Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ҡабул итеү комиссияһы үҙ эшен башланы.
Уның рәйесе Фирғәт Хисаметдинов әйтеүенсә, уҡыу йортонда 153 бюджет урыны бар. Тәүге абитуриенттар документтарын тапшырып та өлгөргән.
Урал аръяғы райондары халҡы өсөн төп уҡыу йортона әйләнгән Сибай институты йәштәрҙе көтөп ҡала. Уҡыу сифатына, йәшәү шарттарына килгәндә, белем усағында был йәһәттән бар уңайлылыҡтар тыуҙырылған.