Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмилә менән Фәрит Моратовтарҙың өлкән улы Иҙел быйыл Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ҡатнашты.
Ул Баймаҡтың 3-сө мәктәбен тамамлаған. Әле Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Жуков орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы Һарытау хәрби институтында белем ала.
Яҡшы уҡығаны, хәрби талаптарҙы теүәл башҡарғаны өсөн курсант Иҙел Моратовҡа Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән. Афарин, Баймаҡ егете!