Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Август 2019, 14:56

Балаң ҡайҙа йөрөй? Интернет күҙәтә!

Республика мәғариф буйынса август кәңәшмәһенең 2-се фекер алышыу майҙансығы “Рәсәй Федерацияһы Президентының “Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһындағы” Указын тормошҡа ашырыу" тип аталды. Кәңәшмәне Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Филүс Минәзов алып барҙы.

– Мәктәптәрҙе селтәрле интернетҡа тоташтырыу буйынса эш әүҙем бара, – тине республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев. – Белем биреү учреждениелары секундына 100 мегабайт ҡабул итергә һәләтле селтәрҙә эшләйәсәк. Әле был бурыс 50 процентҡа үтәлгән. Яҡын йылдарҙа 2314 белем биреү һәм тәрбиә учреждениеһы тулыһынса интернетҡа тоташасаҡ. Был виртуаль киңлектә эшләү мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, ә һанлы технологиялар тәьмин иткән башҡа уңайлыҡтар ҙа тыуҙыра. Мәҫәләр, һәр баланың ҡайҙа йөрөгәнен дә белергә була.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова "Белем биреү" милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артём Ковшов белем биреү объекттарын төҙөү барышы, мәғариф министрлығының баш белгесе Алина Ғәлина мәктәпкәсә белем биреүҙең дәүләткә ҡарамаған секторын үҫтереү тураһында һөйләне.

Автор фотоһы.
Читайте нас: