Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты студенттарҙан имтихан алып тормай, ришүәт алыу маҡсаты менән билдәләр ҡуйған.
36 йәшлек педагог үҙенең бөтә яҙмышын, хеҙмәтен елгә осормаҡсы булғандыр, күрәһең. Биш студентҡа имтихан алмайынса ғына тарихтан билдә ҡуйып, 21 мең һумды кеҫәһенә һала.
Енәйәт ҡылғанын ул инҡар итә, әлбиттә. Эш яҡын арала судҡа тапшырыласаҡ.