Илеш районындағы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла музей-ижади лаборатория барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, Татарстандың халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин һәм Әхсән Баяндың ижадын өйрәнеүгә арналған.
Был проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды. Гранттың күләме – 507,6 мең һум. Ошо аҡсаға мәктәп кабинеты музей өсөн яраҡлаштырылып йыһазландырыласаҡ, витриналар, мультимедия ҡорамалдары алынасаҡ.
Ғөмүмән, Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында быйыл республикала форумдар, фестивалдәр, мәҙәни-ағартыу акциялары күпләп үтә, анимациялы фильмдар, аудиокитаптар барлыҡҡа килә, балалар өсөн донъя әҙәбиәте классиктарының башҡортсаға тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла. Гранттарҙың дөйөм суммаһы – 72 миллион һумдан ашыу.