Өлкән быуын да, йәштәр ҙә уның кәңәшенә мохтаж.
“Әгәр хужа яҡшы булһа, хеҙмәт тә була еңел”, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Ысынлап та, һәр кемде ярты һүҙҙән аңлап, күҙ ҡарашынан һорауҙарына яуап биргән, борсолоу-мәшәҡәттәрҙе еңел генә еңеп сығырға ярҙам иткән етәксе менән эшләү, минеңсә, ҙур бәхет ул. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы директоры Рифмир Рәхмәтулла улы Мәрҙәмшинды тап ана шундайҙарға тиңләргә була.
Уны уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре маҡсатына ирешеүсән, уңған, фиҙакәр, үҙ-үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан булғаны өсөн ихтирам итә. Бында эшләгән оло быуын вәкилдәре лә, әле генә хеҙмәт юлы башлаған йәш белгестәр ҙә, колледж уҡыусылары ла уның кәңәшенә, йылы һүҙенә мохтаж, абруйлы етәксенән өлгө алып, улар уҡыу йорто данын йыраҡтарға таратып, яңы уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшә.
— Беҙҙең уҡыу йортонда белем һәм тәрбиә алып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан уҡыусылар киләсәктә ниндәй генә өлкәлә йә тармаҡта эшләмәһен, уларҙың тормошта үҙ урындарын табып, йәмғиәттә файҙалы шәхес булып үҫәсәгенә бер тамсы ла шик юҡ, — ти колледж директоры Рифмир Рәхмәтулла улы. — Кисәге уҡыусылар менән аралар өҙөлмәй, бөгөн дә тығыҙ бәйләнештәбеҙ, хатта кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. Тимәк, улар һаман беҙгә таяна, беҙҙең яҡлауға мохтаж.
Рифмир Рәхмәтулла улы сығышы менән Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылынан. Бала сағынан уҡ теремек, ҡыҙыҡһыныусан үҫмер мәктәптә тырышып уҡый, төрлө байрам сараларында, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, үҙен һәр яҡлап әүҙем, һәләтле итеп таныта. Ә өлкән кластарҙа иһә егеттең ойоштороу һәләте ныҡлап асыла, йәмәғәт эштәрендә гел алдынғылар рәтендә була. Урта мәктәптән һуң ул документтарын Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына тапшыра һәм уны уңышлы тамамлай.
— Тарих менән ныҡлап мәктәптә уҡыған саҡта уҡ ҡыҙыҡһына инем. Дәрестәргә ҙур ихласлыҡ менән йөрөнөм, шуға ла өлгөргәнлек аттестаты алғас, кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау борсоманы мине, — ти Рифмир Рәхмәтулла улы.
Йәш белгес хеҙмәт юлын 1975 йылда Әбйәлил районының Асҡар ауылы мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булараҡ башлай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Рифмир Рәхмәтулла улы үҙен ысын уҡытыусы, оҫта ойоштороусы итеп таныта. Бер нисә йылдан һуң алдынғы ҡарашлы, белемле егетте ВЛКСМ-дың Әбйәлил районы комитеты секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Район йәштәре араһында ғына түгел, ә район халҡы араһында ла тиҙ арала абруй ҡаҙанып, йәштәрҙең ышаныслы дуҫы, таянысы булып, улар менән төрлө тәрбиәүи эштәр башҡарып өлгөрә. Һуңынан ул ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ротаһы командиры урынбаҫары, ВЛКСМ-дың Әбйәлил райкомының 1-се секретары вазифаларында була. 1983 йылдан БАССР-ҙың Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) Сибай ҡалаһы бүлегенең оператив вәкиле вазифаһын башҡара. Хеҙмәт бурыстары буйынса СССР Дәүләт именлеге комитетының Тбилиси ҡалаһындағы Юғары курсында уҡыта. 1991 йылдан Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) идаралығында өлкән оперуполномоченный, инспектор, 1998–2002 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы була. Һуңынан “Электронефтегаз” йәмғиәтенең генераль директорының хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары, Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалы доценты, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы филиалының ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире. 2011 йылдан һәм бөгөнгәсә Рифмир Рәхмәтулла улы Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы директоры вазифаһын башҡара.
Педагогтар, уҡыусылар төплө белемле, кешелекле етәксегә ҙур ихтирам менән, шул уҡ ваҡытта яҡын күреп, үҙ итеп ҡарай. Рифмир Рәхмәтулла улы һәр студенттың тормошо, көнкүреше менән ҡыҙыҡһына, ятаҡта йыш була, уҡыусыларҙың хәлен белешеп тора. Ошо рәүешле абруйлы етәксе һәр кемдең күңел донъяһына кешелекле директор булараҡ үтеп инә. Ул, ғөмүмән, кешеләрҙең яҡшы һәм ыңғай яҡтарын ғына күрә белеүсе заттарҙан.
Тарих фәндәре кандидаты Рифмир Мәрҙәмшин – күп һанлы ғилми хеҙмәттәр, китап һәм мәҡәләләр авторы ла. Уҡытыусыларҙың, студенттарҙың ижади башланғыстарына һәр ваҡыт теләктәшлек күрһәтә, үҙе лә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, сәләмәт тормош алып бара һәм йәштәрҙе лә шуға өндәй.
Рифмир Рәхмәтулла улы бер көн менән генә йәшәмәй, ул киләсәккә уй-хыялдар ҡороп, ең һыҙғанып эшләй. Колледж тормошо йәмле, йәнле булһын өсөн бар тырышлығын һала. Уның етәкселегендә уҡыу йортоноң матди-техник базаһы шаҡтай нығына, ашханаға, уҡыу йортона бына тигән ремонт үткәрелә. Уҡыу-уҡытыу программалары ла яңыртыла, бөгөн уҡыусылар яңы һөнәрҙәр үҙләштерә.
2014 йылда колледжға 4-се һөнәрселек училищеһы ҡушылғандан һуң, эштәр тағы ла арта һәм күбәйә. Берҙәм, татыу коллектив был ауырлыҡтарҙы ла бергә кисереп, әле уҡыу йорто юғары һөҙөмтәләре менән күптәргә өлгө булып тора. Бында белем алыусы студенттар район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашып, йыш ҡына призлы урындар яулап, колледждың данын сит тарафтарға тарата. Бынан тыш, төрлө проекттарҙа ла көстәрен һынап ҡарарға өлгөрә тырыш уҡыусылар.
Рифмир Рәхмәтулла улының фиҙакәр хеҙмәтен дәүләтебеҙ ҙә юғары баһалаған. Ул “СССР-ҙың Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл”, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының һәм Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, “Рәсәйҙең урта һөнәри белем биреү лидеры” Маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән.
Ғаиләһенән дә уңған Рифмир Рәхмәтулла улы. Әбйәлил районы ҡыҙы Рима Рәүеф ҡыҙы менән улар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Улдары Рөстәм, ҡыҙҙары Разия, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙаллы донъя көтә, матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Бөгөн Рифмир Рәхмәтула улы һәм Рима Рәүеф ҡыҙы — өс ейәнгә хәстәрлекле олатай-өләсәй.
— Шөкөр, яҙмышымдан йәм табып, күңел тыныслығы тойоп йәшәйем, хеҙмәтемдән ҡыуаныс кисерәм, — ти Рифмир Рәхмәтулла улы.