Балаларҙың күңелендә тыуған Башҡортостанына, туған теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн беҙ, уҡытыусылар, барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Әммә башҡорт теленә иғтибар юғарынан, дәүләт етәкселәренән, башланырға тейеш, тип уйлайым. Депутаттар, чиновниктар үҙ сығыштарында башҡорт телен яҡлап һүҙ әйтһә, һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.
Үҙебеҙҙә Нефтекама ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев тарафынан башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә иғтибар артыуын тоям. Уның башҡорт теленән диктантты яҙырға килеүе лә, беҙҙән башҡорт халыҡ йырын йырлатыуҙары ла — башҡорт теленә, мәҙәниәтенә иғтибар, ихтирам артыуына миҫал. Бынан тыш, ҡалабыҙ Тәтешле ерендә үткән “Шәжәрә” байрамы сиктәрендә ойошторолған өс конкурсҡа ла Нефтекаманан ҡатнашыусыларҙы ебәргәс, был уй-тойғо тағы нығый төштө.
Ә Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама районы һабантуйында башҡорт тирмәһенең ҡоролоуы, уның эсендә “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән һындарҙың ҡуйылыуы, тирмә тышында халыҡ кәсептәрен күрһәткән күргәҙмәнең эшләнеүе, башҡорт халыҡ аштарының ҡуйылыуы, башҡорт кейемендә ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең сәләмләүе, тирмә эсендә тотош ғаиләбеҙ менән ҡумыҙҙа уйнап тороуыбыҙ башҡорт мәҙәниәтенә иғтибарҙың артыуына тағы бер күрһәткес булды.
Нефтекама ҡалаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу яҡшы кимәлдә ҡуйылған. Бында барлыҡ мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары үҙ эшен белеп, тырышып эшләй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Һәр йылдағыса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстарында, башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, республика буйынса үткәрелгән барлыҡ конференцияларҙа уҡытыусылар даими ҡатнаша. Өҫтәүенә йыл һуҙымында улар уҡыусыларын башҡорт теле буйынса уҙғарылған конкурс, олимпиада, ғилми-ғәмәли конференцияларға әҙерләп ҡатнаштырҙы.
Күпселек мәктәп директорҙары башҡорт теленең кәрәклеген аңлай һәм туған телебеҙ уҡытылһын өсөн тырыша. Методистар ҙа тәжрибәле, үҙ эшен еренә еткереп атҡара.
Быйыл мин дә “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә көс һынаным. Шул ваҡыт эсендә беҙҙең 1-се гимназия уҡытыусыларының ни тиклем төплө белемле, методик яҡтан көслө, тәжрибәле икәнлеген күрҙем. Сараға әҙерләнергә Г.А. Рукавишникова, И.В. Глухова, С.Б. Ниғәмәтйәнова ярҙам итте. Ошо күренеш тә башҡорт теленә булған иғтибарҙы күрһәтә.
Миҙал ике яҡлы була, тигәндәй, атҡараһы эштәр күп әле. Иң беренсе сиратта башҡорт теле дәреслектәрен заманлаштырырға кәрәк. Уларҙы балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ сағыу, системалы, фәһемле, кәрәкле текстар менән байыҡтырып, аудиояҙмалар текстары менән баҫтырып сығарырға ине. Әйтәйек, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн еңелдән ҡатмарлыға принцибына нигеҙләнеп, уҡыусылар эшләй алырлыҡ күнегеүҙәр менән сығарырға тәҡдим итәм.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе рус мәктәбендәге уҡыусыларға ла системалы, еңелдән ҡатмарлыға принцибына нигеҙләнеп эшләнгән яҡшы дәреслек кәрәк. Уҡыусылар өсөн аудиояҙмалар яҙылған дисктар дәреслектә лә, интернетта ла булһа яҡшыраҡ. Был осраҡта балалар уларҙы өйҙә лә тыңлап башҡорт телен өйрәнә алыр ине.
Башҡорт телен өйрәнеү буйынса интернетта бик күп материалдар булһа, уҡыусыларға ла еңелерәк. Бынан тыш, видеоәсбаптар, әкиәттәр, йәнһүрәттәр кәрәк.
Мәктәптәрҙең иң ауыртҡан яғы: кабинеттарҙа компьютер, планшет, интернет һәм башҡа электрон ҡоролмаларҙың етешмәүе. Беҙ күптән Башҡорт теле уҡытыусылары съезында балаларҙы башҡорт телен өйрәтеүгә ылыҡтырыу өсөн әллә күпме ҡыҙыҡлы электрон уйындарҙың барлығын белдек. Шуларҙы мәктәптә ҡулланғанда башҡорт теленә ҡыҙҙар, малайҙар хатта “осоп” килерҙәр ине. Был осраҡта башҡорт теленә сәйерһенеп ҡараған ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дә фекере үҙгәрмәй ҡалмаҫ.
Телдәр белеү бер кешегә лә ҡамасауламаҫ. Ә башҡорт телен өйрәнеү тағы 25 төрки телдә һөйләшеүгә юл аса. Ошо һәм башҡа дәлилдәр менән ата-әсәләргә мөрәжәғәт итергә, уларҙың балаһына башҡорт телен өйрәтеүгә ризалыҡты алып була. Шулай итеп, туған телебеҙҙе таратырға кәрәк.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә башҡорт теле буйынса сәғәттәр һанының артыуы, дәрестәрҙе уҡыусылар ҡыҙыҡһынырлыҡ итеп үткәреү өсөн ҡоролмалар һатып алыу кеүек мәсьәләләр ҡаралыр һәм киләсәктә ошолар барыһы ла бойомға ашыр, тип ышанам.