Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
7 Июнь 2019, 14:38

Тирәкле балалары ныҡлы терәкле

Ауыл мәктәптәренә лә грант яуларға була.

Ауыл мәктәптәренә лә грант яуларға була.


Тағы ла бер уҡыу йылы артта ҡалды. Себеште көҙ һанайҙар тиһәләр ҙә, белем усаҡтарында, уҡыу һөҙөмтәләренән сығып, уңышты ошо мәлдән үк барлай башлайҙар. Архангел районының Тирәкле мәктәбе коллективы өсөн быйылғы миҙгел дә бик һөҙөмтәле булған.


Уңыштарына ҡала мәктәптәре көнләшерлек


Эльвира Хәсәнова етәкселек иткән урта мәктәптә бөтәһе 81 уҡыусы белем ала, шул иҫәптән күрше Ҡурғаш ауылынан һигеҙ бала йөрөп уҡый. Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү төркөмө ойошто­рол­ған. Унда 15 сабый тәрбиәләнә. Быйылғы уҡыу йылында XI класты ете бала тамамлай.
– Былтыр мәктәпте ун уҡыусы бөттө, һәм уларҙың алтауһы юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Белем биреү сифатлы булғас, беҙҙең балалар IX кластан һуң ситкә китмәй, үҙебеҙҙә ҡала, – ти Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы.
Ысынлап та, мәктәптең уңыш­тары күп. Мәҫәлән, быйыл X класс уҡыусыһы Гүзәл Шәрәфет­динова “Бирешмә!” беренсе республика үҫмерҙәр премияһына лайыҡ булған.
– Гүзәл бөтә яҡлап та һәләтле, мәк­тәптең “йондоҙсоғо” һанала. Уҡыуҙа тик “бишле”гә өлгәшә, белем усағының йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр мәктәп исеменән Рәсәй конкурсында ҡатнашып, уның проекты 200 мең һумлыҡ грант отто. Ул аҡсаға уҡыу йортона интерактив таҡта, проектор һәм башҡа әйберҙәр алдыҡ. Гүзәлде кон­курсҡа әҙерләп, еңеүгә илткән экология түңәрәге етәксеһе – Гөлнара Фәрит ҡыҙы Фәйрузова, – ти мәктәп директоры Эльвира Хәсәнова.
Уҡытыусылар ҙа төрлө кон­курстарҙа даими көсөн һынай. “Стартайм-2019” проектына яраш­лы уҙғарылған конкурста ҡатнашып, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Ғилманова һәм физкультура уҡытыусыһы Ришат Сәйфуллин еңеүгә өлгәш­кән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Баһаует­динова “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында номинацияла билдәләнгән. Уның тәр­биәләнеүселәре лә республика, район кимәлендә уҙған кон­курстарҙан, тикшереү эштәренән ситтә ҡалмай, призлы урындар яулап тора.
Мәктәптә туризм йүнәлешендә лә әүҙем эш алып барыла, шуға ла тирәклеләр “Хәүефһеҙлек мәктәбе” республика конкурсында район исеменән сығыш яһай һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бер нисә йыл рәттән “Юнармия” хә­рәкәте әүҙем эшләй. Унда 18 бала шөғөлләнә.
Мәктәпкә 20 йылдан ашыу Башҡортос­тандың мәғариф ал­дынғыһы, Рәсәйҙең почетлы дө­йөм белем биреү хеҙмәткәрҙәре Әлфирә Баһауетдинова етәк­селек иткән. Бөгөнгө коллективта – 15 уҡытыусы. Улар араһында математика һәм физика фән­дәрен өйрәткән Вәлиә Сәғит­динова, биология һәм химия серҙәренә төшөндөргән Гөлсинә Ғәниева, башланғыс кластар уҡытыусыһы Венера Сәйфуллина – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Вәлиә Сәғитдинова, башланғыс кластар уҡытыусыһы Винера Фазылова Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙ­мәткәре исемен йөрөтә. Мәктәп директоры Эльвира Сәйфетдин ҡыҙы 2012 йылда “Рәсәй илһө­йәре” миҙалы менән бүләкләнгән. Күптәр Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республика­һының Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Физкультура уҡытыусыһы Ришат Сәйфуллин – Рәсәйҙең спорт мас­теры.
Ысынлап та, ошондай көслө команда тупланған коллективтың уңыштарына хатта ҡала мәктәп­тәре көнләшерлек. Бындағы уҡытыусыларҙың яҡшы эшен һандарға күҙ һалып та баһаларға була: 2014 – 2018 йылдарҙа урта мәктәпте 14 уҡыусы миҙалға тамамлаһа, уларҙың 11-е – алтын, өсәүһе – көмөш.
– Беҙ балалар өсөн эшләйбеҙ, имтихандарға әҙерлек буйынса консульта­ция­ларҙы бушлай уҙғарабыҙ, – ти уҡы­тыусылар.
Вәлиә Сәғитдинова һәм Римма Сираева – математиканан, Алина Ғилманова – рус теле һәм әҙәбиәтенән, Гөлсинә Ғәниева – биология һәм химиянан, Римма Хәсәнова – география һәм йәм­ғиәтте өйрәнеү фәненән, Әлмира Баһауетдинова – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Нәфисә Мозафарова – инглиз теленән, Эльвира Хәсәнова тарихтан уҡыу­сыларҙы дәүләт имтихандарына әҙерләүгә тос өлөш индерә.


Тәртип тамырҙарҙан килә


Башланғыс кластар уҡытыусы­лары Венера Сәйфуллина, Винера Фазылова, Гөлсинә Фазылова, Гөлфиә Тажетдинова, Олеся Юлыбаева, мәктәпкәсә йәш­тәге балаларҙы тәрбиәләгән Рәфинә Ғәлиәк­бәрованың эшен маҡтап телгә алырлыҡ. Улар уҡыуҙың беренсе көнөнән алып кескәй балаларға төплө белем һәм тәрбиә нигеҙҙәре бирә.

Мәктәптә ике сит тел өйрәнелә. Был эште оҙаҡ йылдар тәжри­бәле уҡытыусы Нәфисә Мозафарова алып бара. Ул балаларға инглиз һәм немец телдәре серҙәрен аса.
Тирәкле мәктәбендә иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләр, эскән атай-әсәйҙәр юҡ. Был иһә уҡыусыларҙың мәктәпкә күтәрен­ке кәйеф менән килеп, бар иғ­тиба­рын тик уҡыуға йүнәлтеүенә булышлыҡ итә. Атай-әсәйҙәр балаларҙы яҡшы ҡарай, матур итеп кейендерә. Уҡыусылар бындай мөнәсәбәткә өлгөлө тәртип, тырышып уҡыу менән яуап бирә.
– Был ауылда тәртип тамыр­ҙарҙан килә. Дөйөм алғанда, бөгөн ауыл ерендә уҡытыусы һөнәренең абруйы бар. Тырышып эшләһәң, ваҡыт менән иҫәпләш­мәһәң, һөҙөмтәгә өлгәшергә була, – тип иҫәпләй уҡытыусылар.

Тирәкле балалары менән та­нышҡас, “ауыл балалары тәр­типле шул” тигән фекер тағы ла нығынды.


Терпене ҡотҡар!


Тирәкле мәктәбендә туғыҙ йыл “Ҡур­саулыҡ утрауҙары дуҫтары” экологик түңәрәге эшләп килә, уның ултырышы аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыла. Төп маҡсаты – тәбиғәтте ҡурсалау, һаҡлау. Унда шөғөл­ләнгән балалар республика, ил кимәлендә уҙған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
“Көньяҡ” дәүләт тәбиғәт ҡур­саулығы ойошторған “Парктар маршы” конкурсында алты йыл рәттән грант яулағандар. “Терпене ҡотҡар!” проекты менән иһә ил кимәлендә уңышҡа өлгәшеп, грант алыу­ҙарын алда әйтеп үттек инде.

– Кешеләр батарейканы ҡайҙа етте шунда ташлай, беҙ уның зыяны ифрат ҙур булыуын иҫбат иттек. Хәҙер уны йыялар, үҙебеҙ ҙә 70 килограмм батарейка тапшырҙыҡ, шулай уҡ мәктәптә люминесцент лампаларҙы ҡабул итәбеҙ. Баш­ҡортос­тандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығынан белгестәр килеп, беҙгә дәрес ойошторҙо, – ти ди­ректорҙың тәрбиә эше буйынса урын­баҫары Гөлнара Фәйрүзова.
Ысынлап та, мәктәптә экологик тәрбиәгә иғтибар ҙур. Балалар араһында ошо маҡ­сатта Экология хәүефһеҙлеге аҙналығы, “Шаяндар, тапҡырҙар клубы”, ағас ултыртыу кеүек саралар даими уҙғарыла. “Беҙҙең менән уртаҡ­лаш” конкурсында ҡатнашҡан проекттары ла еңеү яулаған. Киләсәктә уны дауам итәсәктәр.
– Һөҙөмтә бар, балалар хәҙер күҙ яуын алып ултырған умырзаяны ла өҙмәй, – ти Гөлнара Фәрит ҡыҙы.


Туған телгә һөйөү ҡайҙан башлана?


Һуңғы ваҡытта мәғариф учреждениеларында туған телде өйрәнеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде, шуға ла Тирәкле мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ойошторолоуына айырым туҡталдыҡ.
Бында башҡорт теле һәм әҙә­биәте серҙәренә Әлмира Баһа­уетдинова төшөн­дөрә. Тәжрибәле белгестең уҡыусылары район һәм республика кимәлендә уҙған “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары” кеүек конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулап килә. Быйылғы уҡыу йылында X кластан Гүзәл Шәрә­фетдинова “Мостай уҡыу­ҙары” республика конкурсында – беренсе, “Фән көнө” фәнни-ғәмәли конференцияһында өсөнсө урынды яулаған. Тирәкле уҡыусылары “Урал батыр” конкурсында иң яҡшы унау иҫәбенә ингән, “Башҡортостан ынйылары” төбәк конкурсында икенсе урынды алған.
– Беҙҙә V – IX кластарҙа баш­ҡорт теле аҙнаһына – ике, әҙәбиәт ике сәғәт уҡытыла, ә X – XI кластарҙың уҡыу программа­һына берәр сәғәт индерелгән. Бөгөн башҡорт ғаиләләрендә лә рус телендә һөйләшеү­ҙәре йөрәкте әрнетә. Шуға ла башҡорт телен өйрәтеүгә, балаларҙы рухи тәр­биәләүгә күп иғтибар бирергә тырышабыҙ, – ти Әлмира Рафаил ҡыҙы.
Архангел районы.
Читайте нас: