Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Апрель 2019, 23:11

"Йондоҙҙар парады" яңы үрҙәргә әйҙәй

Баймаҡ районында матур йолаға әүерелгән “Йондоҙҙар парады”нда Бөтә Рәсәй олимпиадаһы төбәк этабының дүрт еңеүсеһе һәм 26 призеры, ижади, техник, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә уңыш ҡаҙанған 178 уҡыусы, уларҙы һынауға әҙерләгән 74 педагог тәбрикләнде.

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге сайтынан.

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, бөгөнгө йәштәр араһында белемгә ынтылған, заманса фекер йөрөткән, сәләмәт тормошто үҙ иткән, һәләттәрен бар яҡлап асырға тырышҡандар бихисап. Уларҙы ваҡытында күреп, үҫтереү генә кәрәк. Был тәңгәлдә уҡыусы-уҡытыусы-ата-әсә араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылған, шунлыҡтан һөҙөмтәләр ҙә юғары.

Баймаҡтың киләсәген үҙ ҡулдарына аласаҡ йәш быуын бар яҡлап та талантлы, тырыш. Улар уҡыуҙа ла алдынғы, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, төрлө Рәсәй, республика, төбәк-ара конференцияларҙа сығыш яһай, спорт буйынса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә.

Эйе, төбәк киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.
Читайте нас: