Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Июнь 2019, 14:37

Йолаларға тоғролоҡ һаҡлана

Бында шәхестәр, алдынғы ҡарашлы белгестәр тәрбиәләнә.

Бында шәхестәр, алдынғы ҡарашлы белгестәр тәрбиәләнә.


Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы – абруйлы вуздарҙың береһе. Ундағы һигеҙ факультетта тормошобоҙҙоң төрлө өлкәләрендә урын табырлыҡ һөнәр вәкилдәре уҡытыла. Ошо төбәк өсөн кадрҙар әҙерләүгә 45 фән докторы, 240 фән кандидаты тос өлөш индерә. Әле 35 аспирант уңышлы белем эстәй. Даими рәүештә халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк ғилми конференциялары уҙғарыла. Студенттар, Рәсәй кимәлендәге семинар, форумдар, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Вуз фән, эшҡыуарлыҡ, инновация йүнәлештәрендә 20 грантҡа лайыҡ булған.


Юғары уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары ла университет тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙҙәрен төрлө яҡлап асыуға өлгәшә. Ошо төбәктә йәшәгән­дәрҙең өйҙәренән алыҫ китмә­йенсә, рәхәтләнеп ике һөнәр алып, ижади һәм рухи яҡтан да үҫешеүе һөйөнөслө күренеш.
Бындағы студенттар үҙҙәренең тыйнаҡлығы, шул уҡ ваҡытта һәләтле булыуы менән дә әсир итте. Мәҫәлән, сығышы менән Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылынан Илүзә Әбүкәева тиҙҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын аласаҡ. Бында килгәс, ул “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңә­рәгенә йөрөп, ныҡлап шиғырҙар ижад итә башлаған, йырҙар ҙа яҙа. Ижад кешеһе икәнлеген белеп, ошо йүнәлештә эшкә лә саҡырып өлгөргәндәр һәләтле ҡыҙҙы.
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы ҡыҙҙары – игеҙәктәр Зилиә менән Гөлиә Мәмбәтовалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыу­сыһы һөнәрен үҙләштерә. Улар төрлө конференцияларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Таулы Алтайҙа уҙған төрки телдәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиа­даһында уңышлы сығыш яһаған­дар. Зилиә Жәлил Кейекбаев, Зәки Вәлиди уҡыуҙарында ғилми-тикшеренеү эштәре менән уңышлы сығыш яһаған, уҡыуҙы тамамлағас та фән юлын дауам итергә теләй.
Гөлиәне иһә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен тегеү ҡыҙыҡһындыра, әле түшелдеректәр эшләргә өйрәнә. Уның ғилми эше Таулы Алтайҙағы олимпиадала өсөнсө урынға лайыҡ булған. Мәҡәләләре Ҡаҙағстан матбуғатында донъя күргән. Гөлиә лә телдәр өйрәнеүҙе дауам итергә ниәтләй.
Мәләүез районынан Фидан Йәрмөхәмәтовты һәм Көйөргәҙенән Айнур Айҙаровты бик аҡыллы, киң ҡарашлы студенттар тип беләләр. Улар икеһе лә быйыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих бүлеген тамамлап, ҡулдарына диплом аласаҡ. Өсөнсө курста уҡығанда Ҡытайға барып, стажировка үтеп ҡайтҡандар. Хәҙер улар дүрт телдә иркен аралаша.
Фидан менән Айнур вуздың “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында республика, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаш­ҡан, донъя гиҙгәндәр. Факуль­теттағы тәрбиәүи сараларҙы, төрлө ғилми, мәҙәни проекттарҙы был егеттәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Икеһе лә респуб­ликаның алдынғы инновациялы мәктәптәренән эшкә саҡырыу алған.
Ҡытайҙа стажировка үтеү факультет студенттары өсөн һис яулай алмаҫлыҡ үр түгел икән. Был илгә барып уҡыу, юл сығымдарынан башҡа, бушлай, бары теләк кенә кәрәк. Стажировка барышында студент бындағы уҡыуын өҙмәй дауам итә ала. Әле бына Ҡытайҙа стажировка үткән IV курс студенты Гөлнәзирә Ишкинина ҡайтып төшөргә тейеш икән, был тырыш ҡыҙ факультетта, ҡала гәзитендә үҙ тәьҫо­раттары менән ҡыуанып уртаҡлаша.
Ишембай ҡалаһының Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһын тамамлаған Лилиә Мөхәмәтйәрова башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған, быйыл ҡулына диплом аласаҡ. Ул да ғилми эш менән шөғөлләнә, мәҡәләләр яҙа. IV курстан һуң Лилиәне үҙе белем алған гимназияға эшкә саҡырғандар. Шулай итеп, үҙе студент ҡына булһа ла, инде бер йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә.
Бишбүләк районының Дүсән ауылы ҡыҙы Элиза Ҡәйүмова татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштермәксе. Ул универси­теттың йәмәғәт тормошонда бик әүҙем ҡатнаша, факуль­теттың профком ойошмаһының һәм журналистар клубының етәксеһе йөгөн тарта. Шулай уҡ Таулы Алтайҙа ике йыл стажировка үтеп ҡайтҡан. Төрлө олимпиадалар призеры. Уның мәҡәләләре факультеттың “Фекер” һәм райондың “Дим буйҙары” гәзиттәрендә баҫыла, ғилми мәҡәләләре иһә йыйын­тыҡтарҙа донъя күрә. Элиза “бишле”гә генә өлгәшә, киләсәктә уҡыуын магистратурала дауам итергә йыйына.
Факультетта сит ил студенттары ла белем ала. Беҙ уларҙың береһе – Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһынан килеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡыған Айназ Усенканова менән таныштыҡ. Ул университетта “Датҡайым” ҡырғыҙ бейеү ансамблен ойош­торған, унда 11 студент шөғөлләнә. Ҡыҙҙың ғилми эштәре Өфө, Ҡазан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан матбу­ғатында баҫылып сыҡҡан. Ул “Йәштәр. Үҫеш. Фән” фести­валендә беренсе урын яулаған. 2018 йылда “Йыл студенты” конкурсында “Юғары белем биреү ойошмаларының сит ил йыл студенты” номинацияһына лайыҡ булған.
Ғөмүмән, тырыш ҡыҙ башҡорт, инглиз телдәрен яратып өйрәнә, уҡыуын магистратурала дауам итергә йыйына. Әйткәндәй, әлеге мәлдә уның 50-гә яҡын яҡташы университетта белем ала.
IV курс студенты Рәфис Ҡуй­бағаров тураһында ла әйтмәй үтһәк, яҙыҡ булыр. Бер нисә фильм авторы булған был һәләтле егеткә етәкселек ҙур киләсәк юрай һәм ижад өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырыша. Республика кимә­лендәге “Толпар” асыҡ телевизион һәм кино­фестивалгә нигеҙ һалыуы уның ҙур ойоштороу һәләтенә эйә булыуы хаҡында һөйләй. Хәҙер был фестиваль-конкурс йыл да гөрләп уҙа. Рәфис Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте тарафынан вуздар студенттары араһында йыл да уҙғарылған “Йыл студенты” конкурсында быйыл Гран-при яулауға өлгәшкән һәм ҡала хакимиәте башлығының махсус призына лайыҡ булған.
Факультеттың “ФИЛПРОМ” шаяндар, отҡорҙар клубы командаһы, яңы ойошторолоуға ҡарамаҫтан, үҙен республика кимәлендә танытып та өлгөргән. Команда тормошонда Гүзәл Хоҙайғолова, Айгөл Хәйбуллина, Лиана Шәрәфетдинова, Наҙгөл Арыҫ­ланова, Айнур Ҡәҙимов әүҙем ҡатнаша.
Факультетта белем алған студенттар “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре, “Наурыҙ” татар вокаль ансамбле, “Савни” сыуаш вокаль коллективында, “Йөрәк­тау” башҡорт фольклоры ансам­блендә ихлас шөғөлләнә.
Бында туған телдәрҙе, мәҙә­ниәтте уҡытыу һәм өйрәнеү буйынса бөгөнгө заман талаптарына яуап бирерлек компе­тенцияларҙы үҫтереү маҡса­тынан “Digital” үҙәк булдырылған. Бында шөғөлләнгән студенттар анимацияларҙан башлап, дәрес­тәрҙә һанлы технологияларҙы ҡулланыуҙы өйрәтеү, һынап ҡарау буйынса әүҙем эшләй.
– Әлеге ваҡытта үҙәктең старостаһы Алина Сәлихова менән бер төркөм студенттар өс проект өҫтөндә эш алып бара, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителгән был процесҡа, сөнки беҙгә күсәгилешлек мөһим. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ, – тип үҙ фекере менән бүлешә “Digital” үҙәктең етәксеһе, декандың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары Айнур Үтәев.
– Студенттар – ғорур­лығыбыҙ, – ти башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илешева. – Ҡайҙа ғына эшләмәй беҙҙең бүлекте тамамлаусылар! Стәрлета­маҡта методик яҡтан яҡшы әҙерлекле уҡытыусылар әҙерләүгә электән үк айырыуса ныҡ иғтибар бирелде, был республикабыҙҙың көньяҡ төбәген­дәге вуздың иң көслө яғы булды. Йолаларға тоғролоҡ беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ булып ҡала. Университетта студенттар менән тығыҙ, йылы мөнәсәбәт булды­рылған, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүгә иғтибар ҙур. Беҙ улар менән дәрестән һуң да ҡалып шөғөлләнәбеҙ, ата-әсәләре менән дә даими бәйләнештәбеҙ.
Факультет заман менән бергә атлай. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, электрон белем биреү мөхите булды­рылған. Студенттар хаҡында барлыҡ мәғлүмәт, уларҙың уңыштары, фәнни эштәре, уҡыу һөҙөмтәләре шәхси кабинетҡа ҡуйыла килә. Электрон мөхиттәге мөмкинлектәр аша студент өҫтәмә уҡыу-методик мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә лә эйә. Шуның бер күренеше – дистанцияла уҡыу технологиялары, ә уларҙы, уҡыу-уҡытыуҙың өҫтәмә һәм ярҙамсы ысулы булараҡ, Стәрлетамаҡта күптән инде уңышлы ҡулланалар.
– Факультетта ике профилле белем биреүгә иғтибар йүнәл­телә. Хеҙмәт баҙары белгестәрҙән һығыл­малылыҡты, төрлө компетенцияларға эйә булыуҙы талап итә. Туған тел менән бер рәттән сит тел, рус теле буйынса диплом алып сығыу студенттың хәҙерге шарттарҙа хеҙмәт баҙарына яраҡлашыуын еңелләш­терә. Һуңғы йылдарҙа сит телдәргә баҫым яһала, сөнки эш урындарында бындай белгестәргә ихтыяж ҙур. Студенттар курс, сығарылыш квалификация эштәрен яҙғанда ла башҡорт һәм сит телдәрҙе сағыштырыу йүнәлешендә ғилми эштәр башҡара. Былар бөтәһе лә – сит телде өйрәнеү мөмкин­лектәрен киңәйтеү өсөн ҡулла­нылған һөҙөмтәле алымдар. Шуға ла беҙҙең студенттар киләсәктә мәктәпкә лә, коммерция ойошмаларына ла, шулай уҡ тәржемәсе булып та эшкә урынлаша ала. Төбәктә туризмға иғтибар артҡан мәлдә сит телдәрҙе үҙләштергән белгес­тәргә ихтыяж ҙур буласаҡ, – ти декандың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнара Басирова.
Быйыл факультет уҡыу йорто эсендә бирелгән грантты отҡан. Уны этнодизайнды үҫтереүгә, йәғни ҡул эштәрен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеү кабинетының матди нигеҙен нығытыуға тотонасаҡтар. Әйткәндәй, виртуаль этнография музейын да эшләргә йыйыналар.
Башҡорт һәм төрки фило­логияһы факультетында белем алған һәләтле студенттар, педагогия коллективы менән аралашыуҙан йылы тәьҫо­раттар алып, ҡайтырға йыйындыҡ.
– Үҙен киләсәктә мәктәптә туған тел уҡытыусыһы итеп күҙ алдына килтергән, ошо һөнәрҙе яратҡан, шул йәһәттән махсус әҙерлек менән килгән аби­туриенттарға иғтибар итһәк ине. Шул саҡта ғына күсәгилешлек дауам итер һәм туған телен яратҡан, уға һөйөү уятырлыҡ уҡытыусылар быуыны тәрбиә­ләнер, – тигән теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалды Рәйсә Хәким ҡыҙы.
Читайте нас: