Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Белем һәм тәрбиә
5 Май 2019, 01:11
Яңы уҡыу йылын – яңы мәктәптә
Асҡын районындағы Ҡышлауйылға ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө графиктан алда бара.
Фото "Йәнтөйәк" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.
Асҡын районындағы Ҡышлауйылға ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө графиктан алда бара.
Билдәле булыуынса, был төбәккә эш сәфәре барышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо уҡыу йорто бинаһы төҙөлөшө барышы менән танышып, уға яҡшы баһа биргәйне.
Ошо көндәрҙә район етәксеһе Ришат Дихин бында булып, 120 урынға иҫәпләнгән, балалар баҡсаһы ла ҡушыласаҡ объект төҙөлөшөн йәнә ҡараны.
“Эш графиктан алдараҡ бара. Тимәк, 1 сентябргә яңы уҡыу йорто бинаһы мотлаҡ асыласаҡ”, – тине ул.
Төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.