Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Май 2019, 14:52

Алға ҡарап йәшәргә кәрәк

Бер ай элек, 11–12 апрелдә, Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үткәйне. Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сараға Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән, башҡорт теле уҡытылған күрше республика һәм өлкәләрҙән йыйылған 700-ҙән ашыу делегат тел уҡытыу нескәлектәре, был тәңгәлдәге проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләште.

Бер ай элек, 11–12 апрелдә, Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үткәйне. Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сараға Башҡортостандың барлыҡ төбәктәренән, башҡорт теле уҡытылған күрше республика һәм өлкәләрҙән йыйылған 700-ҙән ашыу делегат тел уҡытыу нескәлектәре, был тәңгәлдәге проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләште.
Сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашып, башҡорт теленең ҡулланылыш даирәһен киңәйтеү, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу йәһәтенән үҙ фекерҙәрен һәм тәҡдимдәрен еткергәйне.


Республика етәкселеге тарафынан тәҡдим ителгән башланғыстар, эшлекле майҙансыҡтарҙа яңғыраған фекерҙәр съездың эш һөҙөмтәләренә ярашлы ҡабул ителгән резолюцияла сағылыш тапты. Шулай уҡ унда сараның төп йөкмәткеһен, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы барлыҡ тел уҡытыусылары иғтибарына еткереү маҡсатында урындарҙа зона конференциялары уҙғарыу тураһында ла әйтелгәйне. Был башланғысты тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары күтәреп алды һәм съезд һөҙөмтәләре буйынса зона конференцияһына йыйылды.


Өфөнөң 159-сы белем биреү үҙәгендә үткән сара барышында “Туған телдәрҙе өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре”, “Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ: тәжрибә һәм яңылыҡтар”, “Мәктәпкәсә белем биреү системаһында башҡорт теле: көнүҙәк үҫеш мәсьәләләре” тигән майҙансыҡтар эшләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеү яулаған тәжрибәле уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.


Конференцияның икенсе өлөшө пленар формала ойошторолдо. Уның барышында мөғәллимдәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында күтәрелгән мәсьәләләр, тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар менән яҡындан танышты, уларҙы урындарҙа тормошҡа ашырыу юлдарын барланы.


Республика Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының милли сәйәсәт бүлеге советнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова съезд ҡарарҙарына ярашлы башланған эштәр, башҡорт телен үҫтереү буйынса фонд, был йүнәлештәге гранттар тураһында һөйләне.


Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының ректоры Гөлназ Шафиҡова съезд барышында учреждениеның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы 18 тәҡ­дим еткерелеүе хаҡында белдерҙе. Бөгөн инс­титут ҡарамағында Башҡорт телен үҫтереү буйынса ресурс үҙәге булдырылып, уның эш йүнәлештәре билдәләнгән. Әгәр киләсәктә башҡорт теле уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән иң яҡшы методик әсбаптарға гранттар бүленһә, интерактив программалар менән тәьмин итеү яйға һалынһа, был саралар тел белгестәрен тағы ла ҙурыраҡ эштәргә дәртләндерер ине, тине Гөлназ Радмил ҡыҙы.


Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева: “Бөгөн беҙҙең алда торған иң ҙур бурыстарҙың береһе – милли мәғарифты уҡытыу концепцияһын булдырыу”, – тип билдәләне. Съезд барышында республика етәкселеге тел өйрәнеү йүнәлешендә ҡеүәтле үҙәк ролен үтәйәсәк лингвистик гимназиялар булдырыу тәҡдимен еткергәйне. Мәғариф министрлығы әлеге йүнәлештә эште башлаған да инде: конференция барышында был үҙәктәрҙе ҡайһы төбәктәрҙә, ниндәй белем усаҡтары базаһында булдырыу күҙалланыуы хаҡында әйтелде.


Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының математик анализ кафедраһы доценты Рөстәм Кәримов “Электрон уйын мәктәбе” программаһы менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған был платформа уйын рәүешендә башҡорт телен өйрәтеү, был йүнәлештә заман технологияларын ҡулланыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Ул күп уҡытыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты Мәғарифты үҫтереү институты доценты Фәнзил Санъяров Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһының эшмәкәрлеге, ойошманың юридик йәһәттән тулыһынса теркәү үтеп, танытмаға эйә булыуы хаҡында белдерҙе. Ошо уҡ институт доценты Зәкиә Нафиҡова балалар баҡсаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәтеүҙе ғәмәлгә индереү, был эште законлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе.


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министр­лығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллинаның сығышын уҡытыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Розалия Рәсих ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәрҙең федераль исемлеккә индерелеүен оло баһаға лайыҡ хеҙмәт тип билдәләне. Уның: “Һуңғы ике-өс йыл туған телдәрҙе уҡытыу өлкәһе өсөн ҡатмарлы ғына булды. Ҡайһы бер уҡытыусылар “элек шулай ине” тип үткәнде һағынып, элекке менән хәҙергене сағыштырыуҙан ары китә алмай. Әммә алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Зарланып ултырыуҙан файҙа юҡ, һөҙөмтә лә булмаясаҡ. Уҡытыусылар, дәреслектәр бар, власть органдары һөйләшеүгә әҙер, диалог бара. Шуға күрә башты күтәреп, яурындарҙы киреп, алға барырға кәрәк”, – тигән һүҙҙәре сараның төп асылын билдәләне, беҙҙеңсә.
Читайте нас: