Был “сумаҙан”ды ҡулланыу серен барыһы ла белмәй.
Быйылғы уҡыу йылы үҙенсәлекле. “Мәғариф” милли проекты ҙур ҡолас һәм идеялар менән белем тармағына ышаныслы килеп ингән, ҙур өмөттәр бағланған мауыҡтырғыс та, яуаплы ла мәл. Өҫтәүенә вәғәҙәләр, пландағы эштәр финанс менән дә нығытыласаҡ, быйыл ғына ла илдә проектты тормошҡа ашырыуға 116 миллиард 628,29 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Маҡсат – белем системаһын үҙгәртеүҙә түгел, ә уның йөкмәткеһен яҡшыртыуҙа.
Оҙаҡламай республикабыҙҙа мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтәсәк. Уның фекер алышыу майҙанында “Мәғариф”, “Демография” милли проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ. Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы ХАЖИНҒА, ошо ваҡиға айҡанлы, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Айбулат Вәкил улы, һеҙҙең өсөн был уҡыу йылы – министр вазифаһындағы тәүге йыл. Педагогтарҙың август кәңәшмәһен дә беренсе тапҡыр үткәреүегеҙ. Тулҡынланаһығыҙҙыр, моғайын… Әммә һеҙ белем биреү өлкәһендә яңы кеше түгел, бөтә баҫҡыстарҙы ла үтеп, мул тәжрибә туплаған педагог, етәксе. Нимә көтәһегеҙ педагогтарҙың быйылғы август кәңәшмәһенән?
– Яңы уҡыу йылы алдынан тулҡынланмаған, борсолмаған, яҡшылыҡҡа ниәтләмәгән кеше юҡтыр ҙа. Уҡыусыларҙан бигерәк уҡытыусылар, ата-әсәләр нығыраҡ тулҡынланалыр төҫлө. Мин быйылғы уҡытыусылар кәңәшмәһенән ошо өлкәлә эшләгән һәр кемдең бер усҡа тупланып, берҙәй идеялар менән дәртләнеп, сәмләнеп туған мәктәптәренә, яратҡан уҡыусылары менән осрашыуға ашҡынып ҡайтыуҙарын көтәм. Берҙәмлек, аңлашып эшләү, конкурентлыҡҡа һәләтлелек – хәҙерге заманда барыбыҙ өсөн дә иң ҡиммәтле сифаттар.
Ошо уҡыу йылы менән “Мәғариф” проектына киң ишек асабыҙ. Алдыбыҙҙа торған ике глобаль бурысты атҡарыу өсөн көсөбөҙ, белемебеҙ, характерыбыҙ етерме – ошо хаҡта уйланабыҙ. Ил Президенты тарафынан беҙҙең алға ғәйәт ҙур бурыс ҡуйылды: Рәсәй Федерацияһын дөйөм белем биреү сифаты буйынса донъялағы алдынғы ун ил иҫәбенә сығарырға! Икенсеһе – Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, тарихи-мәҙәни традициялары нигеҙендә гармониялы үҫешкән һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү.
– Бурыстарҙың икенсеһе ҡатмарлыраҡтыр ҙа, бәлки… Ниндәй ҙур теләк, амбиция, һөнәреңде яратыу кәрәк буласаҡ уҡытыусыларға был изге ниәттәрҙе атҡарыу өсөн. Тәү сиратта ҡайһы төп йүнәлештәргә баҫым яһаласаҡ, Айбулат Вәкил улы?
– Мәктәптәрҙе заман талаптарына ярашлы йыһазландырыу, һанлы белем биреү мөхитен булдырыу, һөнәри йүнәлеште иртә осорҙа билдәләү, киләсәк уҡытыусыһын тәрбиәләү – быларҙың барыһы ла һәр балала бөрөләнгән таланттарҙы асыу, үҫеү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр тыуҙырыу, ахыр сиктә тормош кимәлен күтәреү өсөн кәрәк. Быйыл республикабыҙҙа ғына өр-яңы 21 белем биреү учреждениеһы сафҡа индереләсәк. 1 сентябргә туғыҙ мәктәп асылыуы һәм ун дөйөм белем биреү объектының сафҡа индерелеүе көтөлә. Капиталь ремонтҡа һәм матди-техник базаны нығытыуға сығымдар һис көтөлмәгән суммаға – бер миллиард һумға барып етте. 12 коррекцион белем биреү мәктәбе уҡыусылары киләсәктә һөнәри белем алһын өсөн, хеҙмәт кабинеттарын йыһазландырыуға аҡса бүленде. Ауыл мәктәптәрендә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар булдырыуға 38 миллион һум йүнәлтелгән.
54 районда 133 һанлы һәм гуманитар профилдәге “Үҫеш нөктәһе” тип аталған белем биреү үҙәктәрен асыуға федераль бюджеттан ҙур суммала аҡса бүленде. Тимәк, ауыл балаларына “Информатика”, “Тормошта хәүефһеҙлек нигеҙҙәре” кеүек предметтарҙы өйрәнеү буйынса программаларҙы заманса техник саралар ярҙамында үҙләштереү мөмкинлеге асыла.
– Республика етәксеһе Радий Хәбиров, “1 сентябрҙән бөтә мәктәптәр ҙә аҙнаһына биш көнлөк уҡыуға күсәсәк”, тип белдерҙе. Был яңылыҡҡа, атай кеше булараҡ, һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Әлбиттә, ыңғай ҡарайым, ата-әсәләрҙең күпселеге минең менән ризалашыр, тип уйлайым. Аҙнаның уртаһында балаларымды күрмәйем, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Улар үҫкән, формалашҡан, донъя менән ҡыҙыҡһынған саҡтарында атай-әсәйҙең һүҙе, йүнәлеш биреүе ҡиммәт бит. Балаларыңдың эске донъяһын аңлау өсөн иптәштәре менән танышыу, ҡайҙалыр күмәкләп йөрөп ҡайтыу, аралашыу атайҙар өсөн дә мөһим. Ике көн эсендә яратҡан шөғөлдәргә ваҡыт бүлергә лә, ял итергә өлгөрөргә лә мөмкин.
Ни өсөн хәҙер мәктәптәрҙә уҡыусылар менән уҡытыусылар, балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәт ҡырҡыулаша, йәштәштәр араһында ла аңлашылмаусанлыҡ, низағ, агрессия көсәйә? Бер-ике сәғәтлек ата-әсәләр йыйылышында барлыҡ мәсьәләләрҙе лә уртаға һалып хәл итеп булмай, шуға күрә шәмбелә өлкәндәрҙе лә үҙебеҙҙә күрергә теләр инек. Үҙ сиратында улар ҙа балаларының ҡыҙыҡһынған шөғөлдәре, аралашҡан иптәштәре, хатта уларҙың ата-әсәһе менән таныша, кәңәшләшә алыр ине. Тормошобоҙға үтеп ингән буллинг, агрессивлыҡ кеүек заман сирҙәренең “градусы” кәмеүенә лә булышыр, тип уйлайым был яңылыҡ. Аҙнаның алтынсы көнө – ижади үҫешеү өсөн ҙур мөмкинлек ул. Һәр баланың билдәле суммаға йыллыҡ сертификаты буласаҡ, өҫтәмә белем программаһы буйынса шөғөлдәрҙе бала үҙе һайлаясаҡ. 1 сентябрҙән ошо программа эш башлай, уҡыусылар ҙа, ата-әсә лә уның уңайлылығын, файҙаһын баһалар.
– Һуңғы осорҙа һанлы технологиялар, белем биреүҙе информатизациялау тураһында күп һөйләйбеҙ. Ысынлап та, тормошобоҙ көндән-көн “һанлыға” әүерелә бара. Дәүләт хеҙмәттәре, табипҡа яҙылыу, әйбер һатып алыу, хатта кредит юллау – барыһы ла виртуаль рәүештә башҡарыла. Мәғариф учреждениелары ла ҡалышмай, улай ғына ла түгел, бөтә яңылыҡтарҙың башында барырға ынтыла. Мәктәптәр юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыла, уҡытыусылар яңы ресурстар менән оҫта эшләргә өйрәнә. Иң отошло яғы нимәлә яңы технологияларҙың?
– Һеҙ үҙегеҙ ҙә билдәләп киттегеҙ: яңы ресурстар беҙҙе яңыса эшләргә һәм йәшәргә өйрәтә. Тәжрибә уртаҡлашыу, яңы методикалар менән танышыу мөмкинлеген арттыра, уҡыусылар өсөн музейҙар, төрлө мәҙәниәт усаҡтары, иҫтәлекле урындар буйлап виртуаль экскурсиялар үткәрергә, өҫтәмә материалдар табырға ярҙам итә. Сит илдәрҙә һәм ҡитғаларҙағы үҙгәреште күҙәтеп барыу ҙа үҫешебеҙҙе тиҙләтәсәк.
Уйлап ҡарағыҙ, Финляндиялағы уҡыусыларҙың 60 проценты үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһай. Уларҙың донъяны танып белеүе, ҡараштар даирәләре киңлеге һоҡландыра. Ошо йәһәттән беҙгә предметтар араһындағы бәйләнеште көсәйтеү өҫтөндә ныҡ эшләйһе бар.
– Быны нисек аңларға? Һандар менән ижадты, лирика менән физиканы йәнәш алып барыу мөмкинме ни?
– Йыш ҡына уҡыусыларҙың бер ҡатлыраҡ, әммә шундай ғәҙел һорау биргәне бар: “Химия формулалары миңә ниңә кәрәк?” йәки “Географияның кәрәге булмаясаҡ, мин бит иҡтисадсы булырға теләйем” һ.б. Предметтар араһындағы бәйләнеште нығыта алмаһаҡ, бындай һорауҙарҙы ҡабатлаусылар буласаҡ әле.
Үҙем химия уҡытыусыһы булғас, балалар менән ошо мауыҡтырғыс, тормошсан фән тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнем бар. Ысынлап та, буласаҡ әҙәбиәт йәки математика уҡытыусыһына химияның кәрәге бармы ни? Кем булыуына, ниндәй һөнәр алыуына ҡарамаҫтан, ул бит көн һайын ошо химия фәне менән осрашып, аралашып йәшәйәсәк. Бөтә санитария-гигиена әйберҙәре, косметика саралары төрлө химик берләшмәләрҙән тора. Һыуҙың да формулаһы бар – Н2О. Сәйнүк эсенә ултырған ҡомаҡты таҙартыу өсөн дә химия ярҙамға килә – лимон кислотаһы йәки аш содаһы – натрий гидрокарбонаты, шулаймы? Ғөмүмән, тормош химиянан башланған тиһәм, уҡыусылар тәрән уйға ҡала. Бындай миҫалдарҙы тормоштан күпләп килтерергә мөмкин.
Географияны белмәйенсә нисек иҡтисадсы булмаҡ кәрәк? Улар бит шул тиклем тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр. Ә был ҡатмарлы, көн дә үҙгәреп торған донъяла уҡыусы мотлаҡ конкурентлыҡҡа һәләтле булып үҫергә, төрлө даирәләрҙә йүнәлеш таба белергә тейеш.
– Ә Берҙәм дәүләт имтиханында йыйылған балдар конкуренцияға һәләтлелекте күрһәткән билдә түгелме ни?
– Белем сифатын Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһенә ҡарап ҡына баһалап булмай. Олимпиадалар, конкурстар, Берҙәм дәүләт имтихандары – белемде баһалау инструменттарының береһе генә. Белем биреүҙең халыҡ-ара системаһында билдәлелек яулау өсөн был ғына етмәй. Беҙҙә уҡытыуҙың башланғыс звеноһында теория һәм практика тормош, әйләнә-тирәләге мөхит менән бик яҡшы бәйләп алып барыла. Функциональ белемлелек юғары кимәлдә булғанда ғына, конкурентлыҡҡа һәләтлелек тураһында һүҙ алып барырға мөмкин, тимәксемен. Ә юғары кластарҙа ошо бәйләнеш “йомшағыраҡ”.
Совет педагогикаһында халыҡ уҡытыусыһы Виктор Шаталовтың “Школа без троек” тигән системаһы һөҙөмтәле булды. Иң яҡшы белем проекттарының береһе ине, тип икеләнмәй әйтә алам. Ғилләһе бик ябай: хужабикәләрҙең ҡыярҙы нисек тоҙлағанын беләһегеҙҙер, йәшелсә тәмле булып тоҙланһын өсөн банкаға кәрәгенсә һыуын, тоҙон, тәмләткестәрен һалып, һәйбәт әсеһен өсөн бөтә уңайлыҡты булдыралар. Белем биреүҙә лә нәҡ шулай. Һәр кем өсөн шундай ҡулайлы, үҙенә ылыҡтырып торған мөхит тыуҙырырға, ә уҡытыусылар коллективын шулай итеп көслө мотивацияларға кәрәк – бала “өслө”гә уҡымаҫлыҡ булһын! Һәр предметты уҡытыу өс йүнәлештә бара: дидактик, тәрбиә биреү, үҫтереү. Ошо йүнәлештәрҙән тайпылмай, төрлө фәндәрҙе бәйләп, тормошҡа яраҡлаштырып алып бара алһаҡ, һис шикһеҙ, отасаҡбыҙ.
– Ә ундай маҡсатты ҡорал итеп алған, белем биреүҙе генә күҙалламай, балаларҙы һөнәрле итергә, тормошта ныҡлы баҫып торорға өйрәткән, бер-береһе менән аңлашып, ярҙамлашып эшләгән коллективтың үҙен дә үҫтерергә кәрәк бит әле.
– Эйе, әлегә беҙҙә кадрҙар ҡытлығы һиҙелә, әммә был йүнәлештә даими эш алып барабыҙ. Отчеттарҙы мөмкин тиклем кәметергә, уҡытыусыларҙың белемен даими камиллаштырырға тырышабыҙ. Новаторҙар менән осрашыуҙар, профессиональ курстар үткәрелеп тора. Яңы йыл башынан эшләй башлаясаҡ “Ауыл уҡытыусыһы” проектына өмөт ҙур.
Йыл һайын республикала 1,5 мең белгес уҡыуҙы тамамлай, ә мәктәпкә күбеһе килеп етә алмай. Был тәңгәлдә муниципалитеттарҙың ярҙамы кәрәк. Әле республикала 1319 мәктәп эшләй, барыһының да эшмәкәрлеген “Мәғариф” милли проекты талаптарына ярашлы ҡорорға тейешбеҙ.
– Ауыл мәктәптәренә ҡулайлаштырыу еле тағы ла ҡағылмаҫмы?
– Мәктәптәрҙе ябыу халыҡтың йәненә тейгән, тормош сифатын насарайтҡан, кәйефте ҡырған мәсьәләләрҙең береһе икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Әгәр ҙә ундай мәсьәлә тыуа ҡалһа, ул бары республика етәксеһе ҡарары менән генә хәл ителәсәк. Беҙ барыбыҙ ҙа булған мәктәптәрҙе һаҡлау, бушаған биналарҙы лагерҙар, социаль учреждениелар сифатында ҡулланыу яғында.
– Республика етәксеһенең ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһындағы Указы нисек үтәлә?
– Бик ваҡытлы ҡарар булды тип иҫәпләйем. Йыл һайын 600 мең һум күләмендәге гранттарҙы 100 йәш уҡытыусы аласаҡ. Быйылға документтар ҡабул итеү тамамланды, муниципалитеттарҙан 200-гә яҡын заявка алынды. Конкурс комиссияһы лайыҡлыларҙы һайлау өҫтөндә эшләйәсәк. Йәштәр өсөн гранттар алыу байтаҡ шәхси мәсьәләләрҙе, айырыуса торлаҡҡа ҡағылғанын, хәл итергә ярҙам итер тип уйлайым.
– Һеҙҙеңсә, балаларҙа уҡыуға ынтылышты нисек тәрбиәләргә мөмкин?
– Бары дәлилдәр килтереү, уңышҡа дәртләндереү саралары менән. Балаларҙы тырышмағаны өсөн шелтәләү, әрләү һөҙөмтә бирмәй. Насар уҡығаны өсөн битәрләү, бөтөрөп ташлау – файҙаһыҙ. Киреһенсә, быларҙың барыһы ла уҡыу теләген һүндерә торған “тәрбиә” ысулдары. Мәктәпкә аяҡ баҫҡан һәр уҡытыусы ошо хәҡиҡәтте аңлап эш итергә тейеш.
Илдә белем биреү өлкәһенә ҙур иғтибар бирелеүе ғәжәп түгел, сөнки киләсәк мәктәп тупһаһынан башлана. Беҙ балаларға төрлө фәндәрҙән ғилем байлығын “сумаҙан”дарға тейәп, тормош юлына оҙатабыҙ. “Сумаҙан”да бөтә кәрәкле аҡыл да, әсбап та бар, тик уның әлегә “тотҡа”һы ла, асыу өсөн “асҡысы”ла юҡ.
“Тотҡа”һын үҙенә яһарға, булған белемен кәрәкле йүнәлештә файҙаланырға ҡулынан килерме? Ә “асҡыс”ын табырға кем ярҙам итер? Бына ошо уйҙар мине йыш ҡына тынғыһыҙлай. Ғилем багажы тулы булып та, уны ҡуллана алмаған балалар һыҙландыра. Тимәк, беҙгә, мәғариф өлкәһендә эшләүселәргә, “сумаҙан”ды тыңҡыслап тултырыуҙан тыш, тормошта үҙ урындарын тапһын өсөн йәш быуынға “алтын асҡыс”ты эҙләшергә өйрәнергә кәрәк.