Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Июнь 2019, 22:08

Имтиханды 100 балға тапшырғандар арта

Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре асыҡланды. Әле Башҡортостанда 88 уҡыусы 100 балл йыйған, тип хәбәр итә төбәк Мәғариф министрлығы.

Фото: pravobraz.ru
Фото: pravobraz.ru
Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре асыҡланды. Әле Башҡортостанда 88 уҡыусы 100 балл йыйған, тип хәбәр итә төбәк Мәғариф министрлығы.
Шуларҙың өсәүһе — географиянан, икәүһе — әҙәбиәттән, 18-е — профилле математиканан, 29-ы — химиянан, бишәүһе — тарихтан, алтауһы — рус теленән һәм 25-е — физиканан.


Ике фәндән 100-әр балл йыйған балалар ҙа бар. Ундайҙар — өсәү. Эдуард Владимиров Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһын, Роман Злобин Өфөнөң 153-сө лицейын, Маргарита Сәғитова Өфөнөң 83-сө лицейын тамамлай.
Читайте нас: