Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты ғалимдары Ҡытайҙа үткән “Рәсәй һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында социаль-мәҙәни, фәнни-техник хеҙмәттәшлек” тип аталған халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты.
Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Йәлил Һөйөндөков менән биология фәндәре докторы Резеда Хәсәнова сарала доклад менән сығыш яһаны.
Ҡытайҙар Башҡортостанға, шулай уҡ Сибай ҡалаһына килеү теләген белдерҙе. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө.