Гимназияға бала туған телде өйрәнһен тип килтерәләр.
– Улым быйыл беренсе класҡа уҡырға төшә. Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ, үҙ телен төплө белһен тип теләйбеҙ. Ҡайһы мәктәпкә бирергә икән, кәңәш итегеҙ әле, – тине район үҙәгендә йәшәгән йәш әсә. – Башҡорт телен яҡшы белгән башланғыс класс уҡытыусыһын эҙләйем.
Мин яңы танышыма һоҡланып ҡараным, ундай әсәләр барлығына ҡыуандым. Тәҡдим итер мәктәп булыуы шатлығымды тағы ла арттырҙы.
– Талбазы башҡорт гимназияһына барығыҙ, ундағы уҡытыусылар – үҙ эшенең ысын оҫталары, – тинем.
1999 йылда Ауырғазы районы етәкселеге ҡарары менән асыла был уҡыу йорто. Район хакимиәте башлығы М.Х. Вәлитов балаларҙы башҡорт рухында тәрбиәләүҙе, һәләттәрен асып, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тәүге директоры итеп Миниса Мөхәмәтова тәғәйенләнә. Көслө педагогик коллектив туплана, районыбыҙҙың иң алдынғы уҡыусылары конкурс менән ҡабул ителә. Ысынлап та, район, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша балалар, призлы урындар яулай.
Гимназия күптәргә тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итә, күпме таланттар аса. Уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте аша ғына быға өлгәшеп булыуы һәр кемгә мәғлүм.
Гимназия асылыуға 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Әле лә ул емешле эшләй. Район үҙәгенең йәме булып балҡыған өс ҡатлы бинаны төҙөп, уны йыһазландырыуға Марат Ишемғолов күп көс һалды. Хәҙер бында башҡорт телен өйрәнергә теләгән төрлө милләт балалары белем ала. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле планға ярашлы тәрән өйрәнелә, аҙнаһына биш сәғәт.
– Башҡа милләт балаларының тырышып-тырмашып телде өйрәнеүе һоҡландыра, ата-әсәләр гимназияға балаларын теләп килтерә, – ти Светлана Атмасова. – Кластан тыш сараларҙы саф башҡортса алып барырға тырышабыҙ. Телде өйрәнеү ғаиләнән башлана, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмө булдырыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
Әйткәндәй, Светлана Николаевна үҙе сыуаш милләтенән. Башҡорт мөхитендә тәрбиәләнеп, телде яҡшы өйрәнгән. Педагогия институтының башланғыс кластар факультетының башҡорт төркөмөндә белем алған.
Баланың артабан нисек уҡып китеүе башланғыс класс уҡытыусыһының хеҙмәтенә бәйле. Эҙмә-эҙлекле, өҙлөкһөҙ эшләгәндә генә уңышҡа ирешеп булалыр. Дәреслек менән генә сикләнмәйҙәр Талбазы гимназияһының уҡытыусылары. Балаларҙың артабанғы яҙмышына, һөнәр һайлауына ла тәүге өлөштәрен индерәләр.
– Уҡыусыларҙы ижади, рухи яҡтан үҫтереү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, – ти Айгөл Һатлыҡова. – Йыл һайын уҙғарылып килгән “Фәнгә старт”, “Щербаков уҡыуҙары”, район, төбәк ярыштарындағы уңыштарыбыҙ етәрлек. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иншалар, һүрәттәр, ғилми проекттар менән сығыш яһай уҡыусыларым. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә лә алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
– Гәзит-журналдар уҡыу, уларҙың битендә үҙ исемеңде күреү балаларҙа бөтмәҫ шатлыҡ, ҡыҙыҡһыныу уята, – тип һөйләй Розалия Йәлилова. – Эшләй башлағаны бирле балалар өсөн сыҡҡан республика баҫмаларынан өҙөлмәйем, улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, мәҡәләләр яҙабыҙ. Телде үҫтереү, һүҙҙәр даирәһен киңәйтеү өсөн был бик мөһим, – ти тәжрибәле уҡытыусы.
Ата-әсәләр менән әүҙем эшләй уҡытыусылар. Ғаиләләрҙең көнкүреше, торлаҡ шарттары балаларҙың уҡыуына, күңел торошона тәьҫир итмәй ҡалмай. Айырыуса йәштәр ғаиләлә туған телдә аралашһын ине, тигән теләктә гимназия уҡытыусылары. Һүҙ байлығын арттырыуҙа, телмәр үҫтереүҙә өләсәй-олатайҙарҙың өлөшө лә ҙур булырға тейеш. Улар менән дә аралаша уҡытыусылар, дәрестәргә саҡыра, төрлө саралар уҙғара.
Башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлаған уҡыусылар урта кластарҙа еңел уҡып китә. Фәндәрҙе рус телендә өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең аҙ булыуы уға иғтибарҙы кәметә төшә. Шулай ҙа рухлы уҡытыусылар коллективы һәр төрлө сараларға ҙур иғтибар бүлә. Йыл һайын уҙғарылған “Назаров уҡыуҙары” – быға дәлил, бынан тыш яҙыусылар, абруйлы шәхестәр менән осрашып-аралашыуҙар булып тора.
Талантлы уҡытыусы Фәһим Ғайсин етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле – гимназияның ғорурлығы. Райондағы бер мәҙәни сара ла уларҙың сығышынан башҡа үтмәй. Милли музыка ҡоралында уйнарға теләүселәр бихисап. Ғөмүмән, йыр-моңға, һәр төрлө ижадҡа маһир гимназия уҡыусылары. Гөлназ Фәхретдинова – шундайҙарҙың береһе. Ул рус, татар, башҡорт йырҙарын көслө, үҙенсәлекле тауышы менән башҡарып, республика конкурстарында бер нисә тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булды.
Милли көрәш менән бик ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә балалар. Был спорт төрөнә малайҙарҙы Булат Ильясов ылыҡтырған. Тәжрибәле остаздары менән көрәшселәр бик күп бәйгеләрҙә призлы урындар яулай.
Гимназияның уҡытыусылар коллективы берҙәм, әүҙем, инициативалы. Директор Илнур Мәҡсүтов хәҙерге заман шарттарында гимназияның абруйын һаҡлауға, матди-техник базаһын нығытыуға ҙур көс һала.
Түрһәгәҙе ауылындағы башҡорт мәктәбен дә үҙ ҡурсауына алған уҡыу йорто. Билдәле, ауылдарҙағы иҡтисади хәлдәр яҡшынан түгел. Колхоздар тарҡалып, шөғөлһөҙ ҡалған ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, тотош ғаиләләр ситтә эшләй. Йәштәр ауылда ҡалмай, мәктәптәргә, балалар һаны аҙ булғанлыҡтан, ябылыу ҡурҡынысы янай. Талбазы гимназияһы райондағы берҙән-бер ҙур башҡорт мәктәбе булып ҡала.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Мөхәмәтйәрова туған телгә һөйөүҙе ижади бәйгеләр, саралар аша тәрбиәләй. Уның уҡыусылары йыл һайын республика олимпиадаларында ҡатнаша, күптәре башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәрен һайлай. Яңы ғына башҡорт теле уҡытыусыларының район семинары ла тап ошо гимназияла үтте. Уҡыусылар унда Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле сара әҙерләп күрһәтте.
Күп яҡлы, киң даирәле эш алып барғанда ғына милләттең киләсәген тәрбиәләп булалыр. Юғары кластарҙа башҡорт теле дәрестәре һанын арттырыу менән бер рәттән тәрбиәүи саралар уҙғарыу ҙа отошло булыр ине. Балалар сит ауылдарҙан йөрөп уҡығанлыҡтан, кластан тыш сараларға ваҡыт етмәй. Әлбиттә, бында уҡытыусыларҙың бер ғәйебе лә юҡ. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән осраҡта, шәмбе көндәрен айына бер-ике булһа ла тәрбиәүи сараларға арнағанда яҡшы булыр, моғайын.
Гимназияла төрлө милләт уҡыусыларын башҡорт рухы берләштергән. Тарихҡа күҙ һалһаң, хәҙерге Ауырғазы районы боронғо Меркет ырыуы башҡорттары ерҙәрендә урынлашҡан. Тимәк, шәжәрә ағасы тамыры ошо ергә береккән, милләт рухын һаҡлау, киләсәген юғалтмау – изге бурыс.