Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Апрель 2019, 13:25

Һынауҙар һындырмаһын!

Балағыҙға дуҫ һәм теләктәш булырға тырышығыҙ.

Балағыҙға дуҫ һәм теләктәш булырға тырышығыҙ.


Өлкән кешеләргә имтихандар тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәй: күптәребеҙ – мәктәптә сығарылыш һынауҙары биргән, һөнәри уҡыу йорттарында сессиялар мәлен үткәргән кешеләрбеҙ. Әммә ата-әсәләргә ошо яуаплы осорҙа балаларына ярҙам итергә кәрәклеген, терәк-таяныс булыуҙың мөһимлеген йәнә бер аңлатыу артыҡ булмаҫ. Йыш осраҡта шундай хәл күҙәтелә: һынауҙар мәлендә балаларына ҡарағанда ата-әсә нығыраҡ борсола һәм тулҡынлана. Үҙ көсөнә ышанып, имтихандарҙы яҡшы билдәләргә тапшырырға өмөтләнеп йөрөгән баланың ата-әсәһенең борсолоуын күргәндән һуң күңеленә шик-шөбһә оялауы бар.


Бер әсәнең һөйләгәндәренән: “Бөгөн ҡыҙым Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Иртәнсәктән тыныслана алмайым, илайым да илайым, төндә лә йүнләп йоҡламаным. Бындай хәл-торошомдо күргән ҡыҙым мине тынысландыра башланы: “Әсәй, мин 11 йыл буйы яҡшы уҡыным, имти­хандарға ныҡлы әҙерләндем, тыныслан инде, илама, барыһы ла яҡшы буласаҡ”. Ҡыҙым мине түгел, киреһенсә, мин уны тынысландырырға, ошондай ваҡытта терәк-таяныс булырға тейеш икәнлегемде аңлаһам да, бер нисек тә күҙ йәшемде тыя алмайым. Ә был бит беренсе генә имтихан, алда әле тағы бер нисәүһе көтөп тора”.


Саманан тыш борсолоуын баҫыу, үҙҙәренә лә, балаларына ла ярҙам итеү өсөн ата-әсәләргә психологтарҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҡамасау итмәҫ.


Беренсенән, үҙегеҙҙе ҡулға алырға, тынысланырға тырышығыҙ. IX-XI кластарҙа уҡытыусылар балаларға имтихандар тураһында көн дә иҫтәренә төшөрөп кенә тора, ҡайһы бер осраҡта бирә алмайһың, кәрәкле балл йыймаясаҡһың, тип ҡурҡытып та ала. Уларҙы ла аңларға була, сөнки уҡыусыларҙың өлгәшен, имтихандарҙа яҡшы балл йыйыуын талап иткән юғарыраҡ инстанциялар бар, шуға күрә өйҙә һеҙ ҙә янаусы, өгөтләүсе роленә инеп китмәгеҙ. Киреһенсә, балағыҙға, уның көсөнә, белем кимәленә ышаныуығыҙҙы күрһәтегеҙ, белем алыуҙың, күңелеңә ятҡан һөнәргә эйә булыуҙың был тормошта кәрәклеген һәм мөһимлеген аңлатырға тырышығыҙ.


Икенсенән, ата-әсә – бала өсөн донъялағы иң ныҡлы терәк, ниндәй генә хәл-ваҡиға килеп тыумаһын, уға ярҙамға килергә әҙер иң яҡын кеше булырға тейеш. Ҡыҙығыҙ йәки улығыҙ үҙен мәктәптәге уңыштары, яҡшы билдәләре өсөн түгел, ә тап һеҙҙең балағыҙ булғаны өсөн яратыуығыҙҙы белеп үҫһен, кәрәк саҡта ярҙам, кәңәш һорарға тартынмаһын. Имтихандарҙы бирә алмаған йә иһә насар билдәгә тапшырған хәлдә лә, әрләргә, нимәләлер ғәйепләргә, унан көлөргә ашыҡмағыҙ. Эйе, бик күңелле хәл түгел, әммә бының менән тормош бөтмәй, донъя емерелмәй. Өлкәндәр, үҙҙәренең йәшәйеш тәжрибәһенән сығып, ошо хәҡиҡәтте аңлаған хәлдә лә, әле тормош ауырлыҡтарын күрмәгән, заман һынауҙарын йырып сығырға өйрәнмәгән үҫмер өсөн имтихандағы насар билдә ғүмеренең ахыры булып тойолоуы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны дәлилләгән миҫалдар ҙа булып тора: сығарылыш уҡыусыларының имтихандар мәлендә үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йыл һайын теркәлә килә.


Имтихан тапшырғанда уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡан осраҡта балағыҙ менән килеп тыуған хәлде тыныс ҡына анализларға тырышығыҙ, артабан ҡайһы юҫыҡта эш итергә бергәләп уйлағыҙ, башҡа төр варианттарҙы ҡарағыҙ. Халыҡ аҡылы менән әйткәндә: “Тормош бер ишекте япҡан осраҡта ла, яңы ике ишеген аса”. Шул ишектәргә лә күҙ һалығыҙ.

Өсөнсөнән, был осорҙа үҫмерҙең көн тәртибенә, туҡланыуына күберәк иғтибар бүлегеҙ. Имтихан тип бала йоҡонан, ялдан баш тартырға тейеш түгел. Сәғәттәр буйына туҡтамаҫтан, урындан да тормайынса әҙерләнеү һаулыҡты нығытмай. Уҡыу һәм ял ваҡыттарын аралаштырып торорға кәрәк. Бер сәғәт самаһы әҙерләнгәндән һуң, 10-15 минутлыҡ тәнәфес эшләп алыу файҙаға ғына. Был ваҡытта физик күнегеүҙәр яһарға мөмкин, саф һауаға сығып әйләнеү ҙә зыян итмәҫ. Ҡайһы бер һорауҙарҙы асыҡлап, мәғлүмәтте үҙләштереп өлгөрмәгән осраҡта ла иртәгә имтихан тигән төндө китап ҡосаҡлап, йоҡламаҫтан уҡыуға бағышлау төптө дөрөҫ түгел. Алда торған һынауҙы уңышлы йырып сығыу өсөн бала йоҡларға, көс тупларға тейеш.


Туҡланыу режимын һаҡларға тырышығыҙ. Көсөргәнешле аҡыл эше мәлендә организм бик күп энергия сарыф итә, витаминдарға ҡытлыҡ тыуа. Шуға күрә балағыҙҙың ашау рационын төрләндерергә тырышығыҙ: йәшелсә, емеш-еләк бер ҙә ҡамасау итмәҫ, ваҡытында йылы аш та булырға тейеш. Баш мейеһенең эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә шоколад, сәтләүек ярҙам итә. Ҡаты сәй, ҡәһүә һымаҡ стимуляторҙарҙан баш тартырға тәҡдим ителә, был ваҡытта нервы системаһы былай ҙа ҡуҙғыған хәлдә, уны тағы ла ярһытып ебәреү бала организмына зыян килтереүе ихтимал. Тынысландырыусы дарыуҙар менән дә мауыҡмағыҙ.


Дүртенсенән, баланың имтихандарға әҙерләнгән бүлмәһенә, уҡыу урынына күҙ һалығыҙ. Иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торған артыҡ әйберҙәрҙе ситкә алығыҙ. Үҫмер китаптарын, уҡыу кәрәк-ярағын үҙенә нисек уңайлы, шулай урынлаштырып, эш мөхите тыуҙырып алһын. Яҡында ғына эшләп торған телевизор, радионың булыуы ла балаға насар яҡтан тәьҫир итә, уның иғтибарын үҙенә тарта. Был ваҡытта телефонды ла ситкә алып йә бөтөнләй һүндереп ҡуйырға була. Ғаиләнең башҡа ағзалары имтиханға әҙерләнгән йәш кешегә ҡамасауламаҫҡа тырышһын.


Бишенсенән, балағыҙ белем алған мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар менән бәйләнештә булығыҙ, улығыҙ йә ҡыҙығыҙҙың көслө яҡтары һәм күберәк иғтибар талап иткән яҡтарын белеп тороу һеҙгә лә ҡамасау итмәҫ. Уҡытыусыларҙан балағыҙ өсөн дә, үҙегеҙ өсөн дә дошман яһамағыҙ. Улар ҙа бит имтихандар осоронда ата-әсәнән кәм тулҡынланмай. Һеҙ үҙ балағыҙ өсөн генә борсолһағыҙ, улар бөтә класс өсөн яуаплы. Шуға күрә уҡытыусылар менән теләктәш булығыҙ, кәрәк ваҡытта ярҙамға килергә тырышығыҙ. Башҡа балаларҙың ата-әсәһе менән дә аралашыу, кластағы яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар булыу мөһим.


Халыҡта “имтихан – ул лотерея” тигән фекер ҙә бар. Балаларығыҙҙы бәхетле билет ҡына көтөп торһон.


Читайте нас: