Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Август 2019, 11:10

Өфөлә! Полилингваль мәктәп!

Унда уҡытыу рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыласаҡ.

Унда уҡытыу рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыласаҡ.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә билдәләүенсә, милли проекттарҙың бөтә күрһәтмәләре лә үтәлә. Беҙҙә барыһы ла яҡшы. Бер генә миҫал. Быйыл 21 мәктәптең һәм 21 балалар баҡсаһының асылыуы бығаса бер ҡасан да теркәлмәне. Төҙөлөш киләсәктә лә дауам итәсәк.


1 сентябрҙә сафҡа инәсәк белем усаҡтарының араһында Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан 44-се полилингваль күп тармаҡлы мәктәптең булыуы айырыуса һөйөнөслө. Шуға асыҡлыҡ индереү урынлы, белем усағында реконструкция бер нисә йыл элек башланды, уҡыусылар эргә-тирәләге мәктәптәрҙә уҡыны. Бөгөн был майҙансыҡ ҡырмыҫҡа иләүенән һис тә кәм түгел. Тышта ла, эстә лә эш ҡайнай, ҡеүәтле техника төҙөлөш материалдарын килтерә, сүп-сарҙы полигонға алып китә. Мәҫәлән, “АСК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең уңған хеҙмәткәрҙәре бинаны тыштан көпләүгә тотонған.
– Мөһим объект эшендә ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, – тип һөйләй таш оҫтаһы Айрат Йәғәфәров. – Ул ситтә түгел, ә нәҡ баш ҡаланың үҙендә! Ҙур төҙөлөшкә бәләкәй генә өлөш индергәнебеҙ өсөн дә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. Арыҫлан Айытов та, мин дә Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫтек. Беҙгә ни, эш күреп буй еткергән ауыл малайҙарына, нимәгә генә тотонһаҡ та, һәр береһе еңел бирелә.
Реконструкция иҫәбенә белем биреү учреждениеһының майҙаны 19 мең квадрат метрға киңәйгән, 1 300 бала бер сменала уҡыясаҡ.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, спорт менән шөғөлләнеү өсөн күп функциялы залдар, шулай уҡ төрлө түңәрәк һәм секциялар өсөн кабинеттар барлыҡҡа киләсәк. Тактиль һуҡмаҡтар, пандус юлдары кеүек уңайлы мөхит тыуҙырылған, ҡаршылыҡһыҙ йөрөй алалар, тупһалар юҡ. Мәктәптең матди-техник базаһының һәм электрон-техник ҡоролмаларҙың тулыһынса яңыртылыуы – ҙур ҡаҙаныш.
– Уҡытыу рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә алып барыласаҡ, – тип һөйләй 44-се полилингваль мәктәптең директоры Азат Батыршин. – Инглиз телен ҡыҙ һәм малайҙар I кластан уҡ өйрәнә башлаясаҡ, ә бына икенсе сит телдең (немец теле) V кластан уҡытылыуы күҙ уңында тотола. Шулай уҡ беренселәргә ингән йыр дәресе билингваль нигеҙгә ҡоролған (рус һәм башҡорт телдәре). II кластан иһә математика дәресен уҡытыусылар русса һәм инглизсә бирәсәк. Улай ғына ла түгел, V класс уҡыу­сыларына, тәрән белемле педагогтарҙы йәлеп итеп, дәрестән тыш ҡытай һәм төрөк телдәрен өйрәтеү мөмкинлеге бирелер тип көтөлә. Үҫмерҙәр өсөн технологик, тәбиғи-ғилми, социаль-иҡтисади йүнәлештәр буйынса профиль кластар асыласаҡ.
Азат Рафаил улы әйтеүенсә, белем усағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының ғалимдары лекциялар уҡыуы күпте һөйләй. Әйт­кәндәй, мәктәп менән юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек нығынғандан-нығына. Бында уҡытыу-тәрбиә эштәре “тулы көн мәктәбе” режимына күсере­ләсәк. Төштән һуң дәрестән тыш саралар, өҫтәмә белем биреү, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары ойоштороласаҡ.
Читайте нас: