Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Май 2019, 22:14

“Артек”та – Сибай студенттары

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттарынан бер төркөм практика үтеү өсөн “Артек” халыҡ-ара балалар лагерына юлланды.

Фотолар Сибай институты сайтынан.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттарынан бер төркөм практика үтеү өсөн “Артек” халыҡ-ара балалар лагерына юлланды.
Әйтеүҙәренсә, унда йәш быуындың үҫеше өсөн бөтөн мөмкинлектәр тыуҙырылған. Лагерҙа балалар менән эшләүселәргә юғары талаптар ҡуйыла. Ҡыҙ һәм малайҙарҙың донъяның төрлө илдәренән килеүе яуаплылыҡты икеләтә арттыра.
“Талап юғары булғас, үҙебеҙҙе бар яҡлап асыу мөмкинлеге ҙур”, – ти студенттар.