Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
26 Август 2019, 01:09

Уҡытыусының ҡағыҙ мәшәҡәттәре ҡасан кәмер?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары уҡытыусыларға булған бюрократик көсөргәнеште кәметергә уйлай.

Фото: vk.ru
Фото: vk.ru
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары уҡытыусыларға булған бюрократик көсөргәнеште кәметергә уйлай.
Республика парламентының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында билдәләнелеүенсә, педагогтарға өҫтәрәк торған ведомстволар эше лә йөкмәтелә.
“Уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген "өҫтән" контролдә тотоу ысынында күп отчеттар форматындағы үҙконтролгә алмаштырылған. Һөҙөмтәлә уларҙың ҡағыҙ эше бермә-бер арта, ситтән уларҙың эшмәкәрлеген баһалауҙа объективлыҡ юғала. Бынан тыш, уҡытыусыларға методистар функциялары ла һалына”, – тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Эксперт советы ағзалары “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы федераль закондың 6-сы һәм 8-се статьяларына бер ни тиклем төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Тәҡдимдәр 28 авгусҡа тиклем ҡабул ителәсәк.
Читайте нас: