22–25 апрелдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән “Киләсәк инженерҙары-2019” I республика мәктәп инженер-техник форумы төрлө район һәм ҡалаларҙан фән серҙәрен асырға ынтылған, уҡыуҙа алдынғы балаларҙы йыйҙы.
Улар араһында Юрий Гагарин исемендәге кубокка Республика уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабы, “Мин Башҡортостанымды төшөрәм” республика балалар һүрәт конкурсы, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында “Беҙ – гагаринсылар” республика бәйгеһе, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса “Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам” республика олимпиадаһы еңеүселәре бар.
Форумдың тәүге көнөндә пилотһыҙ авиация системалары, робот техникаһы, хайтек, космик инженерия йүнәлештәре буйынса проекттар тәҡдим ителде. Күргәҙмәлә Өфө ҡалаһының 39-сы, 94-се, 96-сы, 106-сы, 123-сө, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө, 12-се һәм башҡа белем усаҡтарында, Өфө дәүләт нефть техник, Өфө дәүләт авиация техник университеттарында эшләп килгән кванториумдарҙа, технопарктарҙа шөғөлләнгән уҡыусылар үҙҙәренең ижад емештәрен, фәнни асыштарын тәҡдим итте. Балалар араһында робот техникаһы, йыһан серҙәрен өйрәнеү менән мауығыусылар күп булыуы һөйөндөрҙө.
Шулай уҡ дүрт көн дауам иткән сара барышында республика кимәлендәге конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Мәҫәлән, Юрий Гагарин исемендәге кубокка Республика уҡыусылар олимпиадаһы йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай бара. Быйыл уның I–VIII кластар араһында үткән мәктәп этабында республиканың 53 ҡала һәм районынан 130 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Ошо уҡ кубокка Өфө дәүләт нефть техник университеты уҙғарған олимпиадала 12 меңдән ашыу өлкән класс уҡыусыһы ҡатнашҡан, уларҙың 105-е еңеүсе булып танылған, бынан тыш, бик күптәр призер исемен яулаған. Әйткәндәй, сығарылыш класында белем алған егет һәм ҡыҙҙарға был еңеү уҡырға ингәндә өҫтәмә балға хоҡуҡ бирә.
“Мин Башҡортостанымды төшөрәм” республика балалар һүрәт конкурсы, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында “Беҙ – гагаринсылар” республика бәйгеһе, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса “Мин хәтерләйем. Мин ғорурланам” республика олимпиадаһы кеүек сараларҙа ла ҡыҙҙар һәм малайҙар теләп ҡатнаша. Уларҙың төп маҡсаты – йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, уларҙа илебеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ уятыу. Форумда ҡатнашҡан уҡыусылар төбәк етәкселеге, “Рәсәй офицерҙары” йәмғиәте, республика генералдары һәм адмиралдары клубы ағзалары менән дә осрашасаҡ.