матди-техник нигеҙе үҙенсәлекле, ныҡлы. Үрҙә телгә алынған мониторинг йомғаҡтары буйынса, Сибай институты иң яҡшы уҡыу йорто булып таныл­ған икән, бының нигеҙендә – һәр йүнәлештә эҙмә-эҙлекле, маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу һөҙөмтәһе. Матди-техник хәлдең тотороҡлолоғо, заманса уҡыу-лаборатория корпустарының булыуы, уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылған ятаҡ, тренажер зал­дары, спорт майҙансыҡтары, стадион, ашхана, китапхана, “Төйәләҫ” фәнни-тәжрибә комплексы, “Талҡаҫ” күле буйындағы ял базаһы, тоҙ шахтаһы, сәләмәтлек үҙәге, редакция-нәшриәт үҙәге – быларҙың барыһы ла беҙҙе белем алған йәштәргә заманса белем биреүгә, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған талаптарҙы уңышлы, теүәл атҡарып сығыуға булышлыҡ итә.


Коллективта 60-тан ашыу кеше эшләй, шуларҙың 91 процентының ғилми дәрәжәләре бар. Шулай уҡ ситтән килеп 15 хеҙмәткәр студенттарға лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә. Йыл һайын бер нисә кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға өлгәшә, уларҙың күбеһе – ошонда белем алған студенттарыбыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасандыр Сибай институтын тамамлап, фән юлын һайлаған студенттарыбыҙ әле декан йә иһә фән кандидаты булып ошонда уҡ йәштәргә белем бирә.


Бөгөн беҙҙә дүрт факультет бар, унда көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә бөтәһе 2 меңдән ашыу студент белем ала. Педагогика факультетында дүрт кафедра эшләй: педагогика һәм психология, сит телдәр, башҡорт һәм рус филологияһы, мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм башланғыс белем биреү кафедралары. Был факультетты һайлаусылар һис тә юғалып ҡалмай, һәр саҡ эш таба. Тәбиғи-математика факультеты студенттары ла бер нисә йүнәлештә һөнәр ала. “Ғәмәли математика һәм информатика”, “Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу”, “Физик культура”, “Биология” бүлектәрен тамамлаусылар үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Был йүнәлештә белем алыусылар ҡаланың тау-байыҡтырыу сәнәғәтенең тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен, уны һаҡлау мәсьәләләрен өйрәнә.


Биологтар ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт һәм милли парктар менән хеҙмәттәшлек итә, тәбиғәткә сығып, үҫемлектәр донъяһын яҡындан өйрәнә. “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультетында белем алыусыларҙың күбеһе иҡтисад һәм хоҡуҡ өлкәһендә эшләй. Бөгөн юристар һәм иҡтисадсыларға һорау ҙур булмаһа ла, үҙ эшен яҡшы белгән белгескә һәр саҡ эш табыла.


Икенсенән, хәҙерге заманда ҡануниәтте белмәйенсә бер аҙым да эшләп булмай. Үҙ эшеңде асһаң да, ниндәйҙер килешеү төҙөһәң дә законды белеү, юридик яҡтан белемле булыу ҡамасауламай. Шулай уҡ теоретик белемде нығытыу һәм уны төптән өйрәнеү өсөн практиканың булыуы ла мөһим. Был йәһәттән беҙҙә һәйбәт шарттар, уңайлыҡтар булдырылған. Студенттар эксперт-криминалистика лабораторияһында шөғөлләнә ала, судта, прокуратурала, тәү тикшереү бүлегендә, полицияла практика үтә. Шулай уҡ ҡаланың төрлө ойошма-предприятиеларында юрист-консультант булып белемдәрен камиллаштыра. Йыл һайын факультет алдынғылары өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы базаһында күсмә практика үтеү яйға һалынған. Был йәһәттән беҙ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа рәхмәтлебеҙ.


Технология факультеты йәштәр ара­һында ҙур ихтыяж менән файҙалана, бында уҡырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта. Урал аръяғы тау-ҡаҙылма байлыҡтары менән дан тота. Ошоно һәм сәнәғәт предприятиеларын, ауыл хужалығын күҙ уңында тотоп, 2011 йылда Технология факультетында “Транспорт-технология машиналарын һәм комплексын эксплуатациялау”, “Художество материалдары технологиялары” йүнәлештәре асылды. Шулай уҡ теләүселәр педагогик йүнәлештә “Технология” профиле (уҡытыусы) һөнәренә эйә була. Тау сәнәғәте өсөн белгестәр артабан “Учалы тау-ба­йыҡтырыу комбинаты”ның Сибай филиалында, “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинат”тарында эшләй. Шулай уҡ “Нефтекама автомобиль заводы” йәмғиәте, “Башсельхозтехника”, “Башавтотранс” предприятиелары менән килешеү төҙөлгән.


Яңыраҡ сафҡа ингән тау ҡоролмалары һәм машиналары урынлашҡан, заманса йыһазландырылған уҡыу полигоны, техника паркы студенттарҙың белемен практикала һынап ҡарауға булышлыҡ итә. Сибай йәшмәһенең даны бөтә илгә билдәле: беҙҙең студенттар йәшмәнән үҙ ҡулдары менән төрлө матурлыҡ тыуҙырыу көсөнә эйә. Улар эшләгән сувенирҙар, шкатулкалар һәм ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең ниндәй генә төрө юҡ! Шулай уҡ бында кейеҙ баҫыу, унан төрлө әйберҙәр яһау буйынса ла киң эш йәйелдерелгән.


– Азат Сәлимйән улы, һуңғы ваҡытта юғары уҡыу йорттарын берләштереп, уларҙа технопарк һәм кластерҙар асыла. Был йүнәлештә һеҙҙең уҡыу йортонда ла эш алып барыла...

– Ысынлап та, федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, Рәсәй белем биреү академияһының Баш­ҡортостан Ғилми үҙәге ярҙамында беҙҙең уҡыу йорто нигеҙендә Урал аръяғы өсөн белем биреү кластеры булдырыла, йәғни мәктәпкәсә йәштәге балалар баҡсаһы, мәктәптәр, урта махсус уҡыу йорттары, пред­приятие һәм ойошмалар менән бер­лектә белем биреү майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Был эш биреүселәрҙең талаптарын һәм теләктәрен иҫәптә тотоп, белгестәр әҙеяяярләүгә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ һәләтле балалар үҙәге булдырыу ҡарала. Уларға, үҙәкте тамамлағас, кластер програм­маһына ярашлы урта махсус йә юғары белем алыуға мөмкинлек бирелә. Шулай уҡ бындай алым күпкә отошло була, сөнки буласаҡ белгесте эшкә урынлаштырыуға тиклем ҡарала. Әле был тәңгәлдә эш башланған да инде. Ҡаланың педагогия, медицина, төҙөлөш һәм сервис, киң профилле һөнәри колледждары менән бәйләнеш булдырылған, уларҙы тамамлаусылар белемдәрен беҙҙең уҡыу йортонда дауам итә ала.


“Мәктәп-урта профессиональ белем – юғары белем – эш биреүсе” кластерының модель контексы буйынса бәйләнеш Сибай гимназия-интернат коллективы менән алып барыла. Киләсәктә ҡалала ғына түгел, ә райондарҙағы башҡа белем усаҡтары менән бәйләнештәрҙе яйға һалырбыҙ, тип ышанабыҙ.


– Белеүебеҙсә, әле уҡыу йортонда профессиональ йүнәлеш биреү эше әүҙем бара. Урал аръяғы райондарында ғына түгел, хатта күрше өлкә – Ҡаҙағстан тарафтары менән һөйләшеүҙәр алып бараһығыҙ.

– Ысынлап та, бөгөн сығарылыш класс уҡыусыларына илдең төрлө ҡалаһында белем алыуҙы дауам итеү өсөн уңайлы шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылған. Бының өсөн Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы биреү генә кәрәк. Әммә миҙалдың икенсе яғын да онотмайыҡ. Күптәр Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаға барып юғалып ҡала. Беренсенән, һәр кемгә ҙур мегаполисты яулау еңелдән бирелмәй. Икенсенән, яҡында туғандарының булмауы, күпселек проблемалар алдында бер үҙе тороп ҡалыуы, уҡыуҙағы ауырлыҡтар йәш кешене һындырыуы ихтимал. Аҙаҡ ул институтын ташлап, ҡайтырға оялып йәки ата-әсәһенә белдермәй, шунда ниндәйҙер эшкә төшөп, үҙ-үҙен юғалта. Күптәр тәүге курстан һуң имтихандарын тапшыра алмай, үҙебеҙҙәге уҡыу йорттарына кире ҡайтырға мәжбүр була. Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн баштан уҡ эргәләге уҡыу йортон һайлау күпкә отошлораҡ.


Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең төбәктең генә түгел, бүтән өлкә мәктәптәренең өлкән кластарында белем алған уҡыусылар менән профессиональ йүнәлеш биреү эшен киң йәйелдерҙек, төрлө район, өлкәләргә барып урындарҙа осрашыуҙар үткәрәбеҙ, Сибай институтына уҡырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ уларҙың ата-әсәһе менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларға өйҙән алыҫ китмәйенсә лә сифатлы белем алып булыу мөмкинлеген аңлатабыҙ.


Әйткәндәй, күптән түгел беҙ Ҡаҙағс­тандың Ҡустанай дәүләт педагогия университетында булдыҡ, студенттар менән ара­лаштыҡ. Уҡыу йорто ректоры, профессор Әбил Еркин Аманжолулы менән хеҙмәт­тәшлек алып барыу өсөн ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Киләсәктә шулай уҡ Ҡаҙағстандың Житикара, Рудный һәм Лисаковск ҡалала­рындағы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек юлдары ҡарала. Әле беҙҙең уҡыу йортонда ҡаҙаҡ студенттары белем ала, шулай Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, алыҫ Себерҙән, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан белем алған студенттарыбыҙ бар.


– Яңы уҡыу йылында студенттар өсөн ниндәй яңы мөмкинлектәр булды­рыласаҡ?

– Заманса үҫешкә, камиллыҡҡа ынтылыу, һис шикһеҙ, төп маҡсат булып ҡала. Беҙҙә йәш­тәр юғары белем алһын һәм буш ваҡыт­тарын файҙалы үткәрһен өсөн һәйбәт шарттар бар. Студенттарҙың барыһы ла социаль-көнкүреш уңайлыҡтары булдырыл­ған ятаҡтарҙа йәшәй, ғаиләлеләр өсөн айырым ятаҡ бар. Уҡырға беҙгә килегеҙ, ә мөмкин­­лектәрҙе үҙегеҙ күрерһегеҙ һәм тойорһоғоҙ!


Шуны әйтеп үтер инем: беҙҙең уҡыу йортонда ситтән тороп белем алыусылар өсөн бюджет урындары булдырылған. 150 кеше бушлай юғары белемгә эйә була ала. Хатта “Сургут-Газ”, “Газпром”, “Татнефть” кеүек ҡеүәтле ойошмаларҙа эшләүселәр белемдәрен технология факультетында камиллаштыра, сөнки беҙҙә тау һәм газ сәнәғәте өлкәләре өсөн белгестәр әҙерләнә.


– Ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй Сибай институты?

– Пландарға килгәндә, улар күп, әлбиттә. Иң мөһим эштәрҙең береһе – алда торған аккредитацияны уңышлы үтеү. Белеүегеҙсә, һәр белем учреждениеһы үҙ эшмәкәрлеген аккредитация һәм лицензия документтарына эйә булмай тороп алып бара алмай. Ул документтар Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы тарафынан уҡыу йортоноң эшмәкәрлеген бар йәһәттән тикшергәндән һуң бирелә. Сибай институты, ошо һынауҙы лайыҡлы үтеп, йәнә белгестәр әҙерләү эше менән шөғөлләнеүгә законлы хоҡуҡҡа эйә булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Аккредитация – ул юғары уҡыу йортоноң барлыҡ эшмәкәрлеген тикшереү. Бында белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһы ла, профессор-уҡытыусылар составы ла, фәнни һәм методик эшмәкәрлек, студенттарҙың белем кимәле лә баһалана. Әле бар коллектив был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып бара.


Киләсәктә студенттарыбыҙ үҙебеҙҙә үк магистратурала белемдәрен дауам итһен өсөн етди әҙерлек бара.


– Талантлы һәм ижади йәштәр өсөн белем усағында нимәләр эшләнә?

– Ғәмәлдә барыһы ла (йылмая-авт.). Ысынлап та, һәләтле, талантлы һәм дәртле йәштәр өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләй икән, бейеү, йыр коллективында шөғөлләнә йә спорт буйынса секцияларҙы үҙ итә. Уҡыу йортонда “Ете ырыу”, “Сармат”, “Эдельвейс” халыҡ бейеү коллективтары уңышлы эшләй. Йыл һайын беҙҙекеләр “Студент яҙы” конкурсында еңеү яулай, “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында Гран-приға лайыҡ була.


Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм спортты үҫтереү буйынса ла институтта бай матди база булдырылған. Бар талаптарға яуап биргән өс спорт залы, спорт комплексы бар. Ҡыш институт биләмәһендә каток булдырыла, яҡтыртылған саңғы юлы эшләй. Ат спорты буйынса ла шөғөлләнәләр. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: студенттарға барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.


– Күптәрҙе бюджет нигеҙендә һәм түләүле шарттарҙа уҡыу, стипендия, дәртләндереү саралары ла ҡыҙыҡ­һындырмай ҡалмайҙыр. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?

– Ҡабул итеү шарттарына ярашлы, XI класты тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе буйынса алына, ә урта махсус уҡыу йортон бөтêәíäәð имтихан тапшыра. Белем алыу өсөн бушлай һәм түләүле мөмкинлектәр бар. Түләүле нигеҙҙә уҡыуға килгәндә, һәр факультеттың һәм йүнәлештең тәғәйен хаҡы бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бюджет нигеҙендә уҡырға инә алмағандарға ташламалар ҡаралған. Әйтәйек, ятаҡтан урын бирелә, яҡшы өлгәшкән, институттың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан хәлдә, II курстан һуң бушлай уҡыуға күсеү мөмкинлеге бар. Студент­тарыбыҙ юғары академик, социаль, исемле стипендиялар алыу хоҡуғына эйә, Сибай ҡалаһы хакимиәте грантына дәғүә итә ала. Ғөмүмән, йәштәр беҙҙең уҡыу йортон һай­лаһа, һис тә үкенмәҫ. Килегеҙ, белем алығыҙ һәм үҙегеҙгә оҡшаған һөнәргә эйә булығыҙ!


– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!

Сибай ҡалаһы

Реклама
Ғорурланабыҙ


Белемгә ынтылған, маҡсаттарына тоғро, хыялға бай йәштәр белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Уҡыу йортонда улар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуы үҫеш мөмкинлектәрен, ниәттәрҙе тағы ла киңәйтә.
Ошо көндәрҙә институттың технология факультетынан Салауат Бәрәкәтов менән Азамат Байрамғолов Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булды. Егеттәр икеһе лә – Сибай ҡалаһынан. Уҡыуҙан тыш, спорт ярыштарында еңеүҙәр яулай­ҙар, ғилми эштәр менән шөғөллә­нәләр, төрлө форумдарҙа әүҙем ҡатна­шалар. Афарин, Сибай егеттәре!

* * *

БДУ-ның Сибай институтында филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова етәкселегендә бер төркөм студенттар, атап әйткәндә, педагогика факультетында белем алған Рүзилә Ғәбитова, Гөлиә Ҡарасурина, Илсур Сәғитов, Ғәзинур Ғәйнуллин, Хәсән Солтанғужин һәм Фәйез Үҙәнбаев “Башҡорт әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тигән проект эшләгән. Был хеҙмәт Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған.

Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы әйтеүенсә, әле проектты тормошҡа ашырыу эше башланған. Тауыш яҙҙырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.
Проекттың төп маҡсаты – башҡорт әҙәбиәтен популярлаштырыу, йәштәр, шулай уҡ күреү һәләте сикле йәки тома һуҡыр кешеләр өсөн башҡорт әҙәбиәте өлгөләренең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе һәм өйрәнеүҙе еңелләштереү.

“Интернет селтәрендә шағирҙарҙың ижад емештәре яңғыраған аудиокитап булмауы асыҡланғас, Арыҫлан Мөбәрә­ков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрынан күренекле артистар Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллин, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосопова уҡыуында бер нисә авторҙың шиғырҙары яҙҙырыл­ды. Шулай уҡ шиғыр һөйләү конкурстарында еңгән студенттарыбыҙ ҙа микрофон янына ултырҙы”, – ти Гөлкәй Сәмерханова.
Тиҙҙән интернет селтәрендә башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары ижадынан төҙөлгән аудиокитапты тыңлау мөмкин­леге буласаҡ.

* * *

Уҡыу йортоноң дүрт студенты – Баш­ҡортостан Башлығы стипендиаты. Улар – хоҡуҡ һәм иҡтисад бүлегенән Камилла Кейекбаева, Роза Мортазина, педагогика факультетынан Илдус Ҡасҡынбаев менән Динара Йәрмөхәмәтова.

* * *

БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурста II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Бында студенттар өсөн барлыҡ уңай­лы шарттар тыуҙырылған: бүлмәләр йылы һәм яҡты, ашарға әҙерләү, йыуы­ныу урындарында бөтөн кәрәк-яраҡ бар, китапхана, спорт залы тейешле йыһаз­ландырылған. Йәштәрҙең буш ваҡытын файҙалы, ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн төрлө тематик кисәләр, осрашыуҙар йыш ойошторола. Ятаҡта буфет булыуы ла студенттар өсөн бик йәтеш. Ризыҡтар тәмле, хаҡтары арзан.
Өҫтәүенә Сибай институты “Студент­тарға йәшәү шарттарының һәм тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ойошторолғаны өсөн” конкурсында еңеүсе исемен яуланы.

* * *

Ошо көндәрҙә иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының II курс студенттары Курск дәүләт университетында үткән Бөтә Рәсәй юридик олимпиадаһында һынау тотто. Сара ике этапта уҙған. Тәүгеһендә буласаҡ хоҡуҡ белгестәре яҙма рәүештә тест һорауҙарына яуап биргән, мәсьәләләр сискән, икенсеһендә айырым темаға эссе яҙып, уны телдән яҡлаған.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан йыйылған студенттар араһында Сибай институтынан Аяз Баймырҙин иң яҡшы сығыш яһаусы тип танылып, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Афарин, Аяз!

* * *

Әле уҡыу йортоноң бер төркөм йәш­тәре Рәсәй парламентында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ярҙамы менән практика үтә. Буласаҡ хоҡуҡ белгестәре унда, һис шикһеҙ, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыр, закон сығарыуҙың ни ҡәҙәр ҡатмарлы булыуын, проекттарҙың ҡабул ителерҙән алда ниндәй юлдар үтеүен үҙ күҙҙәре менән күрер, төрлө яҡлап һөнәри тәжрибә туплап ҡайтыр.

* * *

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алған йәштәр “Студент яҙы-2019” байрамының гала-концертына йыйылды. Сәхнәлә бер-береһен ҡабатламаған сағыу концерт номерҙары йәштәрсә дәрт, илһам менән бер тынала үтеп тә китте. Уҡыу йор­тоноң “Ете ырыу”, “Сармат” ансамблдәре донъя халыҡтары бейеүҙәре өлгөләрен күрһәтһә, “Эдельвейс” бал-эстрада төркөмө заманса сығыштары менән һоҡландырҙы. Зөбәйҙә Ҡоломбәтова, Лиана Бәҙретдинова, Олугбек Искаков һәм башҡаларҙың йырҙары күңелдәрҙе моңға күмде.





Читайте нас: