Бер нисә көндән илебеҙҙең бөтә белем усаҡтарында ла, яңы уҡыу йылы башланыуҙы белдереп, тәүге ҡыңғырау тауышы яңғыраясаҡ. Әйткәндәй, быйыл Белем көнө йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, байрам тантаналары 2 сентябргә күсерелде.
Ҡулдарына сағыу сәскә гөлләмәләре тотҡан, ыҫпай кейенгән бәләкәстәрҙе күреү – ниндәй бәхет! Шул иғтибарға лайыҡ, тиҙҙән 55 мең баланы республикабыҙҙың белем усаҡтары беренсе класҡа ҡабул итеп аласаҡ. Гәзитебеҙҙең күркәм традицияһынан был юлы ла тайпылманыҡ – мәктәпкә тәүгә уҡырға барған кескәйҙәрҙең Белем көнө алдынан редакциябыҙға ҡунаҡҡа килеүенә һөйөндөк.
Быйыл “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллинаның ҡыҙы Әҙилә тәүге тапҡыр партаға ултырасаҡ.
– Балалар баҡсаһында саҡта мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөнөм, – ти Өфө ҡалаһының 21-се лицейына уҡырға барасаҡ ҡыҙ. – Уҡый беләм, һанайым, яҙырға өйрәндем. Инсаф абзыйым да ярҙам итте. Ҙур үҫкәс, табип буласаҡмын, кешеләрҙең тешен дауалаясаҡмын.
Әҙилә өйҙә әсәһенә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша икән – сәскәләргә һыу һибә, туҙан һөртә. Атаһы менән бергә “Әлифба”ны өйрәнгән.
“Ватандаш” журналының яуаплы секретары Рәүилә Ғатауллинаның ҡыҙы Зәриә лә беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асып инәсәк. Ул балалар баҡсаһында йыр, бейеү түңәрәктәрен ҡалдырмаған. Өйгә ҡайтҡас, туғандарына бәләкәй генә концерт ойошторған. Иң яратҡан шөғөлдәре – пазлдар, ҡыҙҙар өсөн конструкторҙар йыйыу. Ҡыҙ бигерәк тә дүрт йәшлек Рания һылыуы менән уйнарға ярата. “Ҙур үҫкәс, йырсы булырға теләр инем”, – ти ул.
Өфөнөң 107-се лицейында уҡыясаҡ Зәриә һөйләүенсә, ул Гөлиә апаһы шикелле мәктәптә тырышып уҡыясаҡ, тыңлаусан һәм тәртипле буласаҡ.
Зәриә менән дә, Әҙилә менән дә әңгәмәләшкәндә шул күҙгә салынды: улар икеһе лә бик тыйнаҡ һәм ипле, уҡыуға дәрттәре уянғанын, мәктәпкә барыуҙы байрам итеп ҡабул итеүҙәрен тоймау мөмкин түгел. Минеңсә, былар барыһы ла тыуып-үҫкән бәрәкәтле йорт менән бәйле, атай-әсәйҙең матур тәрбиәһенән тора.
Бәләкәстәргә белем иленә матур сәйәхәт теләйбеҙ!