Ҡаҙағстанда ла умартасылыҡ дәрестәре бирә.
Ейәнсура – республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһе. Ул Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән, Һарыҡташ райондары менән сиктәш. Төбәктең байтаҡ майҙанын тауҙар һәм урман ҡаплаған, шул уҡ ваҡытта күпмелер өлөшөн тигеҙлек тәшкил итә. Бының буйынса уны өс төр төбәккә – тау-урманға, урман-далаға һәм далаға бүлергә мөмкин. Был яҡтарҙа ауылдар төҙөк, шул иҫәптән Башҡорт Үргенендә лә халыҡ тырышып донъя көтә. Мәғариф ветераны Йәүҙәт ӘХТӘМОВ менән һөйләшеүҙе гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
– Өфө – Иҫәнғол араһы йыраҡ ҡына, 340 километр. Күптән түгел осрашҡанда хәҙерге транспорт хәрәкәтенә һоҡланыу белдерҙегеҙ. Ә үткәндәрҙе иҫләһәк...
– Эйе, ысынлап та, уҙған йылдарҙы хәтергә төшөрһәк, йығылып китерлек. Бөгөн район үҙәге Иҫәнғолға Өфөнән бер нисә автобус йөрөй, байрам көндәрендә тағы ла маршрут өҫтәйҙәр. Бынан тыш, шәхси эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә, таксистар юлға саң ҡундырмай. Шулай итеп, кеҫәнең ҡалынлығына ҡарап, йәнең теләгән транспорт төрөн һайлау мөмкинлеге бар. Ә бынан 60 йыл элек, йәғни уҙған быуаттың 60–80-се йылдарында, баш ҡалала белем эстәгән Абҙан төбәге студенттары Һарыҡташ тимер юл станцияһы (Ырымбур өлкәһе) аша йөрөһә, Иҫәнғолға яҡын йәшәгәндәргә Төйлөгән яҡын һаналды. Өфө ҡалаһы аша үткән Учалы – Күмертау поезында Төйлөгән ҡасабаһына хәтлем киләһең дә автовокзалға сабаһың. Унда үҙе һыуыҡ, шырпы ҡабындай бәләкәй генә автобусты штурмлайһың. Эскә инә алһаң, шул минуттарҙа был донъяла һинән дә бәхетлерәк кеше юҡ, кире осраҡта “попутка”ға сығаһың. Юл аҙабы — гүр ғазабы, тибеҙ. Юл йөрөүҙәре үҙәккә үтте инде – ҡыштың буранлы көндәрендә яҡынса 60 саҡрымда ятҡан станцияға барып етеү өсөн генә лә биш-алты сәғәт самаһы ваҡыт сарыф ителде. Әйткәндәй, ул заманда баш ҡаланан район үҙәгенә “АН-2”маркалы, халыҡ телендәге “кукурузник” самолетында ике сәғәттә осоп барып етә инек, әммә һауа шарттары боҙолһа, күҙ терәп торған рейс та кисектерелә. Ул саҡта йәштәр араһында белемгә ынтылыш ғәйәт көслө булғас, ундай михнәттәргә артыҡ иғтибар ҙа итмәнек, хәҙер ҙә юғары белем алырға теләүселәрҙең күплеге һөйөндөрә.
– Һеҙ тыуып үҫкән Үргендең мәктәбе тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Йәмәғәт эшмәкәре Марат Түлебаев үҙенең “Ейәнсура – үҫәргәндәр ере” китабында былай тип яҙҙы: “Башҡорт Үргене ауылында совет хөкүмәте осоронда, 1921 йылда, мәктәп асыла. 1929 йылда, Октябрь революцияһының 10 йыллығы уңайынан, ҡарағастан яңы бина төҙөлә, 1932 йылда Үрген башланғыс мәктәбе коммунистик йәштәр мәктәбенә әүерелә һәм шул уҡ йылда тулы булмаған урта мәктәп статусын ала. Ә 1947 – 1948 йылдарҙан ул – урта дөйөм белем биреү мәктәбе. 50-се йылдар тирәһендә уның ҡарамағында етем балалар өсөн интернат эшләп килде. Таҙлар, Ибрай, Үрге һәм Түбәнге Бикбирҙе, Бикбау, Айыу һәм күрше Күгәрсен районының Ҡойобар, Мәҡсүт, Ерекле, Һаҙ ауылдары балалары өсөн ошо интернат ожмахтың үҙе булғандыр”.
– Һәр төбәкте арҙаҡлы шәхестәре данлай. Был тәңгәлдә кемдәрҙе ғорурлыҡ менән билдәләр инегеҙ?
– Күренекле драматург Азат Абдуллин, техник фәндәр докторы Рәүеф Абдуллин, төрки донъяһында танылған филология фәндәре докторы Мөхтәр Әхтәмов, филология фәндәре докторы Хәҙисә Солтанбаева, филология фәндәре кандидаттары Ғәлийән Ҡаһарманов, Илшат Янбаев, тарих фәндәре кандидаттары Юлай Юлдашбаев, Азамат Аҡъюлов һәм башҡалар Үргендә ҡанат нығытҡан. Ә төпкәрәк китһәк, Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Камалетдин ахун һәм башҡа уҡымышлылар бында тыуып үҫкән.
– Ауылдың исеме үҙенсәлекле, ул нимәне аңлата?
– Рәсми сығанаҡтарҙан күренеүенсә, 1926 йылға тиклем Үрген уға нигеҙ һалған ауыл старостаһы Этбаҡ (фамилияһы – Сағыров) исеме менән йөрөтөлгән. Тарихтан билдәле булыуынса, ауылға XIII – XIV быуаттарҙа нигеҙ һалынған, ләкин бәғзе бер олуғ ғалимдар уның йәшен хатта X быуат баштарына хәтлем алып барып тоташтыра. Этбаҡ Сағыровтың нәҫел ебе ауылдағы Хөснөлхаҡ Әхтәмовтарҙың шәжәрәһенә барып тоташа, тигән фараз да бар.
– “Ерәнсә сәсәндең ауылдашы – әңгәмәсе кем?” тип һорауы ихтимал гәзит уҡыусыларҙың. Үҙегеҙ хаҡында һөйләгеҙ әле.
– Данлыҡлы ошо ауылдың “Ҡыҙыл таң” колхозсылары Мөсәүәрә Шәйхетдин ҡыҙы менән Хөснөлхаҡ Әбделбарый улы Әхтәмовтар ғаиләһендә 19 майҙа донъяға ауаз һалғанмын. Ул саҡта тотош илебеҙ ҙур байрамға йыйылған, уны Пионер ойошмаһы көнө тип беләбеҙ.
Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, тигәндәй, ғәзиз кешемдең күркәм өлгөһөнә эйәреп, умарталыҡтан ҡайтып инмәгәнмен. Муҙға менән ҡорт тотоу, умарта рәтләү, магазиндар урынлаштырыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе бәләкәйҙән яратып башҡарҙым. Башланғыс класты тамамлар-тамамламаҫтан ат башында йөрөү, ә инде үҫә төшкәс, һөйрәткегә яуап биреү, кәбән башында тороу, бесән тейәүҙә ҡатнашыу — барыһы ла хәтергә уйылған.
Тыуған ауылым мәктәбендә VIII класты тамамланым, артабан Өфөнөң данлыҡлы 1-се республика мәктәп-интернатында уҡыным.
– Йәүҙәт Хөснөлхаҡ улы, әрме хеҙмәте тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Ике йыл Совет Армияһы сафын тулыландырҙым. Тәүҙә – Алыҫ Көнсығышта Приморье крайындағы Манзовка ҡасабаһында, унан инде Белоруссия ССР-ының Гомель өлкәһендәге Петриковка ҡалаһында булдым, хеҙмәтемде Мәскәү өлкәһе Серпухов ҡалаһында тамамланым. Унда иһә “Боевой листок”ка мәҡәләләр яҙҙым, буш ваҡыт булыу менән Ленин бүлмәһенә йүгерҙем. Ил алдындағы оло бурысымды намыҫлы атҡарҙым. Армия сафынан ҡайтыу менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтының һигеҙ айлыҡ әҙерлек курсына уҡырға индем. Уҡыу еңел бирелде, тиҫтерҙәрем араһында химия-физика һәм биология фәндәренән консультациялар үткәреүҙе остаздарым миңә ышанып тапшырҙы. Был курсты уңышлы тамамлап, институттың зооинженерия факультетына уҡырға индем.
Нәҡ шул йылда Сибайҙа урынлашҡан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы унан 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Ленин орденлы “Йылайыр” игенселек совхозының үҙәгендә төҙөлгән яңы уҡыу комплексына күсерелде. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, йәш белгесте, йәғни мине, шунда эшкә ебәрҙеләр. Шул осорҙа Мәскәүҙәге К.А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының педагогия факультетын уңышлы тамамланым.
Ғөмүмән, мәғариф системаһы миңә бик яҡшы таныш, был өлкә күңелемә яҡын. Бал ҡорто донъяһына хайран мине Ейәнсура районы хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлегенә эшкә саҡырҙылар, ышаныстарын аҡланым. Өмбәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә биологиянан уҡыттым, ул йылдар тормошомдағы иң иҫтәлеклеләрҙән һанала.
– Һеҙ ваҡытлы матбуғат менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ. Ниндәй темалар күңелегеҙгә яҡын?
– Әүәл ер һөрөү, йөк ташыу кеүек ауыр эштәрҙе атһыҙ күҙ алдына килтерә алмай инек. Ауыл хужалығында комплекслы механизацияланған бригадалар барлыҡҡа килгәс, йылҡы малы бер аҙ тын алып ҡалғандай булды. Уның ҡарауы, ат заводтары ҡырҡа ҡыҫҡартылыу сәбәпле, ҡымыҙ етештереү һиҙелеп кәмене, дөйөм алғанда, йылҡысылыҡ тармағына иғтибар итеүсе һирәк ине. Күңел әрнеүҙәремде Баймаҡ районы гәзитендә баҫтырҙым — әсенеп “Аттар ҙа илай икән” тигән мәҡәлә яҙҙым.
Вузда уҡығанда ла студенттар тормошонан һүрәтләмәләр яҙып, гәзит редакцияларына ебәрә торғайным. Журналистар әҙерләгән юғары уҡыу йорттарында йыш булдым, хәбәрселәр менән бергә төрлө кисәләрҙә ҡатнашыу ваҡытлы матбуғатта сығыш яһауға этәргәндер.
Ейәнсура районында нәшер ителгән “Ейәнсура таңдары” гәзитендә “Умартасылыҡ хаҡында уйҙар һәм фекерҙәр” исемле да-уамлы яҙмам донъя күрҙе.
Әҙәм балаһы ни өсөн ҡулына ҡәләм ала? Үҙенең фекерен йәмәғәтселеккә ишеттерер өсөн, дөрөҫлөктө яҡлау өсөн, эргә-тирәгә битараф булмағаны өсөн.
– Һеҙ Әминә апай менән ике балаға ғүмер биргәнһегеҙ...
– Силәбе өлкәһендәге Арғаяш районының Ишәле ауылы һылыуы менән өйләнештек. Мөхәббәт емеше булып ҡыҙыбыҙ тыуҙы, күп тә тормай, улыбыҙ донъяға йәм өҫтәне. Ләйсән дә, Дим дә башлы-күҙле, яратҡан һөнәрҙәре бар.
1985 йылда кәләшемдең Ҡаҙағстанда төпләнгән өләсәһе Фатима ауырып китеү сәбәпле, шул яҡтарға юлландыҡ... Һәм ситтә торҙоҡ та ҡалдыҡ. Покровка ауылында өр-яңынан тормош башланды, Ленин исемендәге ауыл хужалығы техникумында икебеҙгә лә эш табылды. Мин малсылыҡ предметынан уҡытһам да, бер үк ваҡытта умартасылыҡ дәрестәрен дә алып барҙым. Түмәр умарта яһарға өйрәттем ҡаҙаҡ дуҫтарҙы. Мифтахетдин Аҡмулланың яҡташы булыу ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Бынан тыш, Башҡортостандан килеп белем эстәүселәр ҙә осраны, кемгәлер бәләкәй генә ярҙам кәрәк, икенселәр беҙҙе бөтөнләй терәк-таяныс итеп күрҙе. Уны тамамлап бында төпләнеүселәр булһа, ҡыуандыҡ, сөнки бергә-бергә эш итеүгә ни етә!
Бына шулай бер-ике йылға ғына тип сығып китһәк тә, сәфәребеҙ теүәл 13 йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Ошо ваҡыт арауығында СССР тигән бөйөк ил селпәрәмә килде. Тарих фәненән дәрес биреүселәрҙең бәғзеһе үҙ эшенән баш тартты. Ошондай буталсыҡ заманда миңә йәмғиәтте өйрәнеү предметын алып барыу бурысы ла өҫтәлде. Әммә ҡапыл хәләл ефетем ҡаты ауырып китте. Беҙҙең ғаилә иң аҙаҡҡыларҙан булып, өс бүлмәле фатирыбыҙҙы ҡалдырып, тыуған ауылым Башҡорт Үргененә, унда йәшәгән һылыуым Нәзирә ғаиләһенә килеп һыйындыҡ.
Бында ла мөғәллимлек эшемде дауам иттем – Иҫәнғолдағы 116-сы һөнәрселек училищеһында умартасы һөнәренә өйрәткән мастер булып эш башланым. Матур ғына йәшәп ятҡанда мине һәм ике баламды ҡалдырып, яратҡан ҡатыным Әминә баҡыйлыҡҡа күсте...
Аҙаҡҡы эш урыным Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты булды.
– Йәүҙәт Хөснөлхаҡ улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!