Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Баймаҡ районында “Зарница” хәрби-спорт уйынының төбәк этабы үтте.
Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай, Межгорье ҡалаларынан барлығы туғыҙ команда ярышты.
“Зарница”ла ҡатнашыусылар үҙҙәрен бер аҙға булһа ла әрмеләге кеүек хис итте. Шулай булмайса, улар үҙҙәренен барлығы 14 ярыш төрөндә һынап ҡараны! Рәсәй тарихы буйынса белемде тикшереү, граната ташлау, тигеҙ сафтарҙа йырлап уҙыу, мәргәнлекте һынау, мылтыҡты ҡороп-йыйыу, ҡаршылыҡ һыҙатын үтеү, йүгереү, йөҙөү... Ошо һәм башҡа төр ярыштарҙың береһе лә еңел бирелмәне. Шулай ҙа буласаҡ һалдаттар һынатманы. Ярыштар ҡаланың дүрт майҙансығында үтте.
Беренсе урынды Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе командаһы яуланы. Икенселә – Сибайҙың 12-се, өсөнсөлә Учалының 10-се мәктәптәре командалары. Башҡалар төрлө номинацияларҙа билдәләнеп бүләкләнде.
Ярышта еңгән Баймаҡ командаһы июндә үтәсәк “Зарница” хәрби-спорт уйынының республика этабында ҡатнашасаҡ.