Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң, шул ҡалыр, тип боронғолар белмәй әйтмәгән. Тәрбиәне кескәй саҡта уҡ башлауҙы бер нәмә лә алмаштыра алмай.
Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы ҡырмыҫҡа иләүеләй гөжләп тора. Белем усағы районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә, тәрбиәселәр кескәйҙәр менән берлектә төрлө саралар ойоштороуға көслө иғтибар бүлә.
Яңыраҡ “Янғын хәүефһеҙлеге дәрестәре” тип аталған сара малай һәм ҡыҙҙарҙы үҙенә йәлеп итте, унан берәү ҙә ситтә ҡалманы. Ысынлап та, балаларҙы бәләкәйҙән йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтеү кәрәк. Шул уҡ ваҡытта аңлашылмаған төрлө хәлдәр килеп сыҡҡанда, ҡаушамаҫҡа өйрәтеү ҙә, һис һүҙһеҙ, үҙен аҡлай. Хәйер, мәктәп йәшендәге, хатта унан да бәләкәйҙәрҙең өлкәндәрҙе ҡотҡарыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ.
Аҙаҡтан балаларҙан: “Ҙур үҫкәс, кем булыр инең?”– тип һорағас, күптәр янғын һүндереүсе һөнәрен һайларға теләге барлығын белдергән.