Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Август 2019, 12:45

Ибрай ҡыҙы уҡытыусылар династияһын дауам итә

Дәрестең башланыуын белдереп ҡыңғырау яңғырағас, барыһы ла – балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа кабинетҡа ашыҡты. Мәктәптең коридоры тынып ҡалды, ҡыҫҡаһы, 45 минутҡа һиллек урынлашты. Уҡытыусылар бүлмәһендә генә кемдеңдер өҫтәлгә текәлеп ултырыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Уның үҙ эшенә шул хәтлем мөкиббән бирелеүе ғәжәпләндерҙе, ул хатта эргәһенә килеүселәрҙе шәйләмәне лә. “Һаумыһығыҙ!” тигәнгә матур йылмайып: “Хәйерле көн! Үтегеҙ”, – тине лә тағы эшенә күмелде. Ғөмүмән, һөнәрен яратыуы, күңел биреп башҡарыуы йөҙөнә сыҡҡан. Бына ошондай абруйлы шәхес – Ибрай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең математика, информатика һәм физика уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зөбәржәт СӘҒИТОВА менән танышыу бәхете тейҙе.

Оло тормош юлына сығарған изге кешеләрҙең барыһына ла рәхмәте ҙур.


Дәрестең башланыуын белдереп ҡыңғырау яңғырағас, барыһы ла – балалар ҙа, уҡытыусылар ҙа кабинетҡа ашыҡты. Мәктәптең коридоры тынып ҡалды, ҡыҫҡаһы, 45 минутҡа һиллек урынлашты. Уҡытыусылар бүлмәһендә генә кемдеңдер өҫтәлгә текәлеп ултырыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Уның үҙ эшенә шул хәтлем мөкиббән бирелеүе ғәжәпләндерҙе, ул хатта эргәһенә килеүселәрҙе шәйләмәне лә. “Һаумыһығыҙ!” тигәнгә матур йылмайып: “Хәйерле көн! Үтегеҙ”, – тине лә тағы эшенә күмелде. Ғөмүмән, һөнәрен яратыуы, күңел биреп башҡарыуы йөҙөнә сыҡҡан. Бына ошондай абруйлы шәхес – Ибрай төп дөйөм белем биреү мәктәбенең математика, информатика һәм физика уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зөбәржәт СӘҒИТОВА менән танышыу бәхете тейҙе.


– Һеҙҙән башҡа бөтәһе лә дәрестә, әллә балаларға үҙал­лы эш бирҙегеҙ ҙә иркенләп ултыраһығыҙмы?

– Уҡытыусылар теле менән урыҫса әйткәндә, миндә – “окно”. Рәттән өс дәрес бирҙем, әле бушмын, унан инде тағы ла дауам итәм. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белеү һәр йәһәттән дә отошло ул. Атайым менән әсәйем бындай күркәм сифаттарҙы күңелемә бәләкәйҙән һалды. Дәрестәр араһындағы бушлыҡҡа төрлөсә ҡараш йәшәй, уның үҙенә күрә файҙаһы ла ҙур, мәҫәлән, шәхсән мин дәфтәр тикшерәм, башты ял иттереү өсөн дә форсат бар. Китап уҡыһаң, белемең артыр, уҡымаһаң, белгәнең дә онотолор, тибеҙ. Нәфис әҙәбиәт уҡырға әүәҫмен, китап менән дуҫлыҡ тураһында балаларға ла йыш ҡабатлайым.


– Белеүемсә, һеҙ – уҡы­тыусылар династияһын дауам итеүселәрҙең береһе. Ул яуап­лылыҡмы, әллә ғорурлыҡмы?

– Хисмәтуллиндарҙың йәки беҙҙең данлы уҡытыусылар династияһы күренекле мөғәл­лимә Тайфа Ғиззәт ҡыҙынан башлана, ул минең өләсәйем була. Ғәрәсәтле 1941 йыл – Тыуған илебеҙгә дошман баҫып ингән, Ватаныбыҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған осор. Тап шул ваҡытта Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, Тайфа Хисмә­туллина Ибрай мәктәбенә эшкә ебәрелә. Бынан тыш, уның ағайҙары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Ғәбит менән Сәй­фулла ла мөғәллим тигән һөнәргә тап төшөрмәгән, Рафаэль менән Мөнир ҙә ғүмер буйы уҡытыусы булған. Хисмәтул­линдарҙың династияһын дауам итеүгә бәләкәй генә өлөш индерәм һәм шуның менән бәхетлемен.
Ә һеҙ биргән һорауға ошо­лайыраҡ яуап бирер инем: ғорурлыҡтан бигерәк иңгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй ул. Миңә тиклем яҙмыш­тарын мәктәп менән бәйләгән туғандарым кеүек, бурысыма етди ҡарау, яҡшы исемгә тап төшөрмәү – бына ошолар тураһында йышыраҡ уйланам. Дөйөм алғанда, династияның стажы – 150 йыл!


– Һөнәрегеҙҙе яратыуығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Уҡытыусы булырға кем йүнәлеш бирҙе?

– Һәр кем бәләкәйҙән үк ниндәйҙер маҡсат менән йәшәй, нимәгәлер ынтылышы була. Мәктәптә үк уҡытыусы булыу хыялы менән яндым. Ғөмүмән, хәреф танырға, матур яҙырға һәм һанарға өйрәткән, оло тормош юлына сығарған, педагог һөнәренә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларымдың барыһына ла рәхмәт. Балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорто... Тыуған ауылым Ибрайҙан һуң 1-се республика мәктәп-интернатында белемемде арттырҙым (хәҙер – Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты). Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) физика-математика факультетын тамамланым. Уларҙы һанап тороу, минеңсә, кәрәкмәй ҙә. Һәр йүнәлештә һәләтемде үҫтерергә тырыштылар.


– Зөбәржәт Усман ҡыҙы, һеҙ теүәл фәндәрҙән белем бирәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта әҙәби башҡорт телендә шул хәтлем матур һөйләшәһегеҙ. Туған телебеҙгә һөйөү ҡайҙан килә?

– Барыһы ла ғаилә менән бәйле – күркәм тәрбиә лә, уҡыуға ынтылыш та. Мин ҡанат нығытҡан өйөбөҙҙә һәр саҡ башҡортса гәзит-журналдар күп булды. Саф башҡорт мөхитендә тыуып үҫкәнгә күрә, туған телемде яратам, ғәзиз балаларымда ла телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышам.


– Уҡытыусыға белем би­реүсе генә түгел, тәрбиә өлгөһө лә тип ҡарау дөрөҫ. Уға балаларға тормошто һәм кешеләрҙе яратырға, эргә-тирәгә иғтибарлы булырға өйрәтеү бурыстары ла йөкмәтелгән. Бының менән килешәһегеҙме?

– Йәш саҡта уҡыу – ташҡа, ә ҡартайғас уҡыу – боҙға яҙыу, тиҙәр. Бөтәһе лә уҡыу, белем кимәле менән бәйле. Дөрөҫ, уҡытыусылар, белем биреүсе ролен үтәүҙән тыш, йәш быуынды тәрбиәләүсе, тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе, мил­ләттең киләсәген хәстәрләү­селәр.


– Хәҙерге заман уҡытыу­сыһы ниндәй сифат­тарға эйә булырға тейеш?

– Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Элекке ҡалыптар хәҙерге осорҙағына һис кенә лә тура килмәй. Ни тиһәң дә, прогресс үҙенекен итә. Хәҙер төрлө техник саралар менән эш итеүҙе заман үҙе талап итә. Ә бына илебеҙгә тәрән белемле алмаш әҙерләү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, ул һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡала.

Уҡымышлы киләсәк тәрбиәләү өсөн уҡытыусылар үҙҙәре лә күп уҡырға, даими камиллашырға, заман менән бергә атларға тейеш. Килешәйек, балаларҙың һәләтен үҙе һәләтле уҡытыусы ғына күрә һәм үҫтерә ала.


– Мәктәптә һеҙ – талапсан уҡытыусы, ә ғаиләлә ниндәй әсә?

– Үҙең хаҡында нимәлер әйтеү дөрөҫмө икән?! Ысынында, эш урынында бер төрлө, өйгә ҡайтҡас, бүтән кешегә әүерелеп булмайҙыр. Ирем Рифат Сәғитов менән ике балаға ғүмер бирҙек. Улыбыҙ Илфат Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамланы, эшкә урынлашып йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Илүзә быйыл X класҡа уҡырға бара.


– Зөбәржәт Усман ҡыҙы, киләсәктә лә эштәрегеҙ уң барһын!


Ҡыйғы районы.
Читайте нас: