Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Апрель 2019, 14:47

Баҡһаң, тәүҙә йоҡо туйҙырырға кәрәк...

Оҙаҡламай Берҙәм дәүләт имтихандары башланасаҡ. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс мәл был.

Оҙаҡламай Берҙәм дәүләт имтихандары башланасаҡ. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс мәл был.


Үрге Йәркәйҙә уҡыусылар, “Еңеү өсөн 100 балл” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, былтыр имтихандарҙа юғары балл йыйған уҡыусы ҡыҙҙар, хәҙер инде студенттар, Гүзәл Хисамиева һәм Гөлшат Ибәтуллина менән осрашты. Улар рус, инглиз телдәре, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән 90 һәм унан да күберәк балл йыя алған.


— Һынау тоторға әҙерләнеү ысулдарын һәр кем үҙе һайлай, — ти ҡыҙҙар, — көсөргәнеште йомшартырға, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк. Имтиханға инеү алдынан йоҡоң туйған, һәйбәт ял иткән булырға тейешһең, — тип кәңәш итә улар. Шул уҡ ваҡытта талап ителгән ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә тейешһең.


1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары имтиханға әҙерләнеүҙә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, кәңәш бирҙе. Бындай акциялар хис-тойғолар көсөргәнешен йомшартырға, психологик ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итәсәк.
Фото: Илеш районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: