Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Июнь 2019, 03:27

Кемдәрҙе Башҡортостан Башлығы премияһы көтә?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Был документ “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстары, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Йәш йыл уҡытыусыһы” бәйгеләре лауреаттарына Башҡортостан Башлығы премияларын тапшырыу тураһында.
Юғары педагогик оҫталығы, шәхесте һәр яҡлап үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырғаны, уҡытыу-тәрбиә процесына заманса белем биреү технологияларын индергәне өсөн Башҡортостандың 25 педагогы премияларға лайыҡ тип табылды.
Читайте нас: