Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Апрель 2019, 13:57

Киләсәк инженерҙары йыйыла

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Киләсәк иненерҙары – 2019” I республика мәктәп инженер-техник форумы асыла. Унда пилотһыҙ авиация системалары, робот техникаһы, хайтек, космик инженерия йүнәлештәре буйынса проекттар тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ дүрт көн дауам итәсәк сара барышында Юрий Гагарин исемендәге кубокка Республика уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы, “Мин Башҡортостанымды төшөрәм” республика балалар һүрәте конкурсы, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында "Беҙ – гагаринсылар” республика бәйгеһе, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса “Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам” республика олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Форумда ҡатнашҡан уҡыусыларҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге менән осрашыуы көтөлә.

Читайте нас: