“Балалы ғаиләләргә ярҙам” проектына ярашлы, Өфөләге 12 балалар баҡсаһы 7,7 миллион һум федераль грант отҡан.
Улар – 14-се, 24-се, 63-сө, 99-сы, 116-сы, 209-сы, 212-се, 220-се, 226-сы, 233-сө, 279-сы, 281-се мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, субсидия балалар баҡсаларының матди-техник, уҡытыу-методик хәлен нығытыуға, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк.