Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Июль 2019, 01:03

24 бала аттестатһыҙ ҡалды

Улар рус теле һәм математиканан тейешле иң түбән балды йыя алмаған.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Башҡортостанда 24 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмаған, рус теле һәм математиканан тейешле иң түбән балды йыймағандар.


Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында белдерелде. Был балалар IX класты тамамлау тураһындағы аттестаты менән колледжға уҡырға инә ала. Шулай уҡ сентябрҙә имтихандарҙы яңынан биреү мөмкинлеге бар.
Тотош алғанда бөтә предметтар буйынса 3309 уҡыусы тейешле иң түбән балды йыя алмаған. Күбеһе йәмғиәтте өйрәнеү, тарих һәм химиянан “ике” алған. Был предметтар мотлаҡ һаналмағанлыҡтан, һөҙөмтәһе аттестатҡа йоғонто яһамай, әммә ошо фәндәр кәрәк булған вуздарға юл ябыла.
Тағы ла имтихандан ҡыуып сығарылған ике уҡыусы аттестатһыҙ ҡалды.
Читайте нас: