“Илебеҙҙең баш ҡалаһында башҡорттарҙың иң әүҙемдәре йыйылғанына күп тапҡыр инандым. Улар дәүләттән дә, башҡа тарафтарҙан да ярҙам көтөп ултырмай, барыһын да үҙҙәре эшләргә тырыша”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Әхмәҙуллин.