Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Август 2019, 12:45

Өлгәшмәгән уҡыусы булмай, насар уҡытыусы була

Иғтибарымды бер яҙма йәлеп итте. Башынан уҡ һөйләмдәрҙең төҙөк булыуы, логик бәйләнештең ныҡлығы, шул уҡ ваҡытта артыҡ һүҙ сурытмауы ғәжәп итте. Мәҡәлә авторының хәбәрсе түгел, ә ябай уҡытыусы икәнен белгәс, хайран ҡалдым, шул уҡ ваҡытта шатландым.

Донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәнгән.


Иғтибарымды бер яҙма йәлеп итте. Башынан уҡ һөйләмдәрҙең төҙөк булыуы, логик бәйләнештең ныҡлығы, шул уҡ ваҡытта артыҡ һүҙ сурытмауы ғәжәп итте. Мәҡәлә авторының хәбәрсе түгел, ә ябай уҡытыусы икәнен белгәс, хайран ҡалдым, шул уҡ ваҡытта шатландым.


“Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһе барыбыҙ өсөн дә өлгө һанала. Ул Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй химия олимпиадаларында уҡыусыларҙы йыш ҡатнаштыра, үҙ сиратында, ҡыҙ һәм малайҙар ҙур уңыштарға өлгәшә. Башҡортостандың данын яҡлау, төбәкте ситтәргә танытыу ошо түгелме?! Олимпиадала еңеүселәр йөҙҙән ашыу иҫәпләнә. Лиза Ҡыям ҡыҙы 20 йыл тирәһе Республика инженер лицейында эшләгән.


Хәҙер иһә ошо белем усағында мөғәллимә иңенә алған яуаплы бурыстарҙың береһе – һәләтле балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреүҙе уның уҡыусылары лайыҡлы дауам итә. Әйткәндәй, нәҡ ошо педагогтар мәктәп йылдарында төрлө йыл­дарҙа һәр ваҡыт конкурстарҙа еңеү яулап, лицей абруйын күтәрҙе лә инде. Беҙҙең уй-ниәт – респуб­ликабыҙҙа химия буйынса олимпиадалар хәрәкәтен йән­ләндереү, яҡташтарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуға булышлыҡ итеү. Барыһы ла тырыш, белемле һәм өлгөр...” – тип башлаған һүрәтләмәне юғары категориялы химия уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты, Баш­ҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы Айнур Ғүмәров.


Илем һәм халҡым тип янып йәшәүселәргә, эргә-тирәләгеләргә битараф түгелдәргә һоҡланыуым сикһеҙ. Әлеге осраҡта Айнур Мансур улының “уҡыусыларым” тип йән атыуы, “уларҙың еңеүе, тимәк, уртаҡ хеҙмәт емеше” тип әйтеүе – ниндәй ғорурлыҡ!


– Өлгәшмәгән уҡыусы булмай, насар уҡытыусы була, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Дәрес алдынан таҡта янында торғанда иң беренсе баланың күҙҙәренә ҡарайым, ә ун­да бөтәһе лә яҙылған. Улар төр­лөсә, кемдекелер ҡояштай балҡып тора, икенселәрҙеке ярҙарына һыймай аҡҡан йылға шикелле күренә, хатта тыныс күлде лә күрергә мөмкин. Бында бер ниндәй ҙә алдашыу, ике йөҙлөләнеү юҡ. Артабан инде һәр береһенә айырым ҡараш булдырыу зарур, әлбиттә, талап ҡаты, ул барыһына ла бер. Быны бер нисек тә инҡар итә алмайым.


Айнур Ғүмәров Хәйбулла ра­йонының Сиҙәм ауылында тыуып үҫкән. Малай тиҫтерҙәре шикелле мәктәп тормошондағы төрлө са­раларҙа әүҙем ҡатнашҡан, түңә­рәктәргә теләп йөрөгән, спорт залында көс йыйырға ла өлгөргән. Иптәштәре менән урамда уйнарға ваҡыты ҡалдымы икән? Һүҙ ҙә юҡ, бергәләшеп туп типкән, һыу ингән, ҡыҫҡаһы, буш ваҡытын файҙалы уҙғарған.


Ул VII кластан һуң Өфөгә Республика инженер лицейына уҡырға килгән. Олимпиадаларҙа йыш еңеүҙәр яулағаны өсөн үҫмерҙе Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына имтиханһыҙ алғандар. Ата-әсә өсөн ниндәй ҡыуаныс! Юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлаған, дүрт йыл аспирантурала белем эстәү егетте һәр йәһәттән дә сыныҡтырған, донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәткән. Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы Өфө химия институтының биоорганик химияһы һәм катализ лабораторияһында тир түккән осорҙо һаман да һағынып иҫләй. Унда уны ғилми хеҙмәткәр итеп алалар.


– Ваҡыт тигәнең күҙ асып йомған арала үтә – ошо лицейға яңы ғы­на килгән һымаҡ инем, тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән, – тип да­уам итә һүҙен педагог. – Республика инженер лицейында эшлә­үемә 11 йыл, һис кенә лә үкен­мәйем, татыу коллективҡа эләге­үемә һөйөнәм. Шулай ҙа белем усағына барыр алдынан күңелде төрлө уйҙар бутаманы түгел, бутаны: ғилми эҙләнеүҙәргә ваҡыт ҡалырмы? Уҡытыусы тигән яуаплы ла, хөрмәтле лә бурысты үтәй алырмынмы? Балалар менән еңел аңлашырмынмы? Ошолар тура­һында төптән уйландым.


Баҡтиһәң, хафаланыуҙарым бушҡа ғына булған. Әйтерһең дә, лицейҙа күптән эшләйем. Шуға шатланам, беҙҙең балалар һәр йәһәттән дә алдынғы – уҡыуҙа ла һынатмайҙар, төрлө сараларҙа ла улар гел беренсе. Лицей уҡыу­сылары шулай алдынғы булырға тейеш тә! Тиҙҙән тағы ла 1 сен­тябргә йыйыласаҡбыҙ, тимәк, һәм­мәбеҙҙе лә яңы бурыстар, яңы ҡыуаныстар көтә.


Белем көнө тигәндән, Айнурҙың әсәһе Фатима Сәйфулла ҡыҙы – математика һәм физика уҡытыу­сыһы. Атаһы Мансур ағай ветеринар булып хеҙмәт күрһәткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булған. Айнур шикелле уның һылыуы Айгөл дә мәғариф тармағында, балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ағаһы Илнур – полицейский, ҡустылары Ғайса – студент.


Фекерҙәштәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш ғалимдың ныҡлы пар ҡанаты бар. Береһе – уҡы­тыусылыҡ эше, икенсеһе – ғилми эшмәкәрлеге. Уларҙың бер-бере­һен тулыландырып килеүе, үҙ-ара гармония хасил итеүенә баҫым яһаны иптәштәре. Өҫтәүенә бер тынала уҡырлыҡ мәҡәләләр яҙыуы менән ул үҙен ҡәләм оҫтаһы итеп танытты. Миңә ҡалһа, яҙыусылыҡ һәләте – уның сираттағы ышаныслы ҡанаты. Әйтәләр бит, әҙәм балаһының ҡанаттары күберәк булған һайын, уға осоуы еңелерәк тә, уңайлыраҡ та.


Быйыл химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшөнөң Башҡорт дәүләт университетында уҙыуы тиккә түгел ине. Өфө ҡалаһы химия өлкәһендә белгестәр әҙерләү йәһәтенән һынатмай. Сарала республика­быҙҙан ҙур команданың ҡатна­шыуы күпте һөйләй. Олимпиадала ҡатнашыусы алты яҡташыбыҙ ҙа тотош Рәсәйҙән йыйылған 230 мәк­тәп уҡыусыһы араһында тәүгеләр исемлегенә инеп тарих биттәрендә ҡалды. Кәрим Ҡоланчин, Искәндәр Шәмиғолов һәм Тимур Дәүләтбаев (Республика инженер лицейы уҡыусылары, уҡытыусыһы – Айнур Ғүмәров), Азамат Сафиҡанов (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһы, уҡытыусыһы – Әхәт Сафиҡанов), Артур Ҡолошов (3-сө башҡорт лицей-интернаты, уҡы­тыусылары – Дилара Хәлиева менән Ольга Петрова), Азат Вәлиев (Салауат ҡалаһының 2-се гим­назияһы, уҡытыусыһы – Лия Искәндәрова).


– Был осраҡта артыҡ бер нимә лә юҡ, уңыш сере ябай ғына, – тип фекере менән уртаҡлаша Айнур Ғүмәров. – Ниәт-пландарыңды эҙмә-эҙлекле алып барғанда, барыһы ла уң килеп торасаҡ. Белем усағында бына нисәмә йыл инде халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның һәләтле балалар менән эшләү алымы иркен ҡулланыла.


Каникул дауам итеүгә ҡара­маҫтан, бөгөн дә ул уҡыусылары янында. Педагог балаларҙың төрлө яҡлап үҫеше яҡлы. Йәш ғалим әле оҙайлы ял осоронда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Йәйге химия лагерында эшләй. Айнур Ғүмәров билдә­ләүенсә, лагерҙың төп маҡсаты – малай һәм ҡыҙҙарҙы химия бу­йынса олимпиадаға әҙерләү. Рес­публикабыҙҙан йыйылған VII-VIII кластың 35 уҡыусыһы берҙәм команда булып ойошҡан. Бынан тыш, үҫмерҙәр өсөн төрлө экскурсия, уйындар, түңәрәктәр ойошторолған. Тәбиғәт ҡоса­ғын­дағы ай ярым ваҡыт һәр кем өсөн иҫтә ҡалырлыҡ һәм файҙалы үтәсәгенә уҡытыусылары тамсы ла шикләнмәй.

Читайте нас: