Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Май 2019, 11:14

Йөҙ йылдан ашыу тарихы бар

Тәрбиәләү мөһимме, әллә үҫтереүме?

Тәрбиәләү мөһимме, әллә үҫтереүме?


Заман башҡа, заң башҡа ти­гәндәй, хәҙер йәштәр мәғлүмәтте күберәк интернет аша ала. Төрлө китап, гәзит-журналдар уҡырға яратыусылар ҙа бар, әлбиттә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар һирәгерәк. Дыуан ҡыҙы Ләйсән Әхмәтова иһә бала саҡтан төрлө китап-энциклопедиялар менән “дуҫ”. Бигерәк тә тәбиғәт, ер тураһындағы мәҡәләләр ҡыҙыҡһындыра уны.“Ер ҡайҙан килеп сыҡҡан? Ул нисек даими үҙгәреп торған?” тигәнерәк һорауҙарға яуап табырға тырыша ҡыҙыҡай. Шуға мәктәптә география, биология кеүек дәрестәрҙе көтөп алыуы, яратыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Айырыуса Рәсәйҙә һәм Башҡорт­останда ерҙең әллә күпме төрө барлығы таң ҡалдыра уны. Бер уйлаһаң, ер ҡайҙа ла ер кеүек. Баҡтиһәң, бер ҙә улай түгел икән! Мәҫәлән, уның ҡап-ҡара уңдырыш­лыһы ҡайҙа бар? Ул башҡа ерҙән нимәһе менән айырыла? Өҫтәүенә, ҡайһы бер урындарҙа ниңә үлән үҫә һалмай? Ҡыҙҙың кескәй саҡтан ошо тәбиғәт байлығы менән ҡыҙыҡ­һыныуы үҙенә ғүмерлек һөнәрҙе һайлағанда мөһим роль уйнай: Мәсәғүт урта мәктәбенең Ҡәҙер ауылындағы филиалын ҡыҙыл аттестатҡа тамамлағас, Өфө урман-техник хужалығы техникумына уҡырға инә Ләйсән.


Киләсәген ошо ғәзиз ерһеҙ күҙ алдына килтермәй ҡыҙ хәҙер. Өҫтәүенә атаһы Ризуандың ҡустылары Ансар менән Рамазан да ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған. Әле Ләйсән техникумға уҡырға инеүенә ҡыуанып бөтә алмай, киләсәккә пландар ҡора.


Ә Антон Колобов машиналарҙы һәм күтәреү-транспорт ҡоролма­ларын тармаҡтар буйынса файҙаланыу буйынса белгес буласаҡ. Шуныһы һөйөнөслө: быйыл уның әсәһе Людмила Александровна ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаясаҡ һәм “урман хужалығы белгесе” тигән диплом аласаҡ. Әйткәндәй, Антондың атаһы Дмитрий Владимирович та, ҡасандыр ошо уҡ уҡыу йортон һәм улы һайлаған һөнәр буйынса диплом алып, әле “Өфө” халыҡ-ара аэропортында эшләй.
– Техникумда специальностар, нигеҙҙә, ике төргә бүленә. Беренсеһе – урман хужалығы йүнәлеше. Бында урман һәм урман-парк хужалығы, баҡса-парк, ландшафт һәм ер төҙөлөштәре буйынса белгестәр әҙерләнә. Икенсеһе: машиналарҙы һәм ҡоролмаларҙы техник файҙаланыу, ағас эшкәртеү технологияһы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса белгестәр. Мин икенсе төр буйынса һөнәргә уҡып сығасаҡмын, сөнки бала саҡтан автомобилдәр менән ҡыҙыҡһынам. Шуға техникумда уҡыуым юҡҡа түгел. Әлбиттә, киләсәктә ошо уҡ тармаҡ буйынса белемемде тағы камил­лаштырғы килә, – ти егет.
Герман Генералов та машиналарҙы һәм күтәреү-транспорт ҡоролмаларын тармаҡтар буйынса файҙаланыу буйынса белгес буласаҡ. Егет Өфөләге 70-се мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, ошо уҡыу йортонда күңеленә ятҡан һөнәр буйынса уҡырға ҡарар итә.
Хәлит Сөләймәнов етәкселек иткән Өфө урман-техник хужалығы техникумы – республикалағы урта һөнәри белем биреү буйынса иң беренсе һәм тотош илдәге иң “оло” уҡыу йорто. Шуға баш ҡалалағы урамдарҙың береһенең дә тап ошо белем ойош­маһы исемен йөрөтөүенә бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел. Техникум үҙ дәүерендә 30 меңгә яҡын белгес әҙерләп сығарған. Бындағы уҡыу-тәжрибә хужалығы – лимонарий ҙа – бар донъяға билдәле. Хәҙер уның даны республикаға ғына түгел, хатта тотош илгә таралған.
Башҡортостан урмансылары исемендәге парк та техникумдың бына тигән уҡыу базаһы. Студенттарҙың тәжрибә үтеүе өсөн дә урман тармағындағы төрлө ойошма-предприятиелар менән оҙайлы договорҙар төҙөлгән. Ә был иһә ҡулға диплом алғас, эшкә урынлашыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн ҡулайлы. Өҫтәүенә Урал дәүләт урман-техник, Волга буйы федераль округындағы дәүләт техник, Санкт-Петербург дәүләт урман техник, Башҡортостан дәүләт аграр университеттары менән бергәләп уҡыу эшмәкәрлеген алып барыу тураһында­ғы договорҙар ҙа студенттарға карьера үҫешендә ярҙам итмәйенсә ҡалмай.
Өфө урман-техник хужалығы техникумы әллә нисәмә тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыу йорттарының береһе тип танылды. Өҫтәүенә студенттар ил күләмендә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып ҡына ҡалмай, призлы урындар ҙа яулай. Мәҫәлән, 2018 йылда Амурҙағы Комсомол ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында Өфө урман-техник хужалығы техникумының II курс студенты Александр Васильев III урын алған. Ә былтыр урман ҡырҡыусылар араһында уҙғарылған “Урман ҡырҡыусы” VI Бөтә Рәсәй чемпионатында ҡатнашҡан 30 команда араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Өфө урман-техник хужалығы техникумы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары еңеүсе тип табылған. 2018 йылда Воронеж ҡалаһында үткәрелгән “Урман күпбәйгеһе” ярыштарында ла техникум командаһы һынатмаған. II курс студенты Алексей Куклин шәхси иҫәп буйынса “Урман диләнкәһендә төп эштәр” этабында икенсе баҫҡысҡа күтәрелгән. Ә “Һөнәре буйынса иң яҡшы” һөнәри оҫталыҡ конкурсында Өфө урман хужалығы техникумынан “Урман хужалығы” специальносы буйынса 301-се төркөм студенты Иҙел Мәхмүтов менән Алексей Первушин “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы” номинацияһында еңеүселәр тип табылған. Әле Антон Громов – Ауыл, урман, балыҡсылыҡ хужалыҡтары буйынса Рәсәй олимпиадаһында, ә Кирилл Булычев Краснодар ҡалаһында байдаркаларҙа һәм каноэла йөҙөү буйынса беренселектә ҡатнаша.
Спортҡа ла етди иғтибар бүленә бында: барыһы 15 секция бар. Мәҡсүт Рәхимов – спорт мастеры. Был исемгә ул күптән түгел генә Ырымбурҙа ил көрәшселәренең Евгений Францев исемендәге турнирында күнекмәләр ваҡытында лайыҡ булған. Линар Мөхәмәтшин “Өфө” футбол клубында уйнай. Эдуард Имаев менән Рөстәм Сәфәров биатлон буйынса Рәсәй ярыштарында даими ҡатнаша. Дмитрий Азаров, Ержан Кинйәбулатов, Линар Карамов һәм Илдар Баһауетдинов – спорт мастерлығына кандидаттар. Тағы 14 кеше төрлө разрядҡа эйә. Барыһы 500-гә яҡын студент булһа, шуларҙың 121-е секцияға йөрөй.
Техникумдың “Алтын урҙа” бейеү студияһы коллективы “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнаша. Буранбай Аралбаев беренселекте яулаған. Салауат Сафиуллин, Вилдан Мәғәфүров сығыштары алҡышҡа күмелгән.

Билдәле яҙыусы Леонид Леонов: “Урманды һаҡлаусыларҙы һәм бар­лыҡҡа килтереүселәрҙе тәрбиәләү урмандың үҙен үҫтереүгә ҡарағанда ла күпкә мөһимерәк мәсьәлә”, – тип юҡҡа әйтмәгән. Ә Өфө урман-техник хужалығы техникумы был бурысты тулыһынса ғына түгел, арттырып үтәй. Әле бында ремонт эштәре бара, төҙөкләндерелә. Өҫтәүенә тиҙҙән өр-яңы спорт залы ҡалҡып сығасаҡ. Техникум етәкселегенең хыялы – киләсәктә Өфө урман-техник хужалығы техникумын Рәсәйҙәге иң яҡшы уҡыу йортона әйләндереү. Ошо күркәм ваҡиғаның шаһиты булырға яҙһын.
Читайте нас: