Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Август 2019, 14:26

Уйлап, алға ҡарап эш итәләр

Ә бөгөнгө йәш быуын элеккеләрҙән ныҡ айырыламы? Балаларға, үҫмер­ҙәргә хас сифат-ҡылыҡтар юғала бармаймы? Йылдам үҙгәреш кисергән заман рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе “тапап” үтмәйме?— Юҡ. Заман бит ерле-юҡтан барлыҡҡа килмәй, уны кешелек, йәмғиәт үҙе булдыра. Тимәк, ниндәй генә үҫеш кисерелмәһен, уның нигеҙендә элек-электән рухи-әхлаҡи яҡтан ныҡлы, ышаныслы нигеҙ булған тәрбиәүи ҡиммәттәр ятырға тейеш, — ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының юғары категориялы математика уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Сәкинә Тотманова.

Йәш быуын йылдан-йыл аҡыллыраҡ, һәләтлерәк була бара.


Мәғариф өлкәһендә төплө белем биреү менән бер рәттән, тәрбиәгә лә ҙур иғтибар бүленә. Был маҡсат “Мәғариф” милли проектының да нигеҙен билдәләй: уның буйынса Рәсәй дөйөм белем биреү сифаты йәһәтенән алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш, шул уҡ ваҡытта дәүләтебеҙ халыҡтарының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә, тарихи, милли-мәҙәни йолаларына таянып, һәр яҡлап үҫешкән, камил шәхес тәрбиәләү мөһим.


Ә бөгөнгө йәш быуын элеккеләрҙән ныҡ айырыламы? Балаларға, үҫмер­ҙәргә хас сифат-ҡылыҡтар юғала бармаймы? Йылдам үҙгәреш кисергән заман рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе “тапап” үтмәйме?

— Юҡ. Заман бит ерле-юҡтан барлыҡҡа килмәй, уны кешелек, йәмғиәт үҙе булдыра. Тимәк, ниндәй генә үҫеш кисерелмәһен, уның нигеҙендә элек-электән рухи-әхлаҡи яҡтан ныҡлы, ышаныслы нигеҙ булған тәрбиәүи ҡиммәттәр ятырға тейеш, — ти Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының юғары категориялы математика уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Сәкинә Тотманова. — Бөгөнгө тормошта кешелек ҡиммәттәре үҙгәрә икән, бында ғәйеп — өлкәндәрҙә. Ә балаларҙың күңеле һәр заманда ла бер үк — саф, ихлас, маҡсатлы. Әлбиттә, үҙҙәрендә, фекерләү кимәлендә айырма бар, әммә ул тик яҡшы яҡҡа. Шулай булмаһа, тормош бер урында “тапанып” торор, үҫеш туҡтап ҡалыр ине бит.
Һәр заманда ла тәрбиәнең нигеҙе — ғаиләлә. Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы был хәҡиҡәттең гимназия-интернатта — төрлө тарафтан килгән уҡыусыларҙы туплаған белем усағында — айырыуса ныҡ сағылыуын билдәләй. Ғаиләлә бәләкәйҙән дөрөҫ тәрбиә алған бала, юлында ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар осра­маһын, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙән тайпылмай, бирешмәй, үҙе булып ҡала. Тап ошондай сифатҡа эйә уҡыусылар бөгөнгө мәғарифтың уңышына юл яра ла.
— Минеңсә, балалар йылдан-йыл аҡыллыраҡ, һәләтлерәк, тормошҡа ярашҡаныраҡ була бара, — ти Сәкинә Хөрмәт ҡыҙы. — Беҙҙең быуын, мәҫәлән, ошо һөнәрҙе һайлаһам, шунса эш хаҡы аласаҡмын, шул проекттарҙа, программаларҙа ҡатнашыу мөмкин­легем буласаҡ тигәнерәк маҡсаттар ҡормағандыр. Ә бөгөнгө уҡыусылар киләсәген тап ошолай күҙаллай һәм был дөрөҫ тә. Етеш йәшәүгә ынтылыш тәүге маҡсаттарҙың береһе булырға тейеш. “Бөгөнгө йәштәр һөнәр һайлағанда иң алға аҡсаны ҡуя”, — тип тәнҡитләргә әҙер бәғзе өлкәндәр. Мохтажлыҡтан, етешһеҙ йәшәүҙән килеп сыға түгелме һуң ошо проблема? Астың асыуы яман, тиҙәр. Ә һайлаған һөнәре кешегә матди ҡәнәғәтлек, үҫеш мөмкинлеге бирә икән, ул, һис һүҙһеҙ, яҡтылыҡҡа ынтыласаҡ. Шуға ла бөгөнгө балаларҙың уйлап, алға ҡарап эш итеүе хуплауға лайыҡ. Именлеккә, тотороҡлолоҡҡа юл был.
“Хәҙерге мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы заман талап иткән һөнәр һайларға этәрәләр. Һөҙөмтәлә баланың күңел талабы, зауығы икенсе планға күсә” тип фекер йөрөткәндәр бар. Сәкинә Тотманова был һүҙҙәр менән килешмәй.
— “3аман талап иткән” һәм “күңелгә ятҡан” һөнәрҙәр араһында айырма юҡтыр ул. Әлеге уҡыусы бит — ошо заман балаһы, уның ихтыяждарына ярашлы үҫешә, — ти педагог. — Ә үҫеш, тормошта үҙ-үҙеңде табыу өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ хәҙер. Беҙ өлкәндәр ни әйтһә, шуға ышанып, таянып буй еткерҙек. Әлеге йәш быуын иһә, бынан тыш, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарынан да эҙләү мөмкинлегенә эйә. Улар илдә генә түгел, тотош донъяла барған хәлдәрҙе, үҙгәрештәрҙе белеп тора, ошоға таянып, үҙе өсөн һығымта яһарға өйрәнә. Киң даирә, һис һүҙһеҙ, тормошҡа киңерәк ҡараш ташлау, тәрәнерәк фекер йөрөтөү мөмкин­леген бирә.
Йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләүҙең нигеҙе уны тәбиғәттән, рухи ҡиммәт­тәребеҙҙән айырмау икәнен дә оноторға ярамай. Уларҙан алыҫ­лашһа, кеше асылын юғалта. Ә тамырһыҙлыҡ нимәгә килтерә? Быға миҫалдарҙы тәбиғәттә лә, кешелек донъяһында ла күреп торабыҙ.
Бөгөнгө мәғарифтың мөмкинлек­тәре сикһеҙ, балаға дөрөҫ йүнәлеш кенә биреү шарт, бында рухи-әхлаҡи тәрбиә төп терәк-таяныс булып ҡалырға тейеш, ти “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсында еңеп, ике тапҡыр грант яулаған тәжрибәле педагог Сәкинә Тотманова.
Читайте нас: