Яңы уҡыу йылын Асҡын районының Ҡышлауйылға ауылы балалары ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Нәҡ Белем көнөндә бында 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы дөйөм белем биреү мәктәбе файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Белем усағы «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә һалына. Әле бинаны тышҡы яҡтан заманса материалдар менән көпләү дауам итә, бынан тыш бүлмәләрҙә биҙәкләү, плитә йәбештереү, тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре дәррәү бара. Шөкөр, балаларҙың ғына түгел, ауыл халҡының да ҡыуаныстары тиҙерәк тормошҡа ашһын өсөн төҙөүселәр күп көс һала.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы -- 175 миллион һум, генераль подрядсыһы -- Өфө ҡалаһының "Корунд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Заказсыһы иһә -- республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы. Бөгөн төҙөлөштә, нигеҙҙә, Өфө, Асҡын районынан 71 кеше эш менән мәшғүл.
Ҡышлауйылға мәктәбенә күрше дүрт ауылдан килеп белем аласаҡтар. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында 170 уҡыусы яңы мәктәп ишеген асып инәсәк. Уҡыусыларға 19 юғары һәм урта махсус белемле тәжрибәле уҡытыусы белем бирәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.