Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
28 Июнь 2019, 20:08

Йәш быуын – милләт киләсәге

"Мәғариф һәм кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү" секцияһының эшен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
"Мәғариф һәм кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү" секцияһының эшен Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алып барҙы.


Ҡоролтай делегаттарын Мәғариф министрлығы исеменән Илдар Мәүлитбирҙин сәләмләне. Мәғариф

министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Розалия Сәфиуллина яһаған төп докладта респубика мәктәптәрендә дәүләт һәм туған телдәрҙе уҡытыу, башҡорт теле буйынса дәреслектәр, башҡорт телен белгән кадрҙар әҙерләү һәм башҡа

мәсьәләләр күтәрелде.
Өфөнөң 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килдеғолова үҙ сығышын иң кескәй быуынды тәрбиәләү мәсьәләһенә – балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәтеү, тәрбиә процесын туған телдә алып барыуға арнаны.
Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Фәйзуллин ҡала шарттарында ошондай белем биреү үҙәктәрендә рухлы, телен һәм илен һөйгән йәш быуын

тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Салауат районының Лағыр мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов ауыл мәктәбенә хас проблемаларҙы күтәрҙе, матди-техник хәлде нығытыу, йәш белгестәр йәлеп итеү кеүек мәсьәләләргә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе.
Артабанғы сығыштар сит өлкәләрҙә башҡорт телен уҡытыу, был йәһәттән талап ителгән ярҙам саралары, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт милли белгестәрен әҙерләү, Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән йәкшәмбе мәктәптәренең эшмәкәрлеге мәсьәләләренә бағышланды.
Һәр сығыш буйынса фекер алышыуҙар ойошторолдо, уларҙа яңғыраған һәм башҡа делегаттар тарафынан еткерелгән тәҡдимдәр дөйөм пленар ултырыш ҡарамағына сығарылды.
Читайте нас: