Благовещен районында урынлашҡан “Зарница” балалар һауыҡтырыу лагерында республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған балалар Республика профилле лагерының төрлө программалары буйынса үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша.
Смена барышында үҫмерҙәр физик культура, туризм, ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса махсус дәрестәр алды, психологтар, педагогтар меәнә шөғөлләнде. Унан тыш, власть органдары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойошторолдо.
11 – 15 августа ирекмәндәр өсөн бында Наркотиктарға ҡаршы лагерь эшләне. “Тормош ритмында” тип аталған сара 45 кешене берләштерҙе. Уны Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың Наркотиктарға ҡаршы ирекмәндәр, “Бергә” йәштәр хәрәкәттәре ойошторған.
Ирекмәндәр өсөн бындай йыйылыштар ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуын араһында сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, наркотиктар тоҙағына эләккән йәштәр менән эшләү өсөн уларға тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу мотлаҡ кәрәк. Фекер алышыу майҙансыҡтарында ирекмәндәр йәмғиәттең социаль-ижтимағи, рухи проблемаларын барланы, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне.