Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 1179 майҙансыҡта 69 524 кеше яҙған.
Улар араһынан 59 526-һы – Башҡортостанда, 927-һе – күрше төбәктәрҙә, 112-һе – сит илдәрҙә.
Эш һөҙөмтәләренә килгәндә, 18 771 кеше – “бишле”гә (27 процент), 27 114-е – “дүртле”гә (39 процент), 23 638-е “өслө”гә (34 процент) яҙған.
Сағыштырып ҡарағанда, былтыр диктант яҙғандар күпкә аҙ булған – 12 мең кеше.
Был сараның маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, йәмәғәтселек иғтибарын грамоталылыҡ мәсьәләһенә йәлеп итеү, хатаһыҙ яҙыуға ынтылыш тыуҙырыу. Ойоштороусы – Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд.