Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылы янында йыл һайын өлкән класс уҡыусылары, Баймаҡ ҡалаһының яғыулыҡ-энергетика һәм агросәнәғәт колледжы егеттәре өсөн хәрби-ялан уйындары үткәрелә.
Йәмле Ирәндек буйы был юлы өс йөҙгә яҡын буласаҡ һалдатты ҡабул итте. Сараны асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Зәйнуллин һ.б. ҡатнашты. Улар буласаҡ Ватан һаҡсыларына физик һәм рухи яҡтан ныҡ булыуҙарын, хәрби һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүҙәрен, ил алдындағы изге бурысты лайыҡлы башҡарып сығыуҙарын теләне.
Бер аҙға булһа ла үҙҙәрен ысын һалдат итеп тойған егеттәр төрлө ярышта ҡатнашты, һуғыш алымдарына, сафта тигеҙ атларға өйрәнде, йырлап уҙҙы. Кис йәмле Ирәндек буйы гитара моңона, күңелле йырҙарға күмелде. Саранан һәр кем көс-дәрт алып, хәрби бурысын намыҫ менән үтәргә теләк белдереп таралышты.