Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың оло юбилейына һәм Театр йылына арнап район китапханаһында “Китап уҡыусы ғаилә” исемле конкурс уҙғарылды. Шуныһы ҡыуаныслы, бәйгелә күберәк йәш ғаиләләр ҡатнашты.
Ауылдарҙан килгән һәр ғаилә башҡорт милли аш-һыуынан, ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо. Асҡарҙан Хисмәтовтар – ҡурсаҡтар, ә Һамарҙан килгән Мөхәмәтшиндар эш ҡоралдары, уйынсыҡтар ҙа эшләп килтергәйне. Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе булған Хәмиттән Мөлөковтар ғаиләһе ойошторған күргәҙмә иң байы, күркәме булғандыр, моғайын. Аш-һыуҙың, үҙҙәре теккән милли кейемдәрҙең күп төрлө булыуы шунда уҡ күҙгә ташланды.
Бәйгелә барлығы ун ике ғаилә ҡатнашты. Тәүге турҙа конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәр команданың исеме, девизы күңелгә ятышлы шиғри формала булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҫәлән, Һамарҙан килгән Мөхәмәтшиндар ғаиләһенең исеме “Китап – тоғро дуҫыбыҙ” булһа, девизы – “Ҡулыма алһам китап, күңелем булыр бик шат”. Балалары Илсур, Нурзилә, Асия ла сығыш яһаны. Рауилдан Ғибәҙәтовтар, Асҡарҙан Хисмәтовтар, Салауаттан биш бала тәрбиәләгән Ғөбәйҙуллиндарҙың сығыштары ла бай йөкмәткеле булды. Иҙәш Ҡусҡарынан килгән Шәриповтар үҙҙәренә исемде “Нурлы ғаилә” тип алған, девиздары ла шуға ярашлы шиғри формала: “Китап алһаң ҡулыңа, нур һибелер юлыңа”.
Бөтә ғаиләләрҙең дә сығышын, әлбиттә, балалар биҙәне. Атауҙынан биш бала тәрбиәләгән Ғәббәсовтар ғаиләһенән Максим Новиков менән Полина Скурлаева Мостай Кәримдең “Россиянмын” һәм “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырҙарын саф башҡорт телендә һөйләп ишеттерҙе, Салауат ауылынан Ғөбәйҙуллиндар ҙа күмәкләп Башҡортостан тураһында йыр башҡарҙы, шиғыр ҙа һөйләне. Был ғаиләлә лә биш бала тәрбиәләнә. Хәмиттән килгән Мөлөковтарҙың Әнфисә исемле ҡыҙҙары матбуғатҡа әүҙем яҙышҡаны өсөн “Аманат” журналының йәш хәбәрсе исемен алған, бокс буйынса Башҡортостан чемпионы исеменә лә лайыҡ булған.
Бәйгенең икенсе өлөшөндә һәр ғаилә үҙҙәре уҡыған әҙәби әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте. Әйткәндәй, күптәре арҙаҡлы шағирыбыҙ М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Өс таған” һәм “Әлфиә хикәйәләре”н һайлаған.
Шуныһы ҡыуаныслы: Үтәгәндән Ялмырҙиндар, Рауилдан Ғибәҙәтовтар, Әбделмәмбәттән Ҡарасбаевтарҙың сәхнә күренештәрендә балалар ғына сығыш яһаны. Үтәгән уҡыусылары Шайморат Заһитов менән Раян Ялмырҙиндар Әсғәт менән Кендек ролдәрен ысын артистарҙан бер ҙә кәм башҡарманы. Асҡарҙан Батталовтар ғаиләһе Хужа Насретдин мәҙәктәрен, ә Сиҙәм ҡасабаһынан Низамовтар Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Уларҙың сығыштарын да тамашасылар алҡыштар менән оҙатты. Башҡорт әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса бәйгене алып барыусы Айгөл Тоҡомбәтова әҙерләгән викторина һорауҙарына яуап биреү буйынса ла ғаиләләр араһында белемле, ғилемле кешеләрҙең күп булыуы асыҡланды. Сиҙәмдән Низамовтар, Асҡарҙан Хисмәтовтарҙы, Әбделмәмбәттән Ҡарасбаевтар менән Байымдан Мәхмүтовтарҙы тап ана шундайҙар рәтенә индерергә була.
Бәйгелә Үтәгән ауылынан Ялмырҙиндар ғаиләһе – Гран-при, Хәмиттән Мөлөковтар, Асҡарҙан Хисмәтовтар менән Һамарҙан Мөхәмәтшиндарҙың сығыштары беренсе һәм икенсе урындар менән билдәләнде. Өсөнсө урынға Ғәббәсовтар, Низамовтар, Батталовтар сыҡты. Ҡалған ғаиләләрҙең сығышын да билдәләп үттеләр. Еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр менән дипломдар тапшырылды.