Бөрйән районының хозур тәбиғәтенә битараф ҡалған кеше һирәктер. Шуға күрә “Ағиҙел” тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерына ла райондан ғына түгел, бар республиканан, хатта эргә-тирә өлкәләрҙән дә балалар йыйылған.
“Ағиҙел” лагеры быйылғы йәйҙе үҙгәрештәр менән ҡаршылай: беренсенән, бында яңы етәксе – Азат Әхәт улы Ишкилдин. Икенсенән, бар өйҙәргә лә евроремонт эшләнгән, уйын бүлмәһе булдырылған, өсөнсөнән, лагерь быйылдан ныҡлап “Йәйләү” программаһына күскән.
Өлкән әйҙәүсе Сәйҙә Сәйәхова алдағы пландар менән уртаҡлашты, ә улар хәтәр генә: ошо арала шартына килтереп башҡорт һабантуйы үтәсәк, унда Күҙәмбәт яланының (лагерь урынлашҡан ер) Урал батыры һәм Һомайы билдәләнәсәк. Шулай уҡ “Ағиҙел”гә “Йәйләү”ҙе уйлап табыусы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның килеүе көтөлә.
Июлдә “Ағиҙел” тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерында 96 бала ял итә, уларҙың һәр көнө сағыу сараларға бай.