– Йәш ғалим сәсеү әйләнешендә ашламаларҙы файҙаланыу арҡаһында серетмәнең гектарына 1,8 – 2,8 тоннаға тиклем артыуын асыҡланы. Ашлама индерелмәгән ерҙә, киреһенсә, серетмә һаны кәмегән. Тупраҡтағы дөйөм азот һаҡламы буйынса ла ошондай һығымталар эшләнде, – ти студенттың ғилми етәксеһе, тупраҡ, ботаника һәм үҫемлек селекцияһы ғилеме кафедраһы доценты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Надежда Курамшина.