Рәсәй Президенты Владимир Путин “Мәғариф” милли проектына етди иғтибар бүлә. “Беҙ дөйөм белем биреүҙе үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барасаҡбыҙ. Шуны айырым билдәләйем, сифатлы һәм заманса уҡытыу һәр балаға ойошторолорға тейеш. Тигеҙ белем эстәү мөмкинлектәре – илебеҙ үҫеше өсөн ҡеүәтле ресурс һәм социаль ғәҙеллекте тәьмин итеү”, – тине Владимир Владимирович.
Әйткәндәй, былтыр Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы ил кимәлендәге конкурста еңеүсе тип билдәләнде. Уның нигеҙендә “Мәғарифты үҫтереү”, “Профессиональ белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын яңыртыу һәм үҙгәртеү” тигән Рәсәй дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә федераль грантҡа дәғүә итәләр. Хәйер, уҡыу йортоноң һәр йәһәттән дә уңыштары тураһында хәбәрҙарбыҙ. Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы етәкселегенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәре лә тырыш булғас, уңыш оҙаҡ көттөрмәй.