Республикала социаль төҙөлөштәр дауам итә.
Төбәктәрҙә “100 йыллыҡҡа – яңы 100 объект” республика программаһына ярашлы социаль учреждениелар төҙөү дауам итә. Ошо программа сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Шахтау биҫтәһендә 340 урынға тәғәйенләнгән өс ҡатлы мәктәп ҡалҡып сыҡҡан.
– Әле төҙөлөштә 72 кеше, 19 берәмек техника эшләй. Штукатурлау, иҙән, ҡыйыҡ һәм тышҡы йөҙө, инженер селтәрҙәрен һалыу кеүек төрлө йүнәлештәр бер юлы алып барыла. Инженер селтәре һуҙыу кеүек бурыстарға башҡа подрядсы ойошмалар йәлеп ителде.
Финанс яҡтан тотҡарлыҡ юҡ, шуға ла яңы уҡыу йылына объектты тапшырырбыҙ тип ышанабыҙ, – ти прораб Азат Сәғитуллин.
Мәктәп төҙөүҙе генераль подрядсы “А-Строй” компанияһы башҡара. Бөгөн улар, объекттағы төҙөлөш планға ярашлы бара, ти. Июль аҙағына төп эштәрҙе тамамлап, августа иһә урын-еренә еткереп ҡуйырға йыйыналар.
Ысынлап та, беҙ барғанда төҙөлөш майҙаны ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә ине: берәүҙәр стенаны тигеҙләй, икенселәр иҙмә әҙерләй, өсөнсөләр бинаның фасадын нығыта, дүртенселәр ҡыйыҡҡа ҡалай түшәй. Төҙөлөш барышы менән танышып, беҙ ҡыйыҡ эсенә тиклем күтәрелдек. Унда Дүртөйлөнән Илгизәр Исламғолов, Мәсетленән килгән Эрик Сәғитов ҡалайҙарҙы әҙерләй ине. Егеттәр мөһим объектты төҙөүгә өлөш индергәндәренә ҡәнәғәт. “Ошондай мәктәптәр, балалар баҡсалары, социаль үҙәктәр күберәк төҙөлһөн ине”, – тигән теләк белдерҙе улар.