Тулы булмаған рус мәктәбенән инновация учреждениеһы кимәленә үҫешкән И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназия бөгөн бөтә эш йүнәлештәрендә лә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, быйыл унда һанлы белем биреүҙең маҡсатлы моделе индерелергә тейеш. ХХ быуат баштарында ҡулланылышҡа ингән “инновация” төшөнсәһе, ябайлаштырып әйткәндә, баҙар тарафынан ҙур һорау менән файҙаланған процесс йәки продукцияның сифатлы үҫешен тәьмин иткән яңылыҡ.
“Мәғариф” милли проекты – тап ошондай яңылыҡтарҙы ауыл һәм ҡала мәктәптәренә таратыусы инструменттарҙың береһе.
– Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Взлетай” форумы мәктәп етәкселәренә ҡанат ҡуйҙы, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Ауыл уҡытыусыларына ярҙам, яҡшы мәктәптәрҙе дәртләндереү, биш көнлөк уҡыуға күсеү кеүек мөһим мәсьәләләр яңғыраған осрашыуҙың республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолоуы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны, – тине гимназия директоры Артур Кәлимуллин. – Ә республикала полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу үрелеп буй етмәҫлек хыял төҫлө ине. 1 сентябрҙән Өфөләге ике мәктәптә ошо проект тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ғөмүмән, мәғариф өлкәһенең локомотивы булырға тейешле бындай мәктәптәр республикала 14-кә етергә тейеш. Уларҙа белем алыу бер нисә сит телдә, бер сменала алып барыласаҡ. Иҫ киткес шәп проект балалар алдында тағы ла ҙурыраҡ офоҡтар асыуға булышлыҡ итәсәк.
Һуңғы осорҙа мәғариф өлкәһендәге киң ҡоласлы эштәр хайран ҡалдыра. Яңауыл районының ике мәктәбендә гуманитар һәм һанлы профилдәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асылды. Республикала йәмғеһе 133 мәктәптә ошо проект тормошҡа ашырыласаҡ. Маҡсаты билдәле инде – ауыл балаларына дәрестән һуң да камиллашырға ярҙам итеү.
Артур Филарет улы – мәғариф өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған уҡытыусы, ошо уҡыу йылынан башлап И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияға етәкселекте үҙ иңенә алған. Район һәм ҡала буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел, гимназия уҡыусылары, мәҫәлән, информатика буйынса – 100, рус теле буйынса 78 балл йыйған. Математика буйынса ла күрһәткестәр юғары.
– Үткән уҡыу йылын 14 уҡыусы миҙалға тамамланы. Күп уҡыусыларыбыҙ белем алыу өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө вуздарын һайлай. Мәктәптең абруйы ҙур, шулай булырға тейеш тә, 1949 йылда мәктәпте тамамлаған, Башҡортостан Республикаһы Конституция судының тәүге рәйесенең исемен йөрөткән гимназияға тынысланырға урын юҡ, – ти мәктәп директоры.
– Беренсе класҡа килеүселәр быйыл күпме? Балалар һаны аҙаймаймы? – тигән һорауыбыҙға Артур Филарет улы ҡәнәғәтлек менән яуап ҡайтарҙы:
– Быйыл беҙ беренсе класҡа 120 ҡыҙ һәм малайҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Дүрт класс буласаҡ!
Йәйге ял мәлендә лә мәктәп эштән бушамаған, физика, информатика кабинеттары йыһазландырылған, спортзал өсөн ҡорамалдар алынған. Косметик ремонт яһалған. Гөл-сәскәгә күмелгән мәктәп биләмәһе яңы уҡыу йылын лайыҡлы ҡаршыларға әҙер.