Инженер һөнәренең ҡайһы заманда ла кәрәкле, мәртәбәле булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Бигерәк тә бөгөнгө фән һәм техниканың үҫеш кимәлен ябай кеше күҙлегенән сығып байҡаһаң, ошо фекергә инанаһың.
Уҡыусылар һөҙөмтә менән ҡыуандыра
Йәмғиәтебеҙҙе матди һәм техник яҡтан алға әйҙәгән белемле, булдыҡлы инженерҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән әҙерләү, уларға төплө белем биреү – бөгөнгө көн талабы. Мәғариф системаһы алдына ҡуйылған юғары талаптарҙы Республика инженер лицей-интернатының уҡытыусылар коллективы яҡшы аңлай. Үҙ уҡыусылары менән бер ҡаҙанда ҡайнауҙан тыш, башҡа район һәм ҡалаларҙан да һәләтле балаларҙы төрлө сараларға саҡырып, тәжрибә уртаҡлашыуҙы кәрәк тип табалар.
Республика кимәлендә уҙған тәүге “Инженерҙар әҙерләүҙә яңы технологиялар” форумына Нефтекама, Октябрьский, Дүртөйлө, Күмертау, Өфө ҡалалары һәм Хәйбулла, Шишмә райондары мәктәптәренән фән һәм техника үҫеше менән ҡыҙыҡһынған йөҙҙән ашыу йәш талант йыйылды. Форумдың маҡсаты – инженер һөнәре менән киләсәген бәйләргә уйы булған һәләтле балаларҙың белемен киңәйтеү, уларҙың исемлеген Республика инженер лицей-интернаты базаһы нигеҙендә булдырылған инженерҙар майҙансығы селтәренә (РСИП) туплау, йәш рационализаторҙарҙың инженер технологияларҙа өлгәшкән ҡаҙаныштарын пропагандалау һәм уларҙың аҡыл хеҙмәте емештәрен сәнәғәт, медицина һәм башҡа юҫыҡтарҙа ҡулланыуға индереү.
Инженер лицей-интернаттың директоры Флүр Шаһисолтанов, форумды асып, бындай сараларҙы уҙғарыуҙың үтә лә мөһимлеген билдәләп үтте.
– Өфө дәүләт нефть техник университетының предуниверсарийы булараҡ, беҙҙең лицейҙың педагогтар коллективы инженер һөнәре буйынса көслө белгестәр әҙерләүгә бар көсөн һала. Шуныһы ҡыуаныслы: хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ эштәренә ижади ҡарай, мәғариф өлкәһендәге инновациялы технологияларға өҫтөнлөк бирергә тырыша. Федераль кимәлдәге “Яндекс Лицей” проекты буйынса уҡыусыларыбыҙҙың барыһын да “питон” сәнәғәтте программалаштырыу теленә өйрәтеүгә күстек. Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә олимпиадаларға әҙерләү буйынса ресурс үҙәге булдырҙыҡ, инженер һөнәрҙәрен һәм химия фәнен тәүләп өйрәнеүселәр араһында полиолимпиадаларҙы даими уҙғарырға ҡарар иттек. Уҡыусыларыбыҙ ҙа һөҙөмтәләре менән шатландыра: химия, математика, физика, информатика, инглиз теле һәм башҡа фәндәр буйынса еңеүселәр, призлы урындарҙың күбеһе – беҙҙеке. Робот техникаһын йыйыу, бейеү, вокаль-инструменталь ансамблдәре түңәрәктәренең, төрлө секцияларының эштәре лә маҡтауға лайыҡ. ӨДНТУ менән ҡулға-ҡул тотоноп алға барабыҙ, заман һулышын тойоп, унан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Бөгөнгө форум да ошо мәртәбәле уҡыу йортоноң һәм унда уңышлы эшләп килгән Йәштәр технопаркының булышлығында үтә. Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар балаларҙы инженер һөнәренә мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа уҡ әҙерләй башлауға мөмкинлек бирә. Был йүнәлеште һайлаған мәктәптәр, урта махсус техник йүнәлештәге уҡыу йорттарының йәш уйлап табыусылары киләсәктә беҙҙең инженер лицей-интернаты нигеҙендә планлаштырылған инженерҙар майҙансығы селтәренә тупланып, дәррәү эш башлар тип өмөтләнәбеҙ. Бизнес әһелдәре, эшҡыуарҙар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре лә ошо башланғысты берҙәм күтәреп алһа, беҙ бик шат булыр инек, – тине ул.
– “ФГОС сиктәрендә инженерҙар әҙерләүҙә бөгөнгө педагогия технологиялары” тигән темаға ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” уҡытыусыларға был мөһим эшкә яңыса ҡараш булдырыу кәрәклеген белдерҙе. “Инженер лицей-интернат уҡытыусыһы Әнисә Сивагинаның юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү юлдарын күрһәткән сығышын ҡыҙыҡһынып тыңланым, – ти Аҡъярҙағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлназ Әлмөхәмәтова. – Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, лицей-интернаттың уҡыусылары тәү ҡараштан уҡ үҙҙәренә ҡарата хөрмәт тойғоһо уята. Эйе, тәртип гардеробтан башлана: бөхтә итеп кейенеп, ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп ҡаршылаған лицей уҡыусыларына ҡарап һоҡланыуыбыҙҙы йәшерә алманыҡ. Ә инде нефть һәм газ сығарыуҙа яңы технологиялар, химия өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында тәрән мәғлүмәтле булыуҙары, робот техникаһын нисек эшләүҙәре хаҡында фәнни телдә матур итеп һөйләүҙәре, белемле, етди булыуҙары беҙҙе бөтөнләй хайран итте.
Уҡыусылар инглиз телендә иркен һөйләшә, һыҙма эштәрҙә күнеккәнлектәре, теүәл фәндәрҙе бер-береһенә бәйләп белеүҙәре арҡаһында төрлө техника уйлап табыу улар өсөн бер ни түгел кеүек. Лицейҙың матди-техник базаһы ла балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Күренеп тора: лицейҙа уҡыусыларҙы олимпиадаларға, фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләүгә етди ҡарайҙар, һәләтле балаларҙың һәр башланғысы педагогтар коллективында оло яҡлау таба. Октябрьский ҡалаһының 9-сы мәктәбе уҡытыусыһы Ирина Густованың “Дәүләт стандарттарын ҡулланып, прототиптарҙы проектлау”, ошо уҡ ҡаланың 13-сө мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Дәүләтшинаның “Мәктәптәрҙә инженерҙар әҙерләүҙең үҙенсәлектәре” тигән сығыштары ла бик фәһемле булды. Ошондай форумдар бөгөн бик кәрәк, сөнки беҙ, ауыл уҡытыусылары, бындай сараларҙан һуң үҙебеҙҙе күпкә мәғлүмәтлерәк тоябыҙ һәм, башҡаларҙан күреп, үҙ мәктәптәребеҙҙә яңыса эшләргә, уҡыусыларыбыҙға заман талаптарына ярашлы белем һәм һөнәр бирергә ынтылабыҙ.
“Фән һәм техника” секцияһында ҡатнашыусыларҙы Күмертау ҡалаһы политехник лицей-интернатының VI класс уҡыусыһы Раян Әбсәләмовтың сығышы әсир итте. Ҡояш энергияһынан көс йыйған автомобиль ижад иткән ул. Йәш уйлап табыусы районда уҙған фәнни-ғәмәли конференцияла ла призлы урынды яулаған. Раян ҡояш энергияһы ярҙамында телефон, сәғәт батареяларына ла һулыш биреп булыуы тураһында ихлас һөйләй, бындай энергияны киләсәктә сәнәғәт предприятиелары эшенә хеҙмәт иттереү тураһында хыяллана. РИЛИ уҡыусылары Дамир Ғабдуллин, Ангелина Ғәйнетдинова, Богдан Миңнеғәлиндең, Октябрьский ҡалаһынан Артур Йосопов һәм Никита Петровтың төрлө уйлап табыуҙарға ҡоролған эштәре лә жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы.
“Робот техникаһы, информатика”, “Технология, прототиплау” секцияларының эше форумға йыйылыусылар араһында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Был юҫыҡта бигерәк тә хужалар әүҙемлек күрһәтте. Лицей-интернаттың X класс уҡыусыһы Урал Әминев “Аҡыллы беләҙек” уйлап тапҡан. Беләҙек йөрөткән кеше үҙенең көнөнә нисә аҙым яһағанын белә, тән температураһын, пульсын, ҡан баҫымын даими күҙәтә, хәленә ҡарап һаулығын ҡайғырта ала икән. IX класс уҡыусыһы Булат Тереғоловтың “Автопилотлы курьер”ы почта ташыу, ашығыс хәбәрҙәрҙе эйәһенә тиҙ арала алып барып еткереү өсөн үтә лә ҡулайлы техника булмаҡсы. Айнур Муллағәлләмов, Айваз Сабитов һәм Биктимер Сәғитовтарҙың хеҙмәт емеше – “Голдберг машинаһы”, үҙенсәлекле технологиялар ярҙамында һалҡын һыуҙы ҡайнатып, сәй пакеттарын стакандарға һалып, ҡунаҡтарҙы хуш еҫле сәй менән һыйлап аптыратты. Октябрьский ҡалаһының 9-сы мәктәбе уҡыусылары Альберт Бәшәров менән Тимур Тимерғәлиевтәрҙең “3D форматындағы прототиптарҙы булдырыу һәм проектлау”, Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Руслан Исхаҡовтың “Вирус Backdoor” темаларына яҡлаған фәнни эштәре лә мәртәбәле жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды. Лицей-интернаттың фойеһында ойошторолған робот техникаһы күргәҙмәһе форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оҡшаны. “Егеттәрҙең үҙ ҡулдары менән эшләгән техникаһы тураһында тәфсирләп һөйләүҙәренә ҡарап, күңел һөйөнә. Бәләкәй кластарҙа уҡығандар ҙа өлкәнерәктәрҙән һис тә ҡалышмай. Ҡулды эшләтеү өсөн иң тәүҙә бит башты уйлатыу мөһим. Тимәк, егеттәр физика ҡанундарын, математика, информатика фәндәрен һәйбәт белә, теорияны ғәмәлдә урынлы ҡулланыу оҫталығына эйә. Ара алыҫлығын лазер ярҙамында билдәләгән аппарат, Морзе алфавитын яңыса ҡулланған телеграф, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына техниканы эшләү – барыһы ла балаларҙан күп аҡыл көсө талап итә, уларҙы уйларға, ижад итергә өйрәтә. Теләк булһа, беләк ҡарышмай инде ул. Остаздары етәкселегендә ҡулдарын күнектереп, һөнәргә өйрәнеп үҫһен егеттәр. Ә бына лицейҙың физика кабинеты лабораторияһын тулыландырыу, байытыу бик урынлы булыр ине”, – ти Күмертау ҡалаһындағы политехник лицей-интернаттың физика уҡытыусыһы Азат Баянов.
“Иҡтисад. Бизнес-пландар” секцияһы эшенә буласаҡ эшҡыуарҙар һулыш өрҙө. Өфө ҡалаһының 101-се мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Ғималова, мәктәп ихатаһында теплицалар урынлаштырып, йәшелсә үҫтереү, мәктәп ашханаһын экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән тәьмин итеү бизнес-планын төҙөгән. Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары Злата Зайцева һәм Элина Сабитова үҙ проекттарын шул тиклем төплө яҡланы, әйтерһең дә, аудиторияла уҡыусы ҡыҙҙар түгел, ә тәжрибәле бизнес-вумендар телмәр тотто. Ҡыҙҙарҙың береһе “Эврика” ижад студияһын асып, 5 – 15 йәшлек балаларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү маҡсатында түңәрәктәр эшен йәнләндереүҙе күҙ уңында тота, икенсеһе иһә һәр ауыл һәм ҡалала урам һайын асылған ҙур магазиндар селтәренең – супермаркеттарҙың маркетинг тоҙаҡтарына анализ яһаны, ташламалар, акциялар тип осһоҙораҡ тауарҙарға ябырылған һатып алыусыларҙы мутлыҡтан иҫкәртеү юлдарын күрһәтте. VII класс уҡыусыһы Асҡар Арыҫланов сайттар эшләү, интернет киңлектәрендә үҙ эшеңде асыу мөмкинлектәрен бик ентекле барланы.
Буласаҡ инженерҙар теүәл фәндәрҙе генә түгел, сит телдәрҙе, йәмғиәт фәндәрен дә һыу кеүек эсергә тейеш. “Лингвистика” секцияһына берләшкән уҡыусылар саф инглиз телендә үҙҙәрен шәхес булараҡ үҫтереү һәм тәрбиәләү, шәхси ҡаҙаныштары тураһында бәйән итте, киләсәккә хыялдары менән уртаҡлашты. Айвар Кашапов, Динара Ғәләүетдинова, Айһылыу Фазылйәнова, Әлиә Ҡадирова, Сабина Сагалова, Данил Хәсәнов, Диләфрүз Кәбировалар үҙҙәрен инглиз телен камил белгән оҫталар итеп танытты.
– Беҙ үҙ телен, шәжәрәһен, тарихын яҡшы белгән, республикабыҙға тоғро хеҙмәт итерлек, халҡыбыҙ мәнфәғәтен күҙәтерлек илһөйәр шәхестәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, – ти лицей-интернаттың тарих уҡытыусыһы Юлай Әбделмәнов. – Тамырҙарын белмәгән кеше – ҡороған ағас. Уҡыусыларыбыҙ бөгөнгө форумға үҙҙәренең ғаилә тарихы, күренекле ата-бабалары тураһында фәнни эштәр әҙерләне. “Беҙ – Кинйә Арыҫланов вариҫтары” темаһына сығыш яһаған Урал Кинйәбаевҡа (X класс) барыбыҙ ҙа бер тауыштан тәүге урынды биреүҙе кәрәк тип таптыҡ. “Мин – шәжәрә ағасымдың бер япрағы” темаһын яҡтыртҡан Таһир Шаһморатов, Илгиз Вәлиев һәм Рөстәм Сәмиғуллиндарҙың ғаилә тарихы менән танышыу ҙа бик фәһемле булды. Социаль рекламаларҙың тормоштағы ролен иҫбатлап сығыш яһаған Рената Хажиева, глобаль йылыныуҙың эҙемтәләренә хафаланыу белдергән, был процесты түбәнәйтеү юлдарын эҙләгән Ксения Воронова, һәр минуттың ҡәҙерен белергә, уға идара итеүҙе яйға һалырға ынтылған Ралина Әхмәтова (Дүртөйлө ҡалаһы), 1950–1980 йылдарҙа Башҡортостанда барлыҡҡа килгән һәм киң ҡолас алып үҫешкән ҡалалар тарихын ентекле белгән Рината Муллайәрова һәм Эвелина Сәлиховаларҙың (Өфө, 101-се мәктәп) фәнни эштәре лә уңышлы тип табылды.
Шуны ла билдәләү зарур: форумда ҡатнашыусыларҙың сығыштарын абруйлы жюри ағзалары – БДУ, ӨДНТУ-ның техник, иҡтисад фәндәре кандидаттары, доцент, өлкән уҡытыусылары, Мәғарифты үҫтереү институты, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәрҙәре, башҡа район һәм ҡалаларҙан, Өфө мәктәптәренән килгән уҡытыусылар баһаланы.
Бармағыңа аң килһә, һөнәреңә дан килер, ти халыҡ мәҡәле. Йәш быуындың бармағына аңды ни тиклем иртәрәк биреү, уларҙың ҡулдарын йәштән күнектереп, һөнәргә өйрәтеү маҡсаты ҡуйылды был матур сарала. Әйҙә, бер-береһенән күреп күнекһен ҡулдар, нығынһын быуындар. Белемле, ижади ҡарашлы, киләсәктә һөнәрҙәренә дан килтерерлек, тормош һынауҙарына бирешмәҫлек булып үҫһен йәштәр.