Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында урындар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, ошо аҙна аҙағында “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына берҙәм республика сираты” мәғлүмәт системаһы эшләй башлаясаҡ. Уның ярҙамында ата-әсәләр мәғариф бүлегенә бармайынса балаһының ҡайһы баҡсаға беркетелеүен белеп торасаҡ. Бынан тыш, өс йәшкә тиклем бәләкәстәр өсөн өҫтәмә урындар булдырыуҙы хәл итеү бурысы тора. Әле был йәһәттән 16 район һәм ҡалала хәл ҡырҡыу һанала.
– Быйыл өс йәшкә тиклемгеләр өсөн 2594 яңы урын булдырыласаҡ, – тине Айбулат Вәкил улы.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы яңылыҡ: 1 сентябрҙән Стәрлетамаҡта һынау рәүешендә мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары ғәмәлгә инә. Өс йәшкә тиклемге сабыйы булып, балалар баҡсаһында урынһыҙ ҡалған ата-әсәләргә бәләкәсен шәхси баҡсаға урынлаштырыу өсөн ошондай сертификаттар тапшырыласаҡ.